Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fy 9 бүлек 103—115 бб.
  • Тулы булмаған ғаиләләр ҙә бәхетле була ала!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тулы булмаған ғаиләләр ҙә бәхетле була ала!
  • Ғаилә бәхетенең сере
  • Өҫтәмә исемдәр
  • ӨЙ ЭШТӘРЕН БАШҠАРЫУ
  • ҒАИЛӘНЕ ТӘЬМИН ИТЕҮ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ
  • КЕМ КЕМ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА?
  • ТӘРБИӘ БИРЕҮҘЕ ДАУАМ ИТЕГЕҘ
  • ЯҢҒЫҘЛЫҠТЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?
  • БАШҠАЛАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?
Ғаилә бәхетенең сере
fy 9 бүлек 103—115 бб.

ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК

Тулы булмаған ғаиләләр ҙә бәхетле була ала!

1—3. Ни сәбәпле тулы булмаған ғаиләләрҙең һаны үҫә, һәм бының эҙемтәләре ниндәй?

ТУЛЫ булмаған ғаиләләрҙең һаны бөтә ер йөҙө буйынса артҡандан-арта бара. Бөгөн айырылышҡан, ғаиләһен ташлап киткән, айырым йәшәгән йә никахһыҙ бала тыуҙырған кешеләр күбәйгәндән-күбәйә. Бының арҡаһында миллионлаған ата-әсә һәм бала зыян күрә.

2 Бер әсә былай ти: «Миңә 28 йәш. Минең ике балам бар. Ҡайһы саҡта мин ныҡ бойоғам, сөнки балаларымдың атайһыҙ үҫеүен теләмәйем. Миндә бер кемдең дә эше юҡ һымаҡ тойола. Балалар йыш ҡына илағанымды күрә, шул арҡала улар ҙа ҡайғыра». Тулы булмаған ғаиләләрҙә атайҙар йә әсәйҙәр асыу, ғәйеп, яңғыҙлыҡ хисе менән көрәшә. Бынан тыш уларға эшләргә лә, өй эштәрен башҡарып өлгөрөргә лә кәрәк. Шундай әсәйҙәрҙең береһе былай ти: «Яңғыҙ әсәй йә атайҙы жонглер менән сағыштырып була. Ярты йыл дауамында күнегеүҙәр яһайһың һәм бына — һин дүрт туп менән жонглерлыҡ итергә өйрәндең. Әммә һиңә шунда уҡ кемдер тағы бер туп ырғыта!»

3 Ундай ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың да үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Улар ата-әсәһенең айырылышыуы йә уларҙың береһенең ҡапыл үлеп китеүе арҡаһында ауыр кисерештәр менән көрәшергә мөмкин. Эйе, атайҙың йә әсәйҙең булмауы балаға ла йоғонто яһай.

4. Беҙ Йәһүәнең тулы булмаған ғаиләләр хаҡында ҡайғыртҡанын ҡайҙан беләбеҙ?

4 Элекке заманда ла тулы булмаған ғаиләләр булған. Изге Яҙмала «етем» һәм «тол ҡатын» ҡат-ҡат иҫкә алына (Сығыш 22:22; Ҡанун 24:19—21; Әйүп 31:16—22). Йәһүә Алла улар кисергән ауырлыҡтарға бер ҡасан да вайымһыҙ ҡалмаған. Мәҙхиә йырлаусы Алланы «етемдәрҙең атаһы һәм тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы» тип атай (Зәбур 68:5). Һис шикһеҙ, Йәһүә бөгөн дә тулы булмаған ғаиләләр хаҡында ҡайғырта! Ысындан да, уның Һүҙендә шундай ғаиләләргә бәхетле булырға ярҙам иткән принциптар бар.

ӨЙ ЭШТӘРЕН БАШҠАРЫУ

5. Яңғыҙ ҡалған ир йә ҡатын ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

5 Әйҙәгеҙ, өй эштәре тураһында һөйләшәйек. «Йыш ҡына, ир кешенең ярҙамы кәрәк була, — тип әйтә бер айырылған ҡатын, — мәҫәлән, машинаның берәй нәмәһе эшләмәгәндә, аңламағанға күрә, һин уны йүнәтә алмайһың». Шулай уҡ айырылған йә тол ҡалған ирҙәр ҙә, өй эштәренең күплеген күреп, уларҙың барыһын да башҡарырға кәрәклеген аңлап, көрсөккә терәлә. Балалар ҙа, өйҙә бола булғанға, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тоймай.

109-сы биттәге иллюстрация

Балалар, үҙегеҙҙе яңғыҙы үҫтергән атай йә әсәйегеҙ менән хеҙмәттәшлек итегеҙ

6, 7. а) Ғибрәтле һүҙҙәр китабында тасуирланған «яҡшы ҡатын» ниндәй үрнәк күрһәткән? б) Донъя көтөүҙә тырышлыҡ һалыу яңғыҙ ата-әсәләргә нисек ярҙам итә?

6 Нимә ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31-ҙә тасуирланған «яҡшы ҡатындың» миҫалына иғтибар итәйек. Ул ниндәй генә эш эшләмәй! Һатып ала, һата, тегә, ашарға бешерә, аҡсаны күсемһеҙ милеккә һала, баҡса эше менән булыша һәм йорт менән идара итә. Уның уңышының сере ниҙә? Ул ал таңдан ҡара кискә тиклем тырышып эшләй. Бынан тыш, ул, ҡайһы бер эштәрҙе башҡаларға ҡушып һәм үҙе лә башҡалар файҙаһына хеҙмәт итеп, хужалыҡтағы бар эште яҡшы итеп ойоштора. Уны маҡтауҙары бер ҙә ғәжәп түгел!

7 Әгәр һин балаларыңды яңғыҙ үҫтерәһең икән, йорттағы үҙ бурыстарыңды намыҫ менән үтә. Был эште шатлыҡ менән башҡар, шул саҡта балаларың күпкә бәхетлерәк булыр. Шулай ҙа яҡшы планлаштырыу һәм ойоштороу бик мөһим. Изге Яҙмала: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5). Балаларын үҙе генә үҫтергән бер атай: «Асыҡмаһам, аш бешереү тураһында әллә ни уйламайым», — тип таный. Әммә планлаштырып бешерһәң, ул ашығып әҙерләнгән ризыҡтан күпкә файҙалыраҡ та, күркәмерәк тә була. Бәлки, һиңә элек эшләмәгән берәй өйҙәге эште башҡарырға өйрәнергә кәрәктер. Тәжрибәле дуҫтары йә башҡа берәйһе менән кәңәшләшеп, өйрәтеүсе төрлө видеояҙмалар ҡарап, яңғыҙ әсәләр ремонт яһай, хужалыҡ өсөн кәрәк булғанды үҙҙәре һатып ала.

8. Тулы булмаған ғаиләлә үҫкән бала атаһына йә әсәһенә нисек ярҙам итә ала?

8 Ата-әсә балаһының ярҙам итеүен һорай аламы? Балаларын яңғыҙ үҫтергән бер әсә былай ти: «Аталары булмағас, балаларға еңелерәк булһын тип, һин бөтәһен дә үҙең эшләргә әҙерһең». Эйе, бындай хисте аңлап була, тик балаға был файҙа килтермәй. Элекке заманда Аллаға тоғро булған йәштәр өйҙә ҡайһы бер эштәрҙе эшләргә тейеш булған (Башланмыш 37:2; Йырҙарҙың йыры 1:6). Балаларға сиктән тыш күп эш ҡушмағыҙ, шулай ҙа һауыт-һаба йыуырға, үҙ бүлмәһен йыйыштырырға ҡушыу аҡыллы булыр ине. Ә, бәлки, ҡайһы бер эштәрҙе бергә эшләп булалыр. Был күп шатлыҡ килтерә ала.

ҒАИЛӘНЕ ТӘЬМИН ИТЕҮ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

107-се биттәге иллюстрация

Балаларығыҙ менән вакыт үткәрегеҙ

9. Ни өсөн яңғыҙ әсәләргә аҡса яғынан ауырлыҡтар кисерергә тура килә?

9 Яңғыҙ ата-әсәләрҙең күбеһенә үҙен тәьмин итеү еңел түгел, ә кейәүҙә булмаған йәш әсәләргә бигерәк тә ауырa. Дәүләт пособиеһы бирелә торған илдәрҙә ундай әсәләргә пособие алыу аҡыллы булыр ине. Уны һис юғында эш тапҡансы алып тороу яҡшы булыр. Изге Яҙма, кәрәк саҡта бындай мөмкинлектән файҙаланырға рөхсәт итә (Римдарға 13:1, 6). Шундай ауырлыҡтар менән тол ҡатындар ҙа, айырылышҡандар ҙа осраша. Күп йылдар дауамында йорт хужалығын алып барған кешеләр яңынан эшкә сығырға һәм йыш ҡына бәләкәй эш хаҡына эшләргә мәжбүр була. Уларҙың ҡайһылары, берәй профессияға өйрәтер өсөн ойошторолған ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙа белем алып, үҙ хәлен яҡшырта.

10. Яңғыҙ әсәй үҙенә эшләргә кәрәк икәнен балаларына нисек аңлата ала?

10 Әйтәйек, һин эш эҙләй башланың, ти. Бәлки, балаларың быға ҡәнәғәт булмаҫ. Аптырама һәм үҙеңде ғәйепләмә, ә уларға үҙеңә ни өсөн эшләргә кәрәклеген аңлат. Йәһүә һинән уларҙы тәьмин итеүеңде көтә икәнен дә әйт (1 Тимофейға 5:8). Ваҡыт үтеү менән балалар үҙгәрештәргә өйрәнер. Эшең ни тиклем генә күп булмаһын, балаларың менән күберәк ваҡыт үткәрергә тырыш. Һинең яратыуың һәм иғтибарың ғаиләгеҙ кисергән матди ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә ярҙам итер (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:16, 17).

КЕМ КЕМ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА?

110-сы биттәге иллюстрация

Йыйылышта «тол ҡатындар» һәм «етемдәр» иғтибарһыҙ ҡалмай

11, 12. Яңғыҙ ата йә әсә ниндәй сиктәрҙе боҙмаҫҡа тейеш, һәм улар быны нисек эшләй ала?

11 Яңғыҙ ата йә әсә үҙ балаларына айырыуса яҡын була, был тәбиғи. Әммә ата-әсәләр менән балалар мөнәсәбәтенә ҡағылышлы Алла урынлаштырған сиктәрҙе боҙмаҫ өсөн, бик һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, яңғыҙ әсә улына ғаилә башлығы яуаплылығын йөкмәтһә йә ҡыҙы менән шәхси ауырлыҡтарын бүлешһә, етди проблемалар тыуырға мөмкин. Улай эш итеү дөрөҫ түгел, сөнки ул саҡта бала стресс кисерә һәм юғалып ҡала.

12 Балаларығыҙҙы шуға ышандырығыҙ: һеҙ — оло кеше, һәм улар хаҡында һеҙ ҡайғыртасаҡһығыҙ, ә һис тә киреһенсә түгел. (2 Коринфтарға 12:14 менән сағыштырығыҙ.) Ваҡыт-ваҡыт һеҙгә кәңәш һәм ярҙам талап ителер. Балаларығыҙға түгел, ә мәсихсе өлкәндәргә, йә етлеккән апай-ҡәрҙәштәргә мөрәжәғәт итегеҙ (Титҡа 2:3).

ТӘРБИӘ БИРЕҮҘЕ ДАУАМ ИТЕГЕҘ

13. Бала тәрбиәләгәндә, яңғыҙ әсә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин?

13 Балаларҙы ир-ат тәрбиәләгәндә, ғәҙәттә, уның һүҙҙәре етди ҡабул ителә, ә ҡатын-ҡыҙға был яҡтан ауыр булырға мөмкин. Балаларын яңғыҙ үҫтергән бер әсә былай ти: «Улдарым инде ир етеп килә, тауыштары ла ҡалыная бара. Шуға күрә ҡайһы саҡта улар янында көслө һәм ҡыйыу булыу ауырлаша». Бынан тыш, һин һаман да иптәшеңдең вафат булыуына ҡайғыраһыңдыр, ә, айырылышҡан булһағыҙ, үҙеңде ғәйепләйһеңдер йә, бәлки, асыуың һаман һүрелмәйҙер. Ә инде элекке тормош иптәшеңдең дә балаға ҡарата опекунлыҡ хоҡуғы булһа, бала уға китергә теләр, тип ҡурҡаһыңдыр. Бындай хистәр баланы дөрөҫ тәрбиәләргә ҡамасауларға мөмкин.

14. Яңғыҙ ата-әсәләр тәрбиәләүгә нисек аҡыллы ҡараш һаҡлай ала?

14 Изге Яҙмала: «Тәрбиәһеҙ ҡалдырылған бала әсәһен хурлыҡҡа төшөрә», — тиелгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:15). Ғаиләлә ҡағиҙәләр урынлаштырып, уларҙың үтәлеүен талап иткәндә, һин Йәһүә Алланың ярҙамына таяна алаһың, шуға күрә ҡыйыу бул, үҙеңде ғәйепләмә һәм выждан ғазаптарына бирелмә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Бер ҡасан да Изге Яҙмалағы принциптарҙан тайпылма (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:24). Айыҡ фекерле, эҙмә-эҙлекле бул һәм инанғанлыҡ менән эш итергә тырыш. Ваҡыт үтеү менән балаларҙың күбеһе бындай тырышлыҡтарҙы баһалай башлай. Шулай ҙа уларҙың хистәрен иҫәпкә ал. Бер атай кеше былай ти: «Балаларым әсәләрен юғалтты, шунлыҡтан мин уларға ҡарата йомшағыраҡ булырға һәм һөйләшер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланырға тырышам. Мәҫәлән, киске аш әҙерләгәндә, беҙ ихлас аралашабыҙ. Тап шундай мәлдәрҙә балаларым миңә барыһын да ышанып һөйләй».

15. Элекке тормош иптәше тураһында һөйләгәндә, айырылған кеше нимәнән һаҡланырға тейеш?

15 Айырылышҡан булһағыҙ, балалар алдында элекке тормош иптәшеңдең абруйын төшөрмә. Ата-әсәләрҙең талашыуы балаларға күп ғазап килтерә, һөҙөмтәлә, уларҙың икегеҙҙе лә хөрмәт итмәй башлауы ихтимал. Шуға күрә, мәҫәлән: «Һин тас атайың!» — тип әйтеп, рәнйетә алырҙай һүҙҙәрҙән тыйыл. Элекке тормош иптәшең һиңә ниндәй генә ауыртыу килтерһә лә, ул барыбер балаңдың атаһы йә әсәһе булып ҡала, ә һәр бала атаһының да, әсәһенең дә яратыуына, иғтибарына һәм тәрбиәһенә мохтажb.

16. Ниндәй рухи саралар тулы булмаған ғаиләлә бала тәрбиәләүҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора?

16 Алдағы бүлектәрҙә әйтелгәнсә, тәрбиә үҙ эсенә яза биреүҙе генә түгел, өйрәтеүҙе һәм төҙәтеүҙе лә ала. Яҡшы рухи график ярҙамында күп проблемаларҙан арынып була (Филиптарға 3:16). Йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөү зарур (Еврейҙарға 10:24, 25). Был Изге Яҙманы өйрәнеүгә лә ҡағыла. Эйе, уны аҙна һайын үткәреү еңел түгел. «Эштән арып ҡайтҡас, шул тиклем ял итке килә, — тип һөйләй бер тырыш әсә, — әммә мин үҙемде ҡыҙым менән өйрәнеүгә „көйләйем“, сөнки был бит бик мөһим. Ул ғаилә өйрәнеүебеҙҙе бик ярата!»

17. Тимофейҙың иҫ киткес тәрбиә өлгөһөнән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

17 Илсе Павелдың хеҙмәттәше Тимофейҙы Изге Яҙмалағы принциптарға атаһы түгел, ә, күрәһең, әсәһе менән өләсәһе өйрәткән. Һәм ниндәй иҫ киткес мәсихсе булып үҫкән Тимофей! (Ғәмәлдәр 16:1, 2; 2 Тимофейға 1:5; 3:14, 15) Баланы «Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп» тәрбиәләргә тырышһағыҙ, һеҙ ҙә уңышҡа өмөтләнә алаһығыҙ (Ефестарға 6:4).

ЯҢҒЫҘЛЫҠТЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?

18, 19. а) Яңғыҙ ата-әсәләр ниндәй хистәр кисерә? б) Ниндәй кәңәш тән теләктәрен йүгәнләргә ярҙам итер?

18 Балаларын үҙе генә үҫтергән бер әсә: «Өйгә ҡайтҡас, айырыуса балаларҙы йоҡларға һалғас, ошо өйҙөң дүрт стенаһына ҡарайым да, күңелемде яңғыҙлыҡ тойғоһо солғап ала», — тип уфтана. Эйе, яңғыҙлыҡ — ул балаларын үҙе генә үҫтергән ата-әсә өсөн иң ҙур проблема. Никахҡа хас булған наҙға һәм дуҫтарса йылы аралашыуға зарығыу һәр кем өсөн тәбиғи. Әммә был проблеманы бер нимәгә ҡарамай хәл итергә ынтылыу дөрөҫ булмаҫ ине. Илсе Павел көндәрендә йәш тол ҡатындар «енси теләккә бирел[еп], үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡта[ған]» (1 Тимофейға 5:11, 12). Тән теләктәренә рухи нәмәләрҙән өҫтөнлөк алырға юл ҡуйыу беҙҙе һәләкәткә килтерәсәк (1 Тимофейға 5:6).

19 Йәһүә шаһиты булған бер ир былай тигән: «Енси теләк бик көслө, әммә уны йүгәнләп була. Ундай уйҙар килгәндә, иғтибарҙы уларға тупламаҫҡа, ә, киреһенсә, тиҙ генә арынырға кәрәк. Был шулай уҡ балаң хаҡында уйларға ярҙам итә». Алла Һүҙендә: «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе... нәфсене... бөтөрөгөҙ», — тигән кәңәш бирелә (Колосстарға 3:5). Әгәр һеҙ аппетитығыҙҙы «бөтөрөргә», йәғни нәфсегеҙҙе тыйырға теләһәгеҙ, тәмле ризыҡ төшөрөлгән журналдар уҡыр инегеҙме йә һәр ваҡыт ашау тураһында һөйләгән кешеләр менән аралашыр инегеҙме? Һис тә юҡ! Был принцип енси теләккә лә ҡағыла.

20. а) Үҙ имандашы булмаған кешеләр менән осрашып йөрөгән мәсихселәргә ниндәй ҡурҡыныс янай? б) Никахта тормағандар, беренсе быуаттағы мәсихселәр кеүек, яңғыҙлыҡты нисек еңә?

20 Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары үҙ имандашы булмаған кешеләр менән осраша башлаған (1 Коринфтарға 7:39). Был уларҙың проблемаһын хәл иткәнме? Юҡ. Иренән айырылған бер ҡатын былай ти: «Яңғыҙлыҡтан да насарыраҡ бер нәмә бар. Был — үҙ парыңды һайлағанда яңылышыу!» Беренсе быуаттағы тол ҡалған мәсихсе ҡатындарға ла, әлбиттә, яңғыҙлыҡты кисереү еңел булмаған. Әммә зирәк тол ҡатындар «ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән» (1 Тимофейға 5:10). Беҙҙең көндәрҙә лә күп йылдар дауамында үҙенә иманлы тормош иптәше табырға өмөтләнгән тоғро мәсихселәр күп ваҡытын башҡаларға хеҙмәт итеүгә бағышлай. Мәҫәлән, 68 йәшлек бер тол ҡатын, яңғыҙлыҡ тоя башлаһа, башҡа тол ҡатындырҙың хәлен белергә бара икән. Ул: «Ҡунаҡҡа йөрөп, өй эштәре менән булышып, рухилығым хаҡында ҡайғыртып торғанға, яңғыҙлыҡ хаҡында уйларға ваҡыт та ҡалмай», — тип һөйләй. Башҡаларҙы Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәткә өйрәтеү айырыуса файҙалы эш (Матфей 28:19, 20).

21. Доға һәм файҙалы аралашыу нисек яңғыҙлыҡты баҫырға ярҙам итә?

21 Әлбиттә, яңғыҙлыҡтан мөғжизәле рәүештә ҡотолоп булмай. Әммә Йәһүәнең көсө ярҙамында яңғыҙлыҡ арҡаһында тыуған ауырлыҡтар менән көрәшеп була. Мәсихсе, «көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыл[ғанда]», ундай көстөң ярҙамын һиҙә ала (1 Тимофейға 5:5). Ялбарып доға ҡылыу — ул ҡайнар үтенес белдереү, инәлеп, ялынып, бәлки, хатта ҡысҡырып илап ярҙам һорау. (Еврейҙарға 5:7 менән сағыштырығыҙ.) Йәһүәгә «көнө-төнө» йөрәкте бушатыу ысындан да еңеллек килтерә. Бынан тыш, файҙалы аралашыу ҙа яңғыҙлыҡты баҫырға бик тә ярҙам итә. Ундай аралашыу ваҡытында, Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25-тә яҙылғанса, «яҡшы һүҙ» ишетеп була.

22. Яңғыҙлыҡ хисе биләп алғанда, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

22 Әгәр үҙегеҙҙе яңғыҙ тояһығыҙ икән, шуны иҫтә тотоғоҙ: һәр кемдең үҙ ауырлыҡтары бар. Эйе, донъялағы бар ҡәрҙәштәребеҙ ҙә ниндәйҙер дәрәжәлә ғазаптарға дусар була (1 Петр 5:9). Үткәндәр менән йәшәмәгеҙ (Вәғәзсе 7:10). Фатихаларығыҙҙы күрергә өйрәнегеҙ һәм ҡәҙерләгеҙ. Ә иң мөһиме, сафлыҡ һаҡлағыҙ һәм тәүәккәллек менән Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрөгөҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

БАШҠАЛАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

23. Йыйылыштағы тулы булмаған ғаиләләргә ҡарата мәсихселәрҙең ниндәй яуаплылығы бар?

23 Ҡәрҙәштәрҙең нығытыуы һәм ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Яҡуб 1:27-лә былай тип әйтелә: «Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу — бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү... ул». Эйе, мәсихселәр тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итергә тейеш. Нисек итеп?

24. Тулы булмаған ғаиләләргә нисек ярҙам итеп була?

24 Мәҫәлән, матди яҡтан ярҙам итеп була. Инжилдә: «Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?» — тип әйтелә (1 Яхъя 3:17). Бында килтерелгән «күрә тороп» тигән грек һүҙе, күҙ ташлауҙы түгел, ә иғтибарлы ҡарашты аңлата. Игелекле мәсихсе башта ғаиләнең шарттары һәм ихтыяждары менән таныша. Был ғаиләгә, бәлки, аҡса яғынан ярҙам итергә йә өйҙәрендә берәй нәмәне йүнәтергә кәрәктер. Уларҙы төшкө ашҡа йә дуҫтар осрашыуына саҡырһағыҙ ҙа, улар һеҙгә бик тә рәхмәтле булыр.

25. Мәсихселәр нисек яңғыҙ ата-әсәләрҙең хәленә инә ала?

25 Өҫтәүенә, Алла Һүҙендә: «Һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ», — тиелә (1 Петр 3:8). Алты бала үҫтергән яңғыҙ әсә былай ти: «Йәшәүе еңел түгел, шуға ла ваҡыт-ваҡыт бойоғоп та китәм. Әммә ҡайһы берҙә ҡәрҙәштәр миңә: „Джоан, һинең барыһы ла яҡшы ғына килеп сыға. Тырышыуың юҡҡа түгел“ — ти. Башҡаларҙың һинең хаҡта уйлағанын һәм ҡайғыртҡанын белеү көс өҫтәй». Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән йәш апай-ҡәрҙәштәр ир кешегә һөйләй алмаҫлыҡ ауырлыҡтар менән дә осраша. Ундай саҡтарҙа олораҡ апай-ҡәрҙәштәр, уларҙы тыңлап, айырыуса ҙур ярҙам күрһәтә ала.

26. Етлеккән ағай-ҡәрҙәштәр атайһыҙ үҫкән балаларға нисек ярҙам күрһәтә ала?

26 Мәсихсе ир-аттар ҙа ярҙам итә ала. Әйүп пәйғәмбәр: «Мин бит... етемдәргә һәм ярҙамсыһы булмаған һәр кешегә ярҙам итә инем», — тип әйткән (Әйүп 29:12). Беҙҙең көндәрҙә лә ағай-ҡәрҙәштәр атаһы булмаған балаларға иғтибар бүлә һәм бер ниндәй йәшерен ниәтһеҙ, «саф йөрәктән» мөхәббәт сағылдыра (1 Тимофейға 1:5). Үҙ ғаиләләре тураһында онотмайынса, улар шундай балаларҙы үҙҙәре менән вәғәзгә ала, шулай уҡ ғаилә өйрәнеүенә йә бергә ял итергә саҡыра. Атаһыҙ үҫкән балаға күрһәтелгән бындай изгелек уны насар юлдан һаҡлай ала.

27. Яңғыҙ ата-әсәләр кемдән ярҙам көтә ала?

27 Эйе, ҡәрҙәштәр һәм Йәһүә Алла яңғыҙ ата-әсәләрҙе ярата, шулай ҙа улар «үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш» (Галаттарға 6:5). Зәбур китабында: «Йәһүә... атаһыҙ етемгә һәм тол ҡатынға ярҙам итә», — тиелә (Зәбур 146:9). Уның ярҙамы менән тулы булмаған ғаиләләр бәхетле була ала!

a Әгәр ҙә йәш апай-ҡәрҙәш әхлаҡһыҙлыҡ арҡаһында ауырға ҡалған икән, мәсихселәр йыйылышы уның ҡылығын бер нисек тә аҡларға тейеш түгел. Әммә ул тәүбә итһә, йыйылыштағы өлкәндәр һәм башҡалар үҙ ярҙамын тәҡдим итә ала.

b Ҡайһы саҡта атай йә әсәй кеше бала менән аяуһыҙ мөғәмәлә итә, ундай саҡта бала яҡлауға мохтаж. Һүҙ ундай осраҡтар тураһында бармай. Әгәр элекке тормош иптәшең һинең абруйыңды төшөрөргә теләһә, әйтәйек, баланы һинән китергә ҡотортһа, йыйылыш өлкәндәре кеүек тәжрибәле дуҫтар менән кәңәшләшеү яҡшы булыр.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ БЫЛ ПРИНЦИПТАР ТУЛЫ БУЛМАҒАН ҒАИЛӘЛӘРГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

Йәһүә Алла — «етемдәрҙең атаһы һәм тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы» (Зәбур 68:5).

Уңышҡа ирешер өсөн яҡшы планлаштырыу мөһим (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5).

Йәһүә баланы тейешле итеп тәрбиәләү хоҡуғын ата-әсәгә бирә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8).

Зирәк тол ҡатындар игелекле эштәр һәм доға ҡылыу менән мәшғүл (1 Тимофейға 5:5, 10).

Етемдәр һәм тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү — ысын ғибәҙәт ҡылыуҙың бер өлөшө (Яҡуб 1:27).

БАЛАЛАР НИМӘ ЭШЛӘЙ АЛА?

Әсәйең йә атайың һине яңғыҙы үҫтерәме? Һин уға нисек ярҙам итә алаһың? Беренсенән, тыңлаусан бул. Оҙон буйың да, енесең дә «әсәйеңдең күрһәтмәһен ҡалдырырға» хоҡуҡ бирмәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Йәһүә һиңә тыңлаусан булырға ҡуша, һәм был һиңә файҙа ғына килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22; Ефестарға 6:1—3).

Үҙең белеп ярҙам ит һәм рәхмәтле бул. Тони исемле бер малай былай тип һөйләй: «Әсәйем больницала эшләй, һәм уның халаты яҡшы үтекләнгән булырға тейеш. Уның халатын мин үҙем үтекләйем. Шулай итеп уға ярҙам итәм». Ә бер яңғыҙ әсә: «Йыш ҡына мин эштән арып, кәйефем бөтөп ҡайтам, тап шул көндө ҡыҙым ашарға бешереп, өҫтәл әҙерләп ҡуйған була», — тип һөйләй.

Шуны онотма: ярҙам итергә әҙер булыу бик мөһим. Бәлки, ауыр эш көнөнән һуң атайыңа йә әсәйеңә ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуҙы үткәреү еңел түгелдер. Әгәр шундай ваҡытта ярҙам итмәһәң, хәл насарая ғына. Билдәләп ҡуйған ваҡытҡа әҙер булырға тырыш. Дәрестәреңде иртәрәк әҙерлә. Тыңлаусан, рәхмәтле һәм ярҙам күрһәтергә әҙер булып, һин атайыңды йә әсәйеңде, ә иң мөһиме Алланы һөйөндөрөрһөң.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу