Яхъяға бирелгән асылыш
14 Шунан мин Сион тауында Бәрәс һәм уның менән бергә 144 000 кеше* баҫып торғанын күрҙем. Уларҙың маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм уның Атаһының исеме яҙылғайны. 2 Мин шулай уҡ күктән шаулап аҡҡан һыуҙар тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфаларҙа уйнаған йырсыларҙың тауышы шикелле ине. 3 Улар тәхет, дүрт тере зат һәм аҡһаҡалдар алдында яңы булып күренгән йырҙы йырлай ине. Ерҙән һатып алынған 144 000-дән башҡа ул йырҙы бүтән бер кем дә өйрәнә алмай ине. 4 Улар — ҡатын-ҡыҙҙар менән мөнәсәбәткә инмәйенсә, үҙҙәрен саф килеш һаҡлағандар, улар — ғиффәтлеләр. Бәрәс ҡайҙа ғына бармаһын, уның артынан баралар. Улар кешеләр араһынан Аллаға һәм Бәрәскә бағышланған беренсе емештәр итеп һатып алынған. 5 Уларҙың ауыҙынан ялған һүҙ сыҡмаған, улар кәмселекһеҙ.
6 Шунан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған башҡа бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүселәргә — бөтә милләттәргә, ҡәбиләләргә һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән халыҡтарға иғлан итеү өсөн мәңгелек һөйөнөслө хәбәре бар ине. 7 Фәрештә көслө тауыш менән былай ти ине: «Алланан ҡурҡығыҙ* һәм уны данлағыҙ, сөнки уның хөкөм сәғәте етте! Күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм һыу сығанаҡтарын булдырған Аллаға табынығыҙ!»
8 Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай ти ине: «Бөйөк Бабил ҡоланы! Бөтә халыҡтарҙы үҙенең тыйылғыһыҙ аҙғынлыҡ* шарабын эсергә мәжбүр иткән ҡала ҡоланы!»
9 Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай ти ине: «Кем януарға һәм уның һынына табынһа, шулай уҡ кем маңлайына йә ҡулына тамға ҡуйҙыртһа, 10 шул Алланың асыу шарабын, уның ярһыу касаһынан бер нәмә лә ҡушылмаған шарап, эсер һәм изге фәрештәләр менән Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә яфа сигер. 11 Улар яфаланған уттың төтөнө* мәңге күтәрелер. Януарға һәм уның һынына табынғандар, шулай уҡ уның исеменең тамғаһын ҡуйҙыртҡандар көндөҙ ҙә, төнөн дә тынғы белмәҫ. 12 Бына ни өсөн изгеләргә — Алла әмерҙәрен үтәгәндәргә һәм Ғайсаға ныҡ ышанғандарға* — сыҙамлыҡ кәрәк».
13 Шунда мин күктән бер тауыш ишеттем: «Яҙып ҡуй: „Ошо ваҡыттан башлап Хужабыҙ менән берҙәмлек һаҡлап үлгәндәр бәхетле. Улар үҙҙәренең хеҙмәтенән ял итер, сөнки эштәре уларҙың артынан барыр, тип әйтә рух“».
14 Шунан һуң мин аҡ болот күрҙем, ә болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаш берәү ултыра ине. Уның башында алтын таж бар ине, ҡулына үткер ураҡ тотҡайны.
15 Бүтән бер фәрештә ғибәҙәтхананан* сығып, болотта ултырыусыға көслө тауыш менән: «Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте һәм ерҙә уңыш өлгөрҙө», — тине. 16 Шунда болотта ултырыусы урағын ергә һуҙҙы, һәм уңыш урылды.
17 Шунан күктәге ғибәҙәтхананан тағы бер фәрештә сыҡты, уның да үткер урағы бар ине.
18 Башҡа бер фәрештә ҡорбан усағынан сыҡты, уның ут өҫтөнән хакимлығы бар ине. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: «Урағыңды ергә һуҙып, йөҙөм ағасынан уңыш йый, сөнки уның тәлгәштәре инде өлгөрҙө», — тине. 19 Фәрештә урағын ергә һуҙып, йөҙөм ағасын ҡырҡты ла уны Алла асыуының ифрат ҙур йөҙөм һыҡҡысына ырғытты. 20 Йөҙөмдө ҡаланан ситтә йөҙөм һыҡҡыста тапанылар, һәм ҡан йөҙөм һыҡҡыстың ситенән ашып, аға башланы. Ҡан аттарҙың йүгәндәренә тиклем күтәрелеп, 296 саҡрым самаһы* йыраҡлыҡҡа йәйелде.