Яхъяға бирелгән асылыш
7 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар ерҙең дүрт елен, ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла иҫмәһендәр өсөн, ныҡ итеп тотоп торалар ине. 2 Мин ҡояш сыҡҡан яҡтан* күтәрелгән һәм тере Алланың мисәтен тотҡан тағы бер фәрештәне күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә хакимлығы булған дүрт фәрештәгә былай тип ҡысҡырҙы: 3 «Беҙ Аллабыҙ ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем, ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ».
4 Шунда мин мисәт һуғылғандарҙың һанын ишеттем. Улар 144 000 ине, улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине:
5 Йәһүҙә ырыуынан мисәт һуғылғандарҙың һаны 12 000 ине,
Рәүбән ырыуынан — 12 000,
Ғат ырыуынан — 12 000,
6 Әшир ырыуынан — 12 000,
Нафтали ырыуынан — 12 000,
Манашый ырыуынан — 12 000,
7 Шимғун ырыуынан — 12 000,
Либәй ырыуынан — 12 000,
Иссахар ырыуынан — 12 000,
8 Забулун ырыуынан — 12 000,
Йософ ырыуынан — 12 000,
Бинйәмин ырыуынан — 12 000.
9 Шунан һуң мин иҫәпһеҙ күп кеше күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Бөтә милләттән, ҡәбиләнән һәм халыҡтан сыҡҡан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән был кешеләр, оҙон аҡ кейем кейеп, ҡулдарына пальма ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине. 10 Улар көслө тауыш менән: «Ҡотолоуыбыҙ менән беҙ тәхеттә ултырған Аллабыҙға һәм Бәрәскә бурыслыбыҙ!» — тип әйтә ине.
11 Тәхет, аҡһаҡалдар һәм дүрт тере зат тирәләй торған бөтә фәрештәләр тәхет алдына йөҙ түбән ҡапланып, Аллаға табындылар. 12 Улар: «Амин. Аҡыллы, көслө һәм ҡөҙрәтле Аллабыҙға мәңгенән-мәңгегә маҡтау, дан, рәхмәт һәм хөрмәт булһын! Амин», — тиҙәр ине.
13 Шул мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: «Аҡ кейем кейгән был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр?» — тип һораны. 14 Мин шунда уҡ: «Әфәндем, һин яҡшыраҡ беләһең», — тип яуап бирҙем. Шунда ул миңә былай тине: «Был — ҙур афәтте кисереп сыҡҡан кешеләр. Улар үҙ кейемдәрен Бәрәстең ҡанында йыуып ағартҡандар. 15 Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора һәм уның ғибәҙәтханаһында уға көнө-төнө хеҙмәт итә. Тәхеттә ултырған Зат улар өҫтөнән үҙ сатырын йәйер. 16 Улар бүтән асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫ, уларҙы ҡояш та һуҡмаҫ, эҫелек тә көйҙөрмәҫ, 17 сөнки тәхет янындағы* Бәрәс уларға көтөүсе булыр һәм уларҙы тормош һыуы шишмәләренә алып барыр. Алла уларҙың һәр күҙ йәшен һөртөр».