76-СЫ ЙЫР
Алланы данлау ҙур шатлыҡ килтерә
(Еврейҙарға 13:15)
1. Бар көсөңдө һалып,
Вәғәзләйһең ашҡынып.
Эскерһеҙ кеше осрай —
Был ҡыуаныс өҫтәй.
Күп тырышлыҡ һалдың,
Бар ерҙә орлоҡ сәстең.
Үҫтерер Алла үҙе
Ихлас йөрәктәрҙе.
ҠУШЫМТА
Шатлыҡ менән күңел тула
Маҡтау йыры йырлағанда.
Ғүмер биргән Аллабыҙҙы
Теләйбеҙ данларға.
2. Ҙур шатлыҡ кисерҙең —
Күптәрҙе эҙләп таптың.
Һүҙеңде улар тыңлай,
Өйрәнергә теләй.
Кемдер кире ҡаға,
Үҙ юлы менән бара,
Әммә һин ныҡ борсолма,
Эҙлә һәм туҡтама.
ҠУШЫМТА
Шатлыҡ менән күңел тула
Маҡтау йыры йырлағанда.
Ғүмер биргән Аллабыҙҙы
Теләйбеҙ данларға.
3. Был хөрмәтле эште
Йәһүә һиңә бирҙе.
Ярҙамһыҙ ул ҡалдырмай —
Был ҙур бәхет өҫтәй.
Һәр йыуаш кешегә
Хәбәрҙе еткерергә
Беҙҙең өлгөргө килә —
Ваҡыт көтмәй бер ҙә.
ҠУШЫМТА
Шатлыҡ менән күңел тула
Маҡтау йыры йырлағанда.
Ғүмер биргән Аллабыҙҙы
Теләйбеҙ данларға.
(Ғәм. 13:48; 1 Фес. 2:4; 1 Тим. 1:11-ҙе лә ҡара.)