Яхъяға бирелгән асылыш
2 Эфес йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Уң ҡулында ете йондоҙ тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында йөрөүсе былай ти: 2 „Эштәреңде, хеҙмәтеңде, сыҙамлығыңды, шулай уҡ яуыз кешеләрҙе түҙеп тормағаныңды беләм, һин үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙың ялғансы икәнен күрҙең. 3 Һин сыҙам булып ҡалаһың, исемем хаҡына күпте кисереп тә, хәлдән тайманың. 4 Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин тәүҙә булған һөйөүеңде юғалттың.
5 Шуға күрә нимә юғалтҡаныңды иҫеңә төшөр, тәүбә ит һәм башта эшләгән эштәреңде башҡар. Ә тәүбә итмәһәң, һиңә килеп, шәмдәлеңде урынынан алып ҡуйырмын. 6 Шулай ҙа мин дә күрә алмаған Никулай сектаһының эштәрен күрә алмауың бик яҡшы. 7 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла*. Еңеүсегә мин Алла ожмахындағы тормош ағасының емешен ашарға рөхсәт итермен“.
8 Сми́рна йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Беренсе һәм Һуңғы, үлеп терелгән зат былай ти: 9 „Һинең хәсрәттәреңде һәм ярлылығыңды беләм (шулай ҙа һин бай), шулай уҡ үҙҙәрен еврей тип атаған кешеләрҙең һине хурлағандарын да беләм. Ләкин ысынында улар еврейҙар түгел, ә Шайтан синагогаһы. 10 Үҙеңде алда көткән ғазаптарҙан ҡурҡма. Һеҙ тулыһынса һыналһын өсөн, Иблис ҡайһы берҙәрегеҙҙе төрмәгә ташлар һәм һеҙ ун көн ғазап сигерһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм мин һиңә тормош* бүләк итермен. 11 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла. Еңеүсе икенсе үлемде күрмәҫ“.
12 Пергам йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Оҙон ике яғы ла үткер ҡылысы булған зат былай ти: 13 „Һинең Шайтан тәхете торған ерҙә йәшәгәнеңде беләм. Ләкин һин миңә тоғро булып ҡалаһың* һәм хатта һеҙҙең ҡалала — Шайтан йәшәгән ерҙә — тоғро шаһитым Анти́па үлтерелгән көндәрҙә лә миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.
14 Ләкин һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һиндә Билғам тәғлимәтен тотҡан кешеләр бар, ә ул Балаҡты исраилдарҙы боттарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға, аҙғынлыҡҡа* бирелергә ҡотортор өсөн нимә эшләргә кәрәклегенә өйрәткән. 15 Өҫтәүенә, һиндә Никулай сектаһының тәғлимәтен тотҡан кешеләр ҙә бар. 16 Шуға күрә тәүбә ит, юғиһә тиҙҙән яныңа килеп, ауыҙымдан сығып торған ҡылыс менән уларға ҡаршы һуғышырмын.
17 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла. Еңеүсегә мин йәшерелгән манна һәм яңы исем яҙылған аҡ таш бирермен. Был исемде уны алыусы ғына белер“.
18 Тиатира йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Күҙҙәре ялҡынлы ут кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған баҡыр кеүек булған Алла Улы былай ти: 19 „Мин һинең эштәреңде, яратыуың, иманың, хеҙмәтең һәм сыҙамлығыңды беләм, шулай уҡ һуңғы эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда ҙурыраҡ икәнен дә беләм.
20 Шулай ҙа һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин үҙен пәйғәмбәр тип атаған Изәбәл исемле ҡатынды түҙеп тораһың. Ул минең ҡолдарымды алдай, уларҙы аҙғынлыҡҡа* бирелергә һәм боттарға ҡорбан ителгәнде ашарға өйрәтә. 21 Мин уға тәүбә итергә ваҡыт бирҙем, ләкин ул үҙенең аҙғынлығынан* тәүбә итергә теләмәй. 22 Шуға күрә мин уны ауырыуға һабыштырып, түшәккә йығырмын. Уның менән зина ҡылғандарҙы, әгәр уның йоғонтоһона бирелгәндәре өсөн тәүбә итмәһәләр, ҡаты ғазапҡа* дусар итермен. 23 Ә уның балаларын үлемесле ауырыу менән һәләк итермен, шунда бар йыйылыштар минең кешенең күңел түрендәге уй-тойғоларҙы* тикшергәнемде белер. Мин һеҙҙең һәр берегеҙгә эштәренә ҡарап тейешлеһен бирермен.
24 Тиатиралағы ҡалғандарға — Изәбәлдең тәғлимәтен тотмағандарға һәм „Шайтан тәрәнлектәре“ тип аталған нәмәләрҙе белмәгәндәргә — былай тип әйтәм: мин һеҙгә бүтән бер ниндәй ҙә йөк һалмайым, 25 тик мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ. 26 Еңеүсегә һәм минең ихтыярымды аҙағына тиклем үтәүсегә мин халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. 27 Атам миңә хакимлыҡ биргән кеүек, мин дә уға хакимлыҡ бирермен. Ул халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер һәм уларҙы балсыҡ һауыттарҙы ватҡандай селпәрәмә килтерер. 28 Шулай уҡ мин уға таң йондоҙон бирермен. 29 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла“.