Яхъяға бирелгән асылыш
16 Мин ғибәҙәтхананан* сыҡҡан көслө бер тауыштың ете фәрештәгә: «Барығыҙ, ергә Алла асыуының ете касаһын түгегеҙ», — тип әйткәнен ишеттем.
2 Беренсе фәрештә барып, касаһын ергә түкте. Шунда януар тамғаһы ҡуйылған һәм уның һынына табынған кешеләрҙе ҡот осҡос һыҙландырғыс эренле яралар баҫты.
3 Икенсе фәрештә касаһын диңгеҙгә түкте. Диңгеҙ үлгән кеше ҡаны кеүек булды, һәм диңгеҙҙәге бөтә тереклек* үлеп бөттө.
4 Өсөнсө фәрештә касаһын йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте, һәм улар ҡанға әйләнде. 5 Мин һыу өҫтөнән хакимлығы булған фәрештәнең былай тигәнен ишеттем: «Хәҙер ҙә бар, элек тә булған тоғро Аллабыҙ, һин ғәҙел, сөнки шундай хөкөм ҡарарҙары сығарҙың. 6 Улар изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түкте, шуға һин уларҙы ҡан эсергә мәжбүр иттең. Улар быға лайыҡ». 7 Шунда мин ҡорбан усағының: «Йәһүә Алла, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, һинең хөкөм ҡарарҙарың дөрөҫ һәм ғәҙел», — тип әйткәнен ишеттем.
8 Дүртенсе фәрештә касаһын ҡояшҡа түкте, һәм ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөргә рөхсәт ителде. 9 Кешеләрҙе көслө эҫелек көйҙөрҙө, ләкин улар тәүбәгә килмәне, ә Алланың исемен ҡарғаны. Улар ошо бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алланы данламаны.
10 Бишенсе фәрештә касаһын януарҙың тәхетенә түкте, һәм уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа батты. Кешеләр ауыртыуҙан телдәрен тешләне, 11 әммә үҙ эштәренән тәүбә итмәне, ә һыҙланыуҙары һәм эренле яралары өсөн күктәр Аллаһын ҡәһәрләне.
12 Алтынсы фәрештә касаһын бөйөк Евфрат йылғаһына түкте. Шунда, көнсығыштан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн, йылғаның һыуы кипте.
13 Шунан мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаш өс шаҡшы һүҙ* сыҡҡанын күрҙем. 14 Был һүҙҙәр ендәрҙән килә һәм мөғжизәләр* ҡыла. Улар, бөтә ер батшаларын Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың бөйөк көнөндә буласаҡ һуғышҡа йыйыр өсөн, уларға табан йүнәлә.
15 «Мин ҡараҡ кеүек киләм! Уяу ҡалған һәм кейемен һаҡлаған кеше бәхетле, ул яланғас йөрөмәҫ һәм халыҡ алдында оятҡа ҡалмаҫ».
16 Улар батшаларҙы еврейса Армагеддон* тип аталған урынға йыйҙы.
17 Етенсе фәрештә касаһын һауаға түкте, һәм ғибәҙәтхананан*, тәхеттән: «Башҡарылды!» — тигән көслө тауыш яңғыраны. 18 Шул саҡта йәшен йәшнәне, тауыштар яңғыраны, күк күкрәне һәм ныҡ итеп ер тетрәне. Ундай көслө ер тетрәүҙең ерҙә кешеләр яратылғандан бирле булғаны юҡ ине әле. 19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә ярылды, һәм бөтә илдәрҙәге ҡалалар емерелде. Алла Бөйөк Бабилды иҫенә төшөрөп, уға үҙенең ярһыулы асыуының шарабы һалынған касаны бирҙе. 20 Бөтә утрауҙар юҡҡа сыҡты, тауҙар ҙа юҡ булды. 21 Күктән кешеләр өҫтөнә талант* ауырлығындағы ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был боҙ киҫәктәре өсөн Алланы ҡәһәрләне, сөнки был яза ифрат ауыр ине.