9-сы йыр
Аллабыҙ Йәһәвәне данла!
(Мәҙхиә 144:12)
1. Йырла һин, Алланы маҡтап!
Алланың данлы исемен!
Бик яҡын уның көнө бит,
Бар кешеләр ҙә быны белһен!
Улына Батша булырға ваҡыт
Килде, һәр ерҙә әйтегеҙ.
Йәһәвә бирәсәк фатихалар
Хаҡында маҡтап һөйләгеҙ!
(ҠУШЫМТА)
Аллаға дан! Уға хөрмәт!
Йәһәвә Хоҙайҙы маҡтағыҙ!
2. Йәһәвә Алланы данла,
Ишетһендәр ер шарында!
Йөрәктән дан, хөрмәт сыҡһын,
Йылға кеүек өҙөлмәй аҡһын.
Алла бөйөк булһа ла, баҫалҡы,
Барыһына изгелекле.
Шәфҡәтле, яратыу күрһәтә Ул,
Ярҙам итә, мәрхәмәтле.
(ҠУШЫМТА)
Аллаға дан! Уға хөрмәт!
Йәһәвә Хоҙайҙы маҡтағыҙ!
(Мәҙ. 88:28; 104:1; Ирем. 33:11-ҙе лә ҡара.)