Кәринттәргә икенсе хат
4 Алла беҙгә, мәрхәмәт күрһәтеп, ошо хеҙмәтте ышанып тапшырғанға, беҙ бирешмәйбеҙ. 2 Беҙ хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡаҡтыҡ. Хәйлә ҡормайбыҙ һәм Алла һүҙен боҙмайбыҙ, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында бөтә кешеләргә* дөрөҫ эш иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. 3 Беҙ иғлан иткән һөйөнөслө хәбәр йәшерелгән* булһа ла, ул һәләк булыусыларҙан, 4 иманһыҙҙарҙан йәшерелгән. Улар Алланың сағылышы булған Мәсих хаҡындағы данлыҡлы һөйөнөслө хәбәрҙең яҡтылығын күрмәһен өсөн, был донъяның* илаһы уларҙың аҡыл күҙҙәрен һуҡырайтҡан. 5 Беҙ үҙебеҙ тураһында түгел, әммә Ғайса Мәсихтең — Хужа, ә үҙебеҙҙең Ғайса хаҡына һеҙҙең ҡолдарығыҙ икәне тураһында вәғәзләйбеҙ. 6 Сөнки: «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», — тигән Алла үҙе Мәсих* аша күңелдәребеҙҙе Алла тураһындағы данлыҡлы белемдең яҡтылығы менән яҡтыртты.
7 Балсыҡ һауыттар кеүек кенә булһаҡ та, беҙ был хазинаны эсебеҙҙә йөрөтәбеҙ. Шулай итеп кеше көсөнән өҫтөн торған көстөң беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне асыҡ күренә. 8 Беҙҙе бөтә яҡтан ҡыҫырыҡлайҙар, ләкин беҙ мөйөшкә килтереп терәтелмәгәнбеҙ; беҙ аптырашта, ләкин хәлебеҙ өмөтһөҙ түгел*; 9 беҙҙе эҙәрләйҙәр, ләкин Алла тарафынан ташланмағанбыҙ; беҙҙе аяҡтан йығалар, ләкин юҡ ителмәгәнбеҙ. 10 Ғайсаның тормошо ла тәндәребеҙҙә асыҡ күренһен өсөн, беҙ, Ғайса шикелле, һәр ваҡыт үлем күҙенә ҡарап торабыҙ*. 11 Сөнки, тере булһаҡ та, Ғайсаның тормошо ла үлемле тәндәребеҙҙә асыҡ күренһен өсөн, беҙ Ғайса хаҡына һәр саҡ үлем ҡурҡынысына дусар ителәбеҙ. 12 Шулай итеп, беҙҙә — үлем, ә һеҙҙә йәшәү эш итә.
13 «Мин ышандым, шуға күрә һөйләнем», — тип яҙылған. Шундай уҡ иман рухына эйә булғанға, беҙ ҙә ышанабыҙ, шуға күрә һөйләйбеҙ, 14 сөнки Ғайсаны терелткән Алланың Ғайса менән бергә беҙҙе лә терелтеп, һеҙҙең менән бергә уның алдына баҫтырасағын беләбеҙ. 15 Быларҙың барыһы, сикһеҙ игелек мулыраҡ күрһәтелһен өсөн, һеҙҙең хаҡҡа башҡарылды. Сөнки, Аллаға рәхмәттәр белдереп, уны данлаған кешеләр арта бара.
16 Шуға күрә беҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ һәм, хатта тәнебеҙ хәлһеҙләнһә лә, йөрәгебеҙ һәм аҡылыбыҙ* көндән-көн яңыра бара. 17 Сөнки ғазаптарыбыҙ, ҡыҫҡа ваҡытлы һәм еңел булһалар ҙа, беҙгә бер нәмә менән дә сағыштырғыһыҙ мәңгелек дан килтерәләр. 18 Шуға күрә ҡарашыбыҙ күренгән нәмәләргә түгел, ә күренмәгән нәмәләргә төбәлгән, сөнки күренгәне ваҡытлыса, ә күренмәгәне мәңгелек.