Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Тимәтигә 4
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Тимәтигә. Йөкмәтке

      • Ендәр тәғлимәттәренән киҫәтеү (1—5)

      • Нисек Мәсихтең лайыҡлы хеҙмәтсеһе булырға? (6—10)

        • Физик күнегеүҙәр һәм Аллаға тоғролоҡ (8)

      • Нимәгә өйрәткәнеңде күҙәт (11—16)

1 Тимәтигә 4:1

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Алла тарафынан рухландырылған һүҙ».

1 Тимәтигә 4:2

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тамғаланғандай».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Алла һөйөүе», 23—24 бб.

    «Алла мөхәббәтендә», 21—22 бб.

1 Тимәтигә 4:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 54 дәрес

1 Тимәтигә 4:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2020, 28 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2018, 14 б.

1 Тимәтигә 4:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2018, 13 б.

1 Тимәтигә 4:12

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2022, 4—9 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2018, 11—12 бб.

    4/2018, 13 б.

1 Тимәтигә 4:13

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «өндә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2021, 24—25 бб.

1 Тимәтигә 4:15

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үҙеңде ошоларға бағышла».

1 Тимәтигә 4:16

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «нисек».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2021, 24 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 21 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2016, 23 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Тимәтигә 4:1—16

Беренсе Тимәтигә

4 Ләкин Алла рухы* асыҡ әйтә: киләсәктә ҡайһы берәүҙәр, Алланан булып күренгән ялған һүҙҙәргә һәм ендәрҙең тәғлимәттәренә ҡолаҡ һалып, имандан тайпылыр. 2 Был выждандары ҡыҙған тимер менән яндырылғандай* һиҙемһеҙ булып киткән кешеләрҙең ялғаны арҡаһында булыр. 3 Улар никахҡа инеүҙән тыялар һәм теге йә был ризыҡты ашарға ҡушмайҙар. Әммә был ризыҡтарҙы Алла имандары булған һәм хәҡиҡәтте теүәл белгән кешеләр рәхмәт әйтеп ашаһындар өсөн барлыҡҡа килтергән. 4 Алла барлыҡҡа килтергән бөтә нәмә яҡшы, һәм рәхмәт әйтеп ҡабул ителгән бер нәмәне лә кире ҡағырға ярамай, 5 сөнки ризыҡ Алла һүҙе һәм доға менән изгеләндерелә.

6 Ҡәрҙәштәргә ошо кәңәштәрҙе биреп, һин үҙеңдең Мәсих Ғайсаның лайыҡлы хеҙмәтсеһе, иман һәм иҫ киткес тәғлимәт һүҙҙәре менән туҡланған хеҙмәтсе икәнеңде күрһәтерһең. Һин ул тәғлимәтте теүәл тотоп йәшәйһең. 7 Әбейҙәр уйҙырмаларына оҡшаған һәм Алланы хурлаған уйҙырмаларҙы кире ҡаҡ. Бының урынына, Аллаға тоғро булырға маҡсат ҡуйып, был йәһәттән үҙеңде күнектер. 8 Сөнки физик күнегеүҙәрҙең файҙаһы күп түгел, ә Аллаға тоғролоҡ бөтә яҡтан да файҙалы, уға бит беҙҙең хәҙерге һәм киләсәк тормошобоҙ бәйле. 9 Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ. 10 Шуның өсөн дә беҙ тырышып эшләйбеҙ һәм бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Беҙ бит тере Аллаға — һәр төрлө кешеләрҙең, айырыуса тоғроларҙың, Ҡотҡарыусыһына өмөт бағлайбыҙ.

11 Артабан да ошо күрһәтмәләрҙе бир һәм быға өйрәт. 12 Бер кем дә һиңә йәш булғаның арҡаһында түбәнһетеп ҡарамаһын. Ләкин тоғролар өсөн һөйләгән һүҙҙәреңдә, тәртибеңдә, мөхәббәттә, иманда һәм сафлыҡта өлгө бул. 13 Мин килгәнгә тиклем, артабан да башҡалар өсөн ҡысҡырып уҡы, нәсихәт бир* һәм өйрәт. 14 Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе өҫтөңә ҡулдарын ҡуйған саҡта үҙеңә пәйғәмбәрлеккә ярашлы бирелгән бүләкте ҡәҙерлә. 15 Ошолар хаҡында уйлан; рухи уңыштарың барыһына ла күренеп торһон өсөн, ошолар менән мәшғүл бул*. 16 Үҙ-үҙеңде һәм нимәгә* өйрәткәнеңде гел күҙәтеп тор. Артабан да ошолар менән шөғөллән, сөнки, шулай эшләп, һин үҙеңде лә, тыңлаусыларыңды ла ҡотҡарырһың.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу