49-сы йыр
Йәһәвә — беҙҙең һыйыныу урыны
(90-сы Мәҙхиә)
1. Йәһәвә — ышаныслы
Һыйындырыусыбыҙ.
Ҡанаттары аҫтында
Яҡлау беҙ табабыҙ.
Алла үҙе яҡлаясаҡ,
Түҙемлек менән көтәбеҙ.
Һыйыныу урыныбыҙ —
Йәһәвәбеҙ — нығытмабыҙ.
2. Абынып йығылһа ла
Меңләгән алдыңда,
Именлектә йәшәрһең
Тоғролар янында.
Ҡурҡыуҙан ҡалтырамаҫһың,
Ҙур бәләләр янаһа ла.
Һәр ваҡыт ныҡ торорһоң,
Алла ҡанаты аҫтында.
3. Бер ҡасан шикләнмәҫһең,
Ҡурҡыу, борсоу килмәҫ,
Сөнки Йәһәвә яҡлай.
Йылан зыян итмәҫ,
Юлбарыҫ та ҡурҡыу һалмаҫ,
Йыландан да Алла һаҡлар.
Ул — Һыйындырыусыбыҙ,
Юлыбыҙҙа беҙҙе яҡлар.
(Мәҙ. 96:10; 120:3, 5; Ишағ. 52:12-не лә ҡара.)