10-сы йыр
«Бына мин! Ебәр мине»
(Ишағия 6:8)
1. Алланың саф исеменә
Кешеләр тап төшөрәләр.
Көсһөҙ ул, рәхимһеҙ, тиҙәр.
«Алла юҡ!» — тип ҡысҡыралар.
Алла исемен кем яҡлар?
Изгеләндерер, кем маҡтар?
«Йәһәвәм! Һин ебәр мине.
Йырлап маҡтармын мин һине.
(ҠУШЫМТА)
Минең өсөн был иң ҙур хөрмәт,
Бына мин! Ебәр мине».
2. Ҡурҡмайҙар Алланан улар,
«Оҙаҡлай», — тип ғәйепләйҙәр.
Табыналар күптәр ботҡа,
Ҡайсарҙы ла «илаһ» тиҙәр.
Яуыздарҙы кем киҫәтер
Алла һуғышы хаҡында?
«Йәһәвәм! Һин ебәр мине.
Ҡурҡмайынса иҫкәртермен.
(ҠУШЫМТА)
Минең өсөн был иң ҙур хөрмәт,
Бына мин! Ебәр мине».
3. Бөгөн йыуаштар көрһөнә,
Сөнки яуызлыҡ үрсегән.
Тынлыҡ биргән хәҡиҡәтте
Уларға ҡайҙан эҙләргә?
Кем йыуаштарҙы йыуатыр,
Тәҡүә булырға булышыр?
«Йәһәвәм! Һин ебәр мине.
Йыуаштарҙы өйрәтермен.
(ҠУШЫМТА)
Минең өсөн был иң ҙур хөрмәт,
Бына мин! Ебәр мине».
(Мәҙ. 9:25; Йәз. 9:4-те лә ҡара.)