Матфай яҙған
4 Шунан Алла рухы Ғайсаны сүлгә алып килде. Унда Иблис, ҡотҡо һалып, уны һынай башланы. 2 Ғайса 40 көн һәм 40 төн ураҙа тотто һәм бик ныҡ асыҡты. 3 Шунда янына Ҡотҡосо килеп: «Әгәр һин Алла улы икән, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш», — тине. 4 Әммә Ғайса: «Яҙылған бит: „Кеше ғүмере икмәккә генә түгел, ә Йәһүә әйткән һәр һүҙгә бәйле“», — тип яуапланы.
5 Шунан Иблис уны изге ҡалаға алып китеп, ғибәҙәтхананың иң бейек урынына баҫтырҙы ла 6 былай тине: «Әгәр һин Алла улы икән, аҫҡа ташлан, сөнки яҙылған бит: „Ул үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер һәм, аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен өсөн, улар һине ҡулдарында йөрөтөр“». 7 Ғайса иһә: «„Йәһүә Аллаңды һынама“ тип тә яҙылған бит», — тине.
8 Шунан Иблис уны бик бейек тауға алып менеп, уға бөтә донъя батшалыҡтарын һәм уларҙың данын күрһәтте лә: 9 «Әгәр тубыҡланып миңә бер табынһаң, быларҙың барыһын да һиңә бирермен», — тип әйтте. 10 Ләкин Ғайса: «Кит, Шайтан! Сөнки „Йәһүә Аллаңа табын, тик уға ғына хеҙмәт ит*“, — тип яҙылған», — тине. 11 Шул саҡ Иблис уны ҡалдырып китте, һәм Ғайса янына фәрештәләр килеп, уның хаҡында ҡайғыртты*.
12 Яхъяны төрмәгә ултыртҡандарын ишеткәс, Ғайса Ғәлиләйәгә китте. 13 Шунан һуң, Назаранан киткәс, ул Забулун һәм Нафтали еренә барып, диңгеҙ янындағы Кәпернағумда урынлашты. 14 Шулай итеп Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгән бындай һүҙҙәр үтәлде: 15 «Эй Забулун ере һәм Нафтали ере! Диңгеҙгә алып барған юлда, Иордандың аръяғында ятҡан башҡа халыҡтар Ғәлиләйәһе! 16 Дөм ҡараңғылыҡта йәшәүселәр бөйөк яҡтылыҡ күрҙе, үлем күләгәһендә ултырыусылар өҫтөндә яҡтылыҡ балҡыны». 17 Шул ваҡыттан алып Ғайса: «Тәүбә итегеҙ, сөнки күктәр Батшалығы яҡынлашты», — тип вәғәзләй башланы.
18 Ғәлиләйә диңгеҙе* яры буйлап китеп барғанда, Ғайса ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны — Петер тип йөрөтөлгән Шимунды һәм Әндрәйҙе осратты. Улар диңгеҙҙә ау һала ине. 19 Ғайса уларға: «Миңә эйәрегеҙ, мин һеҙҙе кеше аулаусы итермен», — тине. 20 Улар шунда уҡ ауҙарын ҡалдырып, уға эйәрҙе. 21 Унан ары китеп, Ғайса ағалы-ҡустылы тағы икәүҙе — Зәбәҙәй улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәй менән кәмәлә ауҙарын йүнәтә ине. Ғайса уларҙы ла саҡырҙы. 22 Улар шунда уҡ кәмәне һәм аталарын ҡалдырып, уға эйәрҙе.
23 Ғайса, бөтөн Ғәлиләйә буйлап йөрөп, синагогаларҙа* өйрәтте, Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне һәм кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырҙы. 24 Уның хаҡында хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Уның янына төрлө ауырыуҙарҙан интеккән һәм ныҡ һыҙланған бөтә кешеләрҙе, ендәр эйәләшкән, өйәнәк тотҡан һәм паралич һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 25 Шуға күрә уның артынан Ғәлиләйәнән, Ун ҡала өлкәһе*, Йәрүсәлим, Йәһүҙиә һәм Иордан аръяғынан килгән бик күп кеше эйәреп йөрөнө.