152-се йыр
Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ
(Ғибрәтле һүҙҙәр 14:26)
Йәһүә Алла, рәхмәт һиңә,
яҡты өмөт бирҙең.
Был өмөт менән йәшәйбеҙ.
Бәхет юлын астың.
Әммә тормошта борсолоуҙар
күңелгә ҡурҡыу һала.
Һәм өмөт, балҡып торһа ла,
кинәт һүнеп ҡала.
(ҠУШЫМТА)
Йәһүә, Ҡаябыҙ,
һин — ышыҡ урын.
Табабыҙ һиндә һыйыныу.
Тормошта, хеҙмәттә
һин ҡалдырмайһың.
Йәшәйбеҙ һиңә таянып.
Йыуаныс бирәһең, Йәһүә
ауыр ваҡыттарҙа.
Аллабыҙ, беҙгә ярҙам ит
быны онотмаҫҡа.
Был хаҡта уйлау көс-дәрт бирә —
ҡабына өмөт йәнә.
Данларға һине теләйбеҙ.
Ышыҡ урын — һиндә.
(ҠУШЫМТА)
Йәһүә, Ҡаябыҙ,
һин — ышыҡ урын.
Табабыҙ һиндә һыйыныу.
Тормошта, хеҙмәттә
һин ҡалдырмайһың.
Йәшәйбеҙ һиңә таянып.
(Зәб. 72:13, 14; Ғиб. һүҙ. 3:5, 6, 26; Ирем. 17:7-не лә ҡара.)