Яхъяға бирелгән асылыш
3 Сардис йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Алланың ете рухына һәм ете йондоҙға эйә булған зат бына нимә ти: „Мин һинең эштәреңде беләм. Һин тере булып күренәһең, ләкин һин үле. 2 Уяу бул, саҡ үлмәй тороп ҡалғанды нығыт, сөнки Аллам һинән көткән бөтә эштәрҙе эшләгәнеңде күрмәйем. 3 Нимә алғаныңды һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы һаҡла һәм тәүбә ит. Әгәр ҙә уянмаһаң, мин ҡараҡ шикелле килермен, һин бының ҡайһы сәғәттә булырын белмәй ҡалырһың.
4 Шулай ҙа һиндә, Сардиста, кейемен нәжесләмәгәндәр ҙә бар. Улар минең менән бергә аҡ кейемдә йөрөр, сөнки улар быға лайыҡ. 5 Еңеүсе аҡ кейем кейер, һәм мин уның исемен тормош китабынан бер ҡасан да юймаҫмын, мин уның исемен Атам һәм уның фәрештәләре алдында танырмын. 6 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла“.
7 Филаде́лфия йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Дауыт асҡысына эйә булған изге һәм хаҡ зат (ул асҡанды һис кем яба алмаҫ, ул япҡанды һис кем аса алмаҫ) былай тип әйтә: 8 „Мин эштәреңде беләм. Мин һинең алдыңда бер кем дә яба алмаҫлыҡ ишек астым. Көсөң әҙ икәнен, шулай ҙа һүҙемде һаҡлап ҡалғаныңды һәм исемемдән ваз кисмәгәнеңде беләм. 9 Ә Шайтан синагогаһынан булған һәм үҙҙәрен еврейҙар тип атаған кешеләрҙе (әммә улар еврейҙар түгел, улар алдай) алып килеп, аяғыңа йығылырға* мәжбүр итермен, шул саҡта улар минең һине яратҡанымды белер. 10 Сыҙамлығым хаҡындағы һүҙҙе һаҡлағаның өсөн* мин дә ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтә ер йөҙөнә киләсәк һынау сәғәтендә һине һаҡлап ҡалырмын. 11 Мин оҙаҡламай килермен. Бүләгеңде* бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.
12 Еңеүсене мин Аллам ғибәҙәтханаһының бағанаһы итермен, һәм ул бөтөнләйгә шунда ҡалыр. Уның өҫтөнә мин Алламдың исемен, Алламдың ҡалаһының — күктән, Алламдан төшкән яңы Йәрүсәлимдең — исемен һәм үҙемдең яңы исемемде яҙырмын. 13 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла“.
14 Лаудикия йыйылышының фәрештәһенә былай тип яҙ: „Тоғро һәм ышаныслы шаһит, Алла бар иткәндәрҙең беренсеһе, Амин тип аталған зат бына нимә ти: 15 „Мин һинең эштәреңде беләм: һин һалҡын да, ҡайнар ҙа түгелһең. Их, һалҡын йә ҡайнар булһаң ине! 16 Ләкин, һин ҡайнар ҙа, һалҡын да түгел, ә йылымыс ҡына булғанға, мин һине ауыҙымдан төкөрөп сығарырға йыйынам. 17 Һин үҙең тураһында: „Мин бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтаж түгелмен“, — тип әйтәһең, ләкин ысынында үҙеңдең бәхетһеҙ, бахыр, ярлы, һуҡыр һәм яланғас икәнеңде аңламайһың. 18 Шуға күрә байыр өсөн минән утта таҙартылған алтын, шулай уҡ, яланғас булыуың күренеп, оятҡа ҡалмаҫ өсөн кейергә аҡ кейем һәм күрер өсөн күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.
19 Мин үҙем яҡын күргәндәрҙең барыһын да төҙәтәм һәм тәрбиәләйем, шуға күрә тырыш бул һәм тәүбә ит. 20 Мин ишек төбөндә туҡылдатып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, мин уның йортона керермен, һәм беҙ бергә киске аш ашарбыҙ. 21 Мин еңеп, Атам менән бергә уның тәхетенә ултырған кеүек, еңеүсе лә минең менән бергә тәхетемә ултырасаҡ. 22 Рухтың йыйылыштарға нимә әйткәнен иғтибар менән тыңла“».