Яхъяға бирелгән асылыш
8 Ул етенсе мисәтте ҡуптарғас, күктә яҡынса ярты сәғәткә тынлыҡ урынлашты. 2 Шунда мин Алла алдында торған ете фәрештәне күрҙем. Уларға ете борғо бирелде.
3 Тағы бер фәрештә, алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, ҡорбан усағы янына килеп баҫты. Уға, изгеләрҙең доғалары ишетелгән саҡта тәхет алдындағы алтын ҡорбан усағында яндырыр өсөн, күп хуш еҫле ҡатышма бирелде. 4 Фәрештә яндырған хуш еҫле ҡатышманың төтөнө изгеләрҙең доғалары менән бергә Аллаға күтәрелде. 5 Шунан һуң фәрештә шунда уҡ төтәҫләү һауытын ҡорбан усағындағы ҡуҙ* менән тултырҙы ла ҡуҙҙы ергә ташланы. Шунда күк күкрәне, тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне һәм ер тетрәне. 6 Шул мәлдә ете борғоһо булған ете фәрештә борғо ҡысҡыртырға әҙерләнде.
7 Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Шунда ергә ҡан ҡатыш боҙ менән ут яуҙы. Ерҙең өстән бер өлөшө, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм бөтөн үлән янып бөттө.
8 Икенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Шунда ялҡынланып янып торған ҙур тауға оҡшаш бер нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әйләнде, 9 диңгеҙҙә йәшәүселәрҙең* өстән бер өлөшө үлеп бөттө һәм караптарҙың өстән бер өлөшө һәләк булды.
10 Өсөнсө фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Шунда янып торған яҡтыртҡысҡа оҡшаш ифрат ҙур йондоҙ күктән йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына ҡолап төштө. 11 Ул йондоҙҙоң исеме — Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде, һәм күп кеше шул һыуҙан үлде, сөнки ул әсе ине.
12 Дүртенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Шунда ҡояштың өстән бер өлөшөнә, айҙың һәм йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөнә зыян килде. Был уларҙың өстән бер өлөшө ҡараңғыланһын, көндөң һәм төндөң өстән бер өлөшө яҡтыһыҙ ҡалһын өсөн булды.
13 Мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем һәм уның: «Ҡалған өс фәрештә борғоларын ҡысҡыртырға инде әҙер. Уларҙың борғо тауыштарынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы!» — тип ҡысҡырғанын ишеттем.