Яхъяға бирелгән асылыш
6 Шунан мин Бәрәстең ете мисәттең беренсеһен ҡуптарғанын күрҙем һәм дүрт тере заттың береһенең күк күкрәүенә оҡшаған тауыш менән: «Сыҡ!» — тип әйткәнен ишеттем. 2 Шунда мин аҡ ат күрҙем, уға атланған һыбайлының йәйәһе бар ине. Һыбайлыға таж бирелде, һәм ул, тулы еңеү яулар өсөн, еңеүсе кеүек сыҡты.
3 Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарғас, мин икенсе тере заттың: «Сыҡ!» — тип әйткәнен ишеттем. 4 Шунда башҡа ат, уттай ерән ат, сыҡты. Уға атланған һыбайлыға, кешеләр бер-береһен үлтерһен өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға рөхсәт ителде, уға шулай уҡ ҙур ҡылыс бирелде.
5 Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө тере заттың: «Сыҡ!» — тип әйткәнен ишеттем. Шунда мин ҡара ат күрҙем, өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны. 6 Мин дүрт тере зат араһында тауышҡа оҡшаш ауаз ишеттем. Ул былай тине: «Бер үлсәм* бойҙай өсөн — бер динар*, өс үлсәм арпа өсөн — бер динар. Зәйтүн майын һәм шарапты һаҡлап тот*».
7 Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарғас, мин дүртенсе тере заттың: «Сыҡ!» — тип әйткәнен ишеттем. 8 Шунда мин көлһыу төҫтәге ат күрҙем, уның һыбайлыһының исеме Үлем ине, артынан ҡәбер* эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс, аслыҡ, үлемесле ауырыуҙар һәм йыртҡыс хайуандар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшө өҫтөнән хакимлыҡ бирелгәйне.
9 Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарғас, мин ҡорбан усағының төбөндә* Алла һүҙен тотҡандары һәм вәғәзләгәндәре өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен* күрҙем. 10 Улар ҡысҡырып былай тине: «Изге һәм хаҡ Аллаһы Тәғәлә, һин күпме көтөрһөң? Ерҙә йәшәүселәрҙе ҡасан хөкөм итерһең һәм беҙҙең ҡаныбыҙ өсөн уларҙан ҡасан үс алырһың?» 11 Уларға оҙон аҡ кейем бирелде һәм, үҙҙәре үлтерелгән кеүек үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең* һәм ҡәрҙәштәренең һаны тулғансы, тағы бер аҙ көтөргә ҡушылды.
12 Шунда мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарғанын күрҙем. Шул саҡ көслө итеп ер тетрәне, ҡояш ҡыл кейем* кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы, 13 ә күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре көслө елдән ҡойолған кеүек, ергә ҡойолдо. 14 Күк төргәк шикелле уралып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғалды. 15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, көслөләр, бөтә ҡолдар һәм иреклеләр мәмерйәләрҙә һәм тауҙар араһында йәшенде. 16 Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тине: «Беҙҙе яҡлағыҙ, тәхеттә ултырыусы Заттың күҙҙәренән һәм Бәрәстең асыуынан беҙҙе йәшерегеҙ! 17 Сөнки уларҙың бөйөк асыу көнө килде, кем иҫән ҡала алһын?!»