8-се йыр
Ғайса үлемен иҫкә алыу кисәһе
1. Алла — күктәге Атайыбыҙ,
Шундай изге һинең Кисең!
Ун дүртенсе нисанда күренгән даның,
Мөхәббәт, аҡыл һәм көсөң.
Ҡотҡарылыу бәрәнен ашап,
Исраил азат ителгән.
Алдан Йәһәвә әйткән һүҙе үтәлгән,
Һәм Мәсихтең ҡаны түгелгән.
2. Йәһәвә алдына йыйылдыҡ
Изге исемен данларға.
Ғайса Мәсих аша, Уның беҙгә биргән
Яратыуын беҙ маҡтайбыҙ.
Мәсихтең иҫкә алыу кисен
Аҡыл, йөрәктә һаҡлайбыҙ.
Хужабыҙ күрһәткән юл буйынса барып,
Мәңгелек тормошҡа атлайбыҙ.
(Лука 22:14—20; 1 Көр. 11:23—26-ны ла ҡара.)