57-СЕ ЙЫР
Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ
(1 Тимофейға 2:4)
1. Алла бар кешегә тигеҙ ҡарай,
Өлгөһөнә эйәргебеҙ килә.
Ул һәр кемдең ҡотолоуын теләй,
Һүҙе аша дөрөҫ юл күрһәтә.
ҠУШЫМТА
Мөһиме — кеше үҙе,
Йөҙө түгел — күңеле.
Хәбәр бар кешегә таратыла.
Ихластан яратҡанға,
Вәғәзләйбеҙ уларға:
«Һәр кем Алла дуҫы була ала».
2. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен,
Ниндәй генә тәьҫир ҡалдырмаһын,
Иң мөһиме — эске матурлығы,
Тик Йәһүә күрә ала уны.
ҠУШЫМТА
Мөһиме — кеше үҙе,
Йөҙө түгел — күңеле.
Хәбәр бар кешегә таратыла.
Ихластан яратҡанға,
Вәғәзләйбеҙ уларға:
«Һәр кем Алла дуҫы була ала».
3. Алла ысын тормош тәҡдим итә
Был донъянан сыҡҡан кешеләргә.
Хәҡиҡәтте Хоҙай асҡан беҙгә,
Был турала һөйләйбеҙ һәр кемгә.
ҠУШЫМТА
Мөһиме — кеше үҙе,
Йөҙө түгел — күңеле.
Хәбәр бар кешегә таратыла.
Ихластан яратҡанға,
Вәғәзләйбеҙ уларға:
«Һәр кем Алла дуҫы була ала».
(Яхъя 12:32; Ғәм. 10:34; 1 Тим. 4:10; Тит. 2:11-ҙе лә ҡара.)