34-се йыр
Үҙ исемебеҙгә лайыҡлы булып йәшәйбеҙ
(Ишағия 43:10 —12)
1. Ҡөҙрәтле Йәһәвәне һеҙ данлағыҙ!
Яратыуҙа, ҡеүәтендә камил.
Бөгөн идара итәһең, Аллабыҙ,
Һиндә дөрөҫлөк һәм сикһеҙ аҡыл.
Һиңә хеҙмәт итеп шатлыҡ табабыҙ,
Хәҡиҡәтеңде иғлан итәбеҙ.
(ҠУШЫМТА)
Шаһиттарың булыу — ҙур хөрмәт беҙгә.
Лайыҡлы булайыҡ был исемгә.
2. Изге хеҙмәттә бергәләп ҡатнашып,
Мөхәббәттә берләшә ҡәрҙәштәр.
Һине данлайбыҙ хәҡиҡәтте һөйләп,
Ҙур шатлыҡ менән тула йөрәктәр.
Бөйөк исемеңде асып, Йәһәвә,
Бик ҙур хөрмәт күрһәттең һин беҙгә.
(ҠУШЫМТА)
Шаһиттарың булыу — ҙур хөрмәт беҙгә.
Лайыҡлы булайыҡ был исемгә.
(Ҡан. 32:4; Мәҙ. 42:3; Дан. 2:20, 21-ҙе лә ҡара.)