8-СЕ ЙЫР
Йәһүә — һыйыныр урыныбыҙ
(Зәбур 91)
1. Терәк тә, таяныс та —
Берҙән-бер Йәһүә.
Уға гел һыйынабыҙ,
Ул ҙур ҡалҡан беҙгә.
Тоғро хеҙмәтсеһен яҡлар,
Хәсрәттәрҙән ул ҡурсалар.
Көндән-көн таянабыҙ
Шәфҡәтле, ғәҙел Аллаға.
2. Меңдәр ҙә, ун меңдәр ҙә
Беҙҙең алда ҡолар.
Тоғро һәм ғәҙелде лә
Алла үҙе яҡлар.
Ҡурҡыу беҙҙе биләп алмаҫ,
Бәлә-ҡаза яҡынлашмаҫ.
Ышыҡ та, бик тыныс та
Хоҙай ҡанаты аҫтында.
3. Зыян күрмәйәсәкһең
Дошман тоҙағынан,
Яҡлау ҙа, ҡотолоу ҙа
Килә Йәһүәнән.
Алла беҙгә ҡеүәт өҫтәр,
Ҙур ҡаурыйы менән ҡаплар.
Көндөҙ ҙә һәм төнөн дә
Йәһүә — ныҡлы ҡәлғәбеҙ.
(Зәб. 97:10; 121:3, 5; Ишағ. 52:12-не лә ҡара.)