Беренсе Тимәтигә
3 Күҙәтеүсе булырға ынтылған кеше яҡшы эшкә ынтыла, тигән һүҙҙәр хаҡ. 2 Күҙәтеүсе тел тейҙергеһеҙ, бер ҡатынлы, һәр нәмәлә сама белеүсән, айыҡ аҡыллы, йыйнаҡ, ҡунаҡсыл* һәм өйрәтергә һәләтле булырға тейеш. 3 Ул эскесе булмаһын, башҡаларҙы туҡмамаһын*, ә аҡыллы* булһын, шулай уҡ талашыусан һәм аҡса яратыусан булмаһын. 4 Ул ғаиләһе менән яҡшы етәкселек итһен, балалары тыңлаусан һәм тәрбиәле булһын. 5 (Сөнки кеше, үҙ ғаиләһе менән етәкселек итә алмаһа, Алла йыйылышы хаҡында нисек ҡайғыртыр?) 6 Ул яңы ғына мәсихсе булып киткән кеше булырға тейеш түгел, юғиһә ғорурланып китеп, Иблискә сығарылған хөкөмгә тарттырылыр. 7 Бынан тыш, ул, кешеләрҙең шелтәләренә дусар булмаҫ* һәм Иблистең тоҙағына эләкмәҫ өсөн, йыйылыштан булмағандар* араһында яҡшы исемгә эйә булырға тейеш.
8 Йыйылыш ярҙамсылары үҙҙәрен лайыҡлы тотһон*, ике йөҙлө булмаһын*, артыҡ күп шарап эсмәһен, ҡомһоҙлоҡ менән табыш артынан ҡыумаһын*, 9 ләкин саф выждан менән имандың изге серен һаҡлаһын.
10 Тәүҙә уларҙың ундай хеҙмәткә яраҡлымы, юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк, шунан, әгәр тел тейҙергеһеҙ булһалар, хеҙмәт итһендәр.
11 Ҡатындар үҙҙәрен лайыҡлы тотһон*, һис кемгә яла яҡмаһын, бөтә нәмәлә сама белһен, шулай уҡ тоғро булһын.
12 Йыйылыш ярҙамсыһының бер генә ҡатыны булырға тейеш, ул үҙенең балалары һәм бөтөн ғаиләһе менән яҡшы етәкселек итергә тейеш. 13 Сөнки үҙ хеҙмәтен яҡшы башҡарыусылар яҡшы исемгә эйә була һәм Мәсих Ғайсаға ышаныуҙары тураһында ҡыйыу* һөйләй ала.
14 Тиҙҙән яныңа килергә өмөтләнһәм дә, быларҙың барыһы хаҡында яҙам, 15 сөнки, һуңлап китһәм, һин Алла йортонда, йәғни тере Алланың йыйылышында, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белерһең. Йыйылыш — хәҡиҡәттең терәге һәм таянысы. 16 Һис шикһеҙ, Аллаға тоғролоҡ менән бәйле изге сер бик мөһим: «Ул* кеше булып килде; йәнә рух булып киткәс, тәҡүә тип иғлан ителде; фәрештәләргә күренде; уның хаҡында халыҡтар араһында вәғәзләнде; донъялағы кешеләр уға ышанды; ул күккә алынды һәм данланды».