58-СЕ ЙЫР
Именлеккә лайыҡтарҙы эҙләйбеҙ
(Лука 10:6)
1. «Бар ерҙәрҙә лә был яҡшы хәбәр
яңғыраһын», — тигән Ғайса,
Һәйбәт өлгө биреп беҙгә.
Хәҡиҡәткә ул һәр саҡ өйрәткән.
Иртән иртүк һәм кисен дә —
Гел вәғәзләгән.
Бөгөн иһә бөтә ерҙә
Хәбәр итәбеҙ һәр кемгә:
«Ҡайғы-хәсрәт тиҙҙән бөтөр, юҡ булыр».
ҠУШЫМТА
Бар ерҙәрҙә
Алла һүҙен иғлан итәбеҙ,
Һәр халыҡтан
Лайыҡ кешеләрҙе эҙләйбеҙ.
Вәғәзләүҙән
Туҡтамайбыҙ.
2. Бик ашығабыҙ — аҙ ваҡыт ҡалды.
Хәҡиҡәткә мохтаж күптәр,
Алла юлын эҙләй улар.
Һәр ҡалала, ауыл ерҙәрендә
Яҡшы хәбәр еткерәбеҙ
Һәр бер кешегә.
Әгәр меңдән берәү килһә,
Алла Һүҙен ҡабул итһә,
Шатлыҡ тоябыҙ шул мәлдә күңелдә.
ҠУШЫМТА
Бар ерҙәрҙә
Алла һүҙен иғлан итәбеҙ,
Һәр халыҡтан
Лайыҡ кешеләрҙе эҙләйбеҙ.
Вәғәзләүҙән
Туҡтамайбыҙ.
(Ишағ. 52:7; Матф. 28:19, 20; Лука 8:1; Рим. 10:10-ды ла ҡара.)