Яхъяға бирелгән асылыш
19 Шунан һуң мин күктән ғәйәт ҙур төркөмдән сыҡҡандай көслө тауыштар ишеттем. Улар былай тине: «Йәһте маҡтағыҙ!* Ҡотҡарыу, дан һәм ҡөҙрәт Аллабыҙҙыҡы, 2 сөнки уның хөкөмдәре дөрөҫ һәм ғәҙел. Ул ерҙе үҙ аҙғынлығы* менән аҙҙырған яманатлы фәхишәгә яза бирҙе һәм унан үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн үс алды». 3 Улар шунда уҡ икенсе тапҡыр: «Йәһте маҡтағыҙ!* Бабил янған уттың төтөнө мәңге күтәрелеп торор», — тип әйттеләр.
4 Шунда 24 аҡһаҡал менән дүрт тере зат теҙләнеп, тәхеттә ултырған Аллаға табындылар ҙа: «Амин! Йәһте маҡтағыҙ!*» — тинеләр.
5 Шул саҡта тәхеттән: «Алланың унан ҡурҡҡан бөтә ҡолдары, кеселәр һәм бөйөктәр, Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!» — тигән тауыш ишетелде.
6 Шунан мин ғәйәт ҙур төркөмдән сыҡҡандай тауыштар ишеттем. Был тауыштар шаулап аҡҡан һыуҙар тауышын һәм көслө күк күкрәүен хәтерләтә ине. Улар былай тиҙәр ине: «Йәһте маҡтағыҙ*, сөнки Аллабыҙ Йәһүә, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, батша булып идара итә башланы! 7 Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, уны данлайыҡ, сөнки Бәрәстең өйләнеү ваҡыты етте һәм уның кәләше инде әҙер. 8 Уға нәфис* етендән ялтырап торған таҙа кейем кейеү хөрмәте бирелде. Нәфис* етен — изгеләрҙең тәҡүә эштәре ул».
9 Фәрештә миңә былай тине: «Яҙып ҡуй: „Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле“». Ул шулай уҡ: «Был — Алла һүҙҙәре, уларға ышанырға була», — тип өҫтәне. 10 Шул саҡ мин уның алдына тубыҡландым да уға табынырға теләнем. Ләкин ул миңә былай тине: «Туҡта, улай итмә! Мин ни бары Ғайса тураһында шаһитлыҡ биргән ҡәрҙәштәрең һәм һинең кеүек үк ҡол ғынамын. Аллаға табын! Ғайса тураһындағы шаһитлыҡ — пәйғәмбәрлектәрҙең рухы* ул».
11 Мин асылған күк һәм аҡ ат күрҙем. Уның өҫтөндәге һыбайлы Тоғро һәм Хаҡ тип атала, уның хөкөм ҡарарҙары һәм һуғыштары ғәҙел. 12 Уның күҙҙәре — янып торған ут, башында — күп таждар*. Уға уның үҙенән башҡа берәү ҙә белмәгән исем яҙылған, 13 кейеме ҡанға буялған*, һәм уның исеме — Алла Һүҙе. 14 Уның артынан аҡ аттарға атланған, нәфис* етендән таҙа аҡ кейем кейгән күк ғәскәрҙәре бара ине. 15 Уның ауыҙынан халыҡтарҙы үлтерер өсөн үткер оҙон ҡылыс сығып тора, ул улар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итәсәк. Ул Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың ярһыулы асыуының йөҙөм һыҡҡысында йөҙөм тапай. 16 Уның кейемендә, бот тәңгәлендә, «Батшаларҙың батшаһы һәм Хужаларҙың хужаһы» тигән исем яҙылған.
17 Мин шулай уҡ ҡояш нурҙарында торған бер фәрештәне күрҙем. Ул күк йөҙөндә осоп йөрөгән бөтә ҡоштарға көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: «Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ, 18 батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының мәйеттәрен, көслөләрҙең, аттарҙың һәм һыбайлыларҙың мәйеттәрен, бөтә кешеләрҙең — иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың, ябайҙарҙың һәм затлыларҙың мәйеттәрен ашағыҙ!»
19 Мин януарҙы һәм ер батшалары менән уларҙың ғәскәрҙәрен күрҙем. Улар атта ултырыусыға һәм уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылған инеләр. 20 Януар һәм януар менән бергә уның алдында мөғжизәләр ҡылған ялған пәйғәмбәр тотоп алынды. Януар тамғаһын ҡуйҙыртҡандарҙы һәм уның һынына табынғандарҙы алдап йөрөгән ялған пәйғәмбәр ана шул ине. Улар икеһе лә тере килеш янып торған көкөртлө күлгә ырғытылды. 21 Башҡалар һыбайлының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде. Бөтә ҡоштар уларҙың мәйеттәрен ашап туйынды.