Яхъяға бирелгән асылыш
21 Мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, сөнки элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтән юҡ. 2 Мин шулай уҡ күктән Алланан төшөп килгән изге ҡаланы — Яңы Йәрүсәлимде күрҙем. Ул кейәүе менән осрашырға әҙер булған кәләш кеүек биҙәлгәйне. 3 Мин тәхеттән килгән көслө тауыштың былай тип әйткәнен ишеттем: «Алла сатыры — кешеләр араһында, Алла улар менән йәшәр. Улар уның халҡы булыр, һәм ул улар менән булыр. 4 Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк, үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауыртыу ҙа бүтән булмаясаҡ. Ғазап килтергән бөтә нәмә* үтеп китте».
5 Тәхеттә ултырыусы Зат: «Мин бөтә нәмәне яңы итеп яһайым*!» — тине һәм: «Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр хаҡ һәм ышаныслы», — тип өҫтәне. 6 Шунан ул миңә былай тине: «Улар үтәлде! Мин А́льфа һәм Оме́га*, башланғыс һәм ахыр. Һыуһаған һәр кемгә мин тормош һыуы шишмәһенән бушлай һыу бирәм. 7 Быларҙың барыһын да еңеүсе аласаҡ*. Мин уның Аллаһы булырмын, ә ул минең улым булыр. 8 Ә бөтә ҡурҡаҡтар, иманһыҙҙар, ерәнгес һәм бысраҡ эштәр ҡылыусылар, кеше үлтереүселәр, аҙғындар*, сихырсылыҡ* менән шөғөлләнеүселәр, боттарға табыныусылар һәм алдаҡсылар янып торған көкөртлө күлгә ырғытылыр. Был — икенсе үлем».
9 Шунан һуң һуңғы ете ҡаза менән тулы ете касаһы булған ете фәрештәнең береһе килеп, миңә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын, күрһәтәм», — тине. 10 Рух ярҙамында ул мине ҙур бейек тауға күсерҙе һәм күктән Алланан төшөп килгән изге Йәрүсәлим ҡалаһын күрһәтте. 11 Ҡала Алла данынан балҡып тора ине. Уның балҡышы бәллүрҙәй саф йәшмәгә оҡшаш аҫыл таш балҡышын хәтерләтә. 12 Ҡаланың ҙур бейек стенаһы һәм 12 ҡапҡаһы бар, 12 ҡапҡа төбөндә 12 фәрештә тора. Ҡапҡаларҙа Исраилдың* 12 ырыуының исемдәре яҙылған. 13 Көнсығыштан — өс ҡапҡа, төньяҡтан — өс ҡапҡа, көньяҡтан — өс ҡапҡа, көнбайыштан — өс ҡапҡа. 14 Стенаның нигеҙендә 12 таш ята, таштарҙа Бәрәстең 12 илсеһенең исемдәре яҙылған.
15 Минең менән һөйләшкән зат ҡаланы, ҡапҡаларҙы һәм стенаны үлсәү өсөн ҡулына алтын таяҡ* тотҡайны. 16 Ҡала дүрткел ине: уның оҙонлоғо киңлегенә тиң. Ул ҡаланы таяҡ менән үлсәне, һәм 2 220 саҡрым тирәһе* килеп сыҡты; уның оҙонлоғо, киңлеге һәм бейеклеге бер тигеҙ. 17 Фәрештә шулай уҡ стенаны үлсәне, уның бейеклеге 144 терһәк* ине. Ул кешеләр ҙә, фәрештәләр ҙә ҡулланған үлсәмде ҡулланды. 18 Ҡаланың стенаһы — йәшмәнән, ә ҡала үҙе — үтә күренмәле быяла шикелле саф алтындан. 19 Стенаның нигеҙе төрлө аҫыл таштар менән биҙәлгән: нигеҙҙәге беренсе таш — йәшмә, икенсеһе — зәңгәр яҡут*, өсөнсөһө — халцедон, дүртенсеһе — зөбәржәт, 20 бишенсеһе — сардоникс, алтынсыһы — аҡыҡ*, етенсеһе — хризолит, һигеҙенсеһе — берилл, туғыҙынсыһы — һары яҡут*, унынсыһы — хризопраз, ун беренсеһе — гиацинт, ун икенсеһе — аметист. 21 Ә 12 ҡапҡа — 12 ынйы; һәр ҡапҡа бер бөтөн ынйынан яһалған. Ҡапҡаның төп урамы — үтә күренмәле быяла шикелле саф алтындан.
22 Ҡалала мин ғибәҙәтхана күрмәнем. Уның ғибәҙәтханаһы — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Йәһүә Алла һәм Бәрәс. 23 Ҡалаға ҡояштың һәм айҙың яҡтыһы кәрәк түгел, сөнки уны Алланың даны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы — Бәрәс. 24 Уның яҡтыһында халыҡтар йөрөр, һәм ерҙәге батшалар уны данлар. 25 Ҡаланың ҡапҡалары көндөҙ ябылмаҫ, ә төн унда булмаҫ. 26 Унда халыҡтарҙың данын һәм хөрмәтен килтерерҙәр. 27 Ҡалаға нәжесләнгән һис бер нәмә, шулай уҡ ерәнгес эштәр ҡылыусылар һәм ялғансылар кермәйәсәк. Бәрәстең тормош төргәгенә яҙылғандар ғына керәсәк.