11-се йыр
Йәһәвә йөрәген һөйөндөрәйек
(Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11)
1. Бирҙек вәғәҙә, Йәһәвә,
Ихтыярыңды үтәрбеҙ.
Индереп өлөшөбөҙҙө,
Йөрәгеңде шат итербеҙ.
2. Тоғро хеҙмәтсең бар ерҙә
Һинең хаҡта иғлан итә.
Рухи ризығың көс бирә
Ихтыярыңды үтәргә.
3. Тура юл менән барырға
Көсөңдө бир, зинһар, беҙгә.
Маҡтап емеш килтерергә,
Хуплауыңа ирешергә.
(Мат. 24:45—47; Лука 11:13; 22:42-не лә ҡара.)