Яхъяға бирелгән асылыш
18 Шунан һуң мин күктән төшөп килгән һәм бөйөк хакимлығы булған башҡа бер фәрештәне күрҙем, уның данының яҡтылығынан бөтә ер яҡтырып китте. 2 Ул былай тип ҡысҡырҙы: «Бөйөк Бабил* ҡоланы! Яманатлы фәхишә ендәр торлағына, бөтә шаҡшы рухтар* һәм бөтә хәрәм, ерәнгес ҡоштар төйәгенә әйләнде! 3 Ул бөтә халыҡтарға тыйылғыһыҙ аҙғынлығының* шарабын эсерҙе. Ер батшалары уның менән аҙғынлыҡҡа* бирелде, һәм ерҙәге сауҙагәрҙәр уның оятһыҙ рәүештә зиннәтле әйберҙәр йыйыуынан байыны».
4 Шунда мин күктән башҡа бер тауыштың былай тип әйткәнен ишеттем: «Халҡым минең, уның гонаһтарында ҡатнашмаҫ өсөн һәм уның менән бергә язаға дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ. 5 Сөнки уның гонаһтары күбәйеп, күккә тиклем етте, һәм Алла уны енәйәттәре өсөн хөкөм итәсәк. 6 Ул башҡалар менән нисек мөғәмәлә итһә, һеҙ ҙә уның менән шулай мөғәмәлә итегеҙ, ҡылған эштәре өсөн уға икеләтә ҡайтарығыҙ. Ул эсемлек әҙерләгән касала уның өсөн ике тапҡыр күберәк әҙерләгеҙ. 7 Ул ни тиклем үҙен юғары күтәреп, оятһыҙ рәүештә байлыҡ йыйған булһа, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы менән ҡайтарығыҙ. Ул үҙ-үҙенә: „Мин батшабикә, мин тол ҡатын түгел, бер ҡасан да ҡайғы күрмәм“, — тип әйтә. 8 Шуның өсөн уға бер көн эсендә аслыҡ, ҡайғы һәм үлем кеүек бәлә-ҡазалар ябырылыр, һәм ул утта яндырылыр, сөнки уны хөкөм иткән Йәһүә Алла ҡөҙрәтле.
9 Уның менән аҙғынлыҡҡа* бирелгән һәм уның менән бергә оятһыҙ рәүештә зиннәтле әйберҙәр йыйған ер батшалары, ул янған уттың төтөнөнә ҡарап, күкрәктәренә һуға-һуға ҡайғырып илар. 10 Улар, үҙҙәре лә шундай уҡ язаға дусар булыуҙан ҡурҡып, йыраҡтараҡ баҫып торор һәм: „Ҡайғы, ниндәй ҡайғы! Бөйөк ҡала, ҡеүәтле Бабил, һиңә сығарылған хөкөм ҡалай тиҙ үтәлде!“ — тип әйтер.
11 Ерҙәге сауҙагәрҙәр ҙә ҡайғырып илар, сөнки уларҙың тауарҙарын һатып алырлыҡ бер кем дә ҡалмаҫ: 12 уларҙың алтын-көмөшөн, аҫыл таштар, ынйыһын; нәфис* етен, ебәк, ҡуйы ҡыҙыл* һәм асыҡ ҡыҙыл төҫтәге туҡымаларын; хуш еҫле ағастан, фил һөйәгенән, ҡиммәтле ағас, баҡыр, тимер һәм мәрмәрҙән яһалған әйберҙәрен; 13 шулай уҡ дәрсен*, кардамон, хуш еҫле ҡатышма, хуш еҫле май, ладанын; шарап, зәйтүн майы, иң яҡшы он, бойҙайын; үгеҙ, һарыҡ, аттарын, арбаларын, ҡолдарын һәм башҡа кешеләрен* һатып алыусы булмаҫ. 14 Һин яратҡан бешкән емештәр юҡ булды, һин бөтә затлы ризыҡтан һәм ҡупшы нәмәләрҙән мәңгегә мәхрүм булдың.
15 Ошоларҙың барыһы менән һатыу иткән һәм шуның арҡаһында байыған сауҙагәрҙәр, үҙҙәре лә шундай уҡ язаға дусар булыуҙан ҡурҡып, йыраҡтараҡ торор. Улар, ҡайғырып илап, 16 былай тиер: „Ҡайғы, ниндәй ҡайғы! Сөнки нәфис* етенгә, ҡуйы ҡыҙыл* һәм асыҡ ҡыҙыл төҫтәге кейемгә кейенгән, алтын, аҫыл таштар һәм ынйы менән биҙәлгән бөйөк ҡала, 17 шундай ҙур байлыҡ ҡалай тиҙ юҡҡа сыҡты!“
Бөтә диңгеҙселәр, капитандар, матростар һәм диңгеҙ иҫәбенә йәшәүселәр йыраҡтараҡ баҫып торҙо 18 һәм, ул янған уттың төтөнөнә ҡарап: „Ниндәй ҡала был бөйөк ҡалаға тиң булһын?!“ — тип ҡысҡырҙы. 19 Баштарына туҙан һибеп, ҡайғырып илай-илай, улар: „Ҡайғы, ниндәй ҡайғы! Караптарҙың бөтә хужаларын байытҡан бөйөк ҡала ҡалай тиҙ бөлгөнлөккә төштө!“ — тип ҡысҡырҙылар.
20 Күк, ҡыуан! Изгеләр, илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр, ҡыуанығыҙ, сөнки Алла һеҙҙең хаҡҡа уға хөкөм сығарҙы!»
21 Ҡеүәтле фәрештә ҙур тирмән ташына оҡшаш ташты алды ла, уны диңгеҙгә ташлап, былай тине: «Бөйөк Бабил ҡалаһы шулай уҡ тиҙ бәреп төшөрөлөр, һәм ул юҡ булыр. 22 Бабилда арфала уйнаған йырсылар тауышы, флейта, борғо һәм башҡа музыка ҡоралдарының тауышы ишетелмәҫ, бер һөнәрсе лә ҡалмаҫ һәм бер ҡасан да тирмән таштарының тауышы сыҡмаҫ. 23 Унда бүтән яҡтыртҡыс янмаҫ һәм инде кейәү менән кәләш тауышы сыҡмаҫ. Һинең сауҙагәрҙәрең бөйөк кешеләр ине, һинең сихырсылығың бөтә халыҡтарҙы юлдан яҙҙырҙы. 24 Был ҡала пәйғәмбәрҙәр, изгеләр һәм ерҙә үлтерелгәндәрҙең барыһының ҡанын ҡойоуҙа ғәйепле».