Беренсе Тимәтигә
2 Иң элек һеҙҙе төрлө кешеләр өсөн Аллаға ялбарырға, доға ҡылырға, үтенестәр белдерергә һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтергә саҡырам, 2 шул иҫәптән батшалар һәм юғары дәрәжәгә* эйә булған бар кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙҙең һәр йәһәттән дә Аллаға тоғро ҡалып, бөтә эштәрҙе етдилек менән башҡарып, тыныс һәм татыу ғүмер итә алыуыбыҙ өсөн шулай итегеҙ. 3 Был — Ҡотҡарыусыбыҙ Алла ҡарашынан яҡшы һәм дөрөҫ. 4 Ул бит төрлө-төрлө кешеләрҙең хәҡиҡәтте теүәл белеп, ҡотҡарылыуын теләй. 5 Алла бер һәм Алла менән кешеләр араһындағы аралашсы ла бер, ул — Мәсих Ғайса. Был кеше 6 үҙен барыһы өсөн тейешле йолом итеп бирҙе. Был хаҡта үҙ ваҡытында шаһитлыҡ бирелер. 7 Шуның өсөн мин вәғәзсе һәм илсе итеп, йәғни башҡа халыҡтарҙы иманға һәм хәҡиҡәтҡә өйрәтеүсе итеп, билдәләндем дә. Дөрөҫөн әйтәм, алдамайым.
8 Шулай итеп, ҡайҙа ғына йыйылһағыҙ ҙа*, ир-аттарҙың тоғро йөрәк менән* асыуланмайынса һәм бәхәсләшмәйенсә доға ҡылыуҙарын теләйем. 9 Шулай уҡ ҡатындар әҙәпле, тыйнаҡ һәм айыҡ аҡыл менән кейенһен. Улар үҙҙәрен сәстәрен хикмәтле итеп үреп, алтын, ынйылар йә бик ҡиммәтле кейем менән түгел, 10 ә, Аллаға бирелгән ҡатындарға хас булғанса, яҡшы эштәр менән биҙәһен.
11 Ҡатын-ҡыҙҙар, күндәм булып, тауыш-тынһыҙ* өйрәнһен. 12 Мин ҡатындарға өйрәтергә һәм ирҙәр өҫтөнән хакимлыҡ итергә рөхсәт итмәйем. Улар өндәшмәһен*. 13 Тәүҙә бит Әҙәм, ә шунан Һауа яратылған. 14 Шулай уҡ Әҙәм түгел, ә ҡатын алданған. Ул алданып, гонаһ ҡылған. 15 Әммә ҡатын айыҡ аҡыллы булып, Аллаға булған иманын, яратыуын һаҡлаһа, Алланың ҡарашында саф булһа, уны бала табыу яҡлар.