54-се йыр
Беҙ иман итергә тейеш
(Еврейҙарға 10:38, 39)
1. Күп һөйләгән Алла кешеләргә
Үҙ пәйғәмбәрҙәре аша.
«Бар кешеләр тәүбә итһендәр», — тип
Улы аша өндәшә.
(ҠУШЫМТА)
Беҙҙең иманыбыҙ ныҡмы?
Иҫән ҡалыу өсөн кәрәк.
Эштәр быны күрһәтәме?
Йәнде һаҡлар өсөн иман кәрәк.
2. Ғайса Мәсих әмерен үтәйбеҙ,
Хәҡиҡәтте йәшермәйбеҙ.
Һөйләү иреген беҙ ҡәҙерләйбеҙ,
Яҡшы хәбәр һөйләйбеҙ.
(ҠУШЫМТА)
Беҙҙең иманыбыҙ ныҡмы?
Иҫән ҡалыу өсөн кәрәк.
Эштәр быны күрһәтәме?
Йәнде һаҡлар өсөн иман кәрәк.
3. Ышаныслы якорь кеүек иман,
Ҡурҡып сигенмәҫбеҙ артҡа.
Ҡаршы күтәрелһә лә дошмандар,
Ҡотолоу яҡынлаша.
(ҠУШЫМТА)
Беҙҙең иманыбыҙ ныҡмы?
Иҫән ҡалыу өсөн кәрәк.
Эштәр быны күрһәтәме?
Йәнде һаҡлар өсөн иман кәрәк.
(Рим. 10:10; Эфес. 3:12; Евр. 11:6; 1 Яхъя 5:4-те лә ҡара.)