41-се йыр
Йәшлегеңдә Йәһәвәгә хеҙмәт ит
(Вәғәзсе 12:1, 2)
1. Аллаға ҡәҙерле ҡыҙ, егеттәр.
Ул һеҙҙе, йәштәрҙе, ныҡ ярата.
Һеҙгә ул күрһәтә мөхәббәтен,
Ата-әсә, дуҫтар, беҙҙең аша.
2. Һеҙ ата-әсәне хөрмәтләгеҙ,
Талашыу булмаһын, көс ҡуйығыҙ.
Хуплаһа Йәһәвә һәм кешеләр,
Бәхетле буласаҡ йәшлегегеҙ.
3. Хоҙайҙы иҫтә тот йәшлегеңдә,
Хәҡиҡәтте ярат, ҡуй тырышлыҡ.
Үҙеңде бағышлап, килтерерһең
Йәһәвәнең йөрәгенә шатлыҡ.
(Мәҙ. 70:17; Ирем. ил. 3:27; Эфес. 6:1—3-тө лә ҡара.)