143-сө йыр
Ҡараңғы донъяла яҡтылыҡ
Ҡараңғы яуыз көндәрҙә
Беҙ яҡтылыҡ күрҙек.
Ул балҡый, тыуасаҡ көндөң
Таң нурҙары кеүек.
(ҠУШЫМТА)
Ҡараңғыла балҡып,
Яҡты хәбәр һибелә,
Таң ҡояшы булып.
Өмөт бирә беҙгә,
Ул яңы көн килтерә,
Ә төн үтә.
Кем йоҡлай — беҙ уятайыҡ,
Ваҡыт бик аҙ ҡалды.
Әйҙәгеҙ, доға ҡылайыҡ,
Биреп өмөт нуры.
(ҠУШЫМТА)
Ҡараңғыла балҡып,
Яҡты хәбәр һибелә,
Таң ҡояшы булып.
Өмөт бирә беҙгә,
Ул яңы көн килтерә,
Ә төн үтә.
(Яхъя 3:19; 8:12; Рим. 13:11, 12; 1 Пет. 2:9-ҙы ла ҡара.)