Яхъяға бирелгән асылыш
1 Был — Ғайса Мәсихтең асылышы. Уны уға, үҙенең ҡолдарына оҙаҡламай нимә булырға тейешлеген күрһәтер өсөн, Алла бирҙе. Ә Ғайса үҙ фәрештәһен ебәреп, уның аша быны символдар ярҙамында үҙенең ҡоло Яхъяға күрһәтте. 2 Яхъя Алланың әйткәндәре һәм Ғайса Мәсихтең һөйләгәндәре тураһында шаһитлыҡ ҡылды — күргәндәренең барыһын һөйләп бирҙе. 3 Ошо пәйғәмбәрлектәге һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡыған кеше, шулай уҡ ундағы һүҙҙәрҙе тыңлағандар һәм үтәгәндәр бәхетле, сөнки билдәләнгән ваҡыт яҡын.
4 Мин, Яхъя, Азиялағы* ете йыйылышҡа яҙам.
Хәҙер ҙә бар, элек тә булған, киләсәктә лә буласаҡ Зат һәм уның тәхете алдында торған ете рух, 5 шулай уҡ Ғайса Мәсих — Тоғро шаһит, үленән терелгәндәрҙең беренсеһе һәм ер батшаларының хакимы — һеҙгә сикһеҙ игелек күрһәтеп, тыныслыҡ бирһен!
Беҙҙе яратҡан һәм үҙенең ҡаны менән гонаһтарыбыҙҙан азат иткән Ғайсаға, 6 эйе, беҙҙе батшалар һәм үҙенең Аллаһы һәм Атаһының руханиҙары иткән Ғайсаға, мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин.
7 Ул болоттар менән килер, һәм уны барыһы ла, хатта уны сәнскән кешеләр ҙә күрер. Шунда уның арҡаһында ерҙең бөтә ҡәбиләләре ҡайғырып күкрәктәренә һуғыр. Шулай булыр ҙа! Амин.
8 «Мин — А́льфа һәм Оме́га*, хәҙер ҙә бар, элек тә булған, киләсәктә лә буласаҡ Зат, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе», — тип әйтә Йәһүә Алла.
9 Мин, Яхъя, ҡәрҙәшегеҙ һәм Ғайсаның шәкерте, һеҙҙең менән бергә бәләләрҙе сыҙамлыҡ менән кисерәм һәм батшалыҡты уртаҡлашам. Мин Алла тураһында һөйләгәнем өсөн һәм Ғайса тураһында вәғәзләгәнем өсөн Па́тмос утрауында инем. 10 Рух йоғонтоһо аҫтында Хужабыҙ көнөнә күсерелдем һәм артымда борғо тауышына оҡшаш көслө тауыш ишеттем. 11 Ул былай тине: «Күргәндәреңде төргәккә яҙып, ете йыйылышҡа: Эфесҡа, Сми́рнаға, Пергамға, Тиатираға, Сардисҡа, Филаде́лфияға һәм Лаудикияға ебәр».
12 Үҙем менән кем һөйләшкәнен күрер өсөн боролоп ҡарағас, ете алтын шәмдәл күрҙем, 13 ә шәмдәлдәр араһында әҙәм улына оҡшаған, оҙон кейем кейгән һәм күкрәген киң алтын билбау менән ураған берәү тора ине. 14 Башындағы сәстәре — аҡ йөн кеүек, ҡар кеүек аҡ, ә күҙҙәре ялҡынлы ут һымаҡ ине. 15 Аяҡтары мейестә иретелгән саф баҡыр шикелле ялтырай, ә тауышы шарлауыҡ шауын хәтерләтә ине. 16 Уң ҡулында ете йондоҙ бар ине, ауыҙынан оҙон ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора, ә йөҙө ҡояштай балҡый ине. 17 Уны күргәс, мин үле кеше кеүек уның аяҡтарына йығылдым.
Шунда ул уң ҡулын өҫтөмә һалып, былай тине: «Ҡурҡма! Мин — Беренсе һәм Һуңғы, 18 йәшәүсе. Мин үлгән инем, әммә хәҙер мәңге йәшәйем, һәм миндә үлем менән ҡәберҙең* асҡыстары бар. 19 Шуға күрә күргәндәреңде, әле булып ятҡандарҙы һәм бынан һуң буласаҡ нәмәләрҙе яҙып ҡуй. 20 Һин уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң һәм ете алтын яҡтыртҡыстың изге сере шунда: ете йондоҙ — ете йыйылыштың фәрештәләре, ә ете яҡтыртҡыс — ете йыйылыш ул.