Ноябрь
Дүшәмбе, 1 ноябрь
Башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ (Флп. 2:3).
Аҡыллы тип һаналған күп уҡымышлы кешеләр Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙән мыҫҡыллап көлә. Уларҙың әйтеүенсә, башҡаларҙы өҫтөн күргән кеше үҙен яҡлауһыҙ итә, һәм башҡалар уны үҙ мәнфәғәте өсөн ҡулланырға мөмкин. Әммә Шайтан донъяһында киң таралған эгоистик ҡараш нимәгә килтерә? Үҙен генә уйлаған кешеләр бәхетлеме? Ә уларҙың ғаиләләре бәхетлеме һәм ысын дуҫтары бармы? Улар Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙәме? Шулай итеп, нимә яҡшыраҡ емештәр килтерә: донъя зирәклегенә таяныумы, әллә Алла Һүҙендәге зирәклек буйынса эш итеүме? (1 Кор 3:19). Был донъяла аҡыллы тип һаналған кешеләрҙән кәңәш һораусылар үҙҙәре кеүек аҙашҡан туристарҙан юл һораған туристарға оҡшаш. Ғайса үҙенең көндәрендә йәшәгән «аҡыл эйәләре» тураһында былай тигән: «Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк» (Матф. 15:14). Ысынлап та, был донъяның зирәклеге Алла алдында аҡылһыҙ. w19.05 24—25 бб., 14—16 абз.
Шишәмбе, 2 ноябрь
Улар... Уның һайланғандарын йыйыр (Матф. 24:31).
Һунғы йылдарҙа Кисәлә символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙең һаны артҡандан-арта бара. Беҙгә шул арҡала борсолорға кәрәкме? Юҡ. «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» (2 Тим. 2:19). Йәһүәнән айырмалы рәүештә, символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙе һанаған ҡәрҙәштәр кемдең ысындан да майланған булыуын белмәй. Шуға күрә улар үҙен майланған тип һанаған, әммә ысынында майланғандар һанына кермәгән мәсихселәрҙе лә иҫәпләй. Мәҫәлән, шундай мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәре ваҡыт үтеү менән символдарҙан ауыҙ итмәй башлай. Башҡалар иһә психик йә эмоциональ проблемалар арҡаһында күктә Мәсих менән идара итәсәгенә ышанырға мөмкин. Шуға күрә ерҙә күпме майланған мәсихсе ҡалғанын теүәл әйтеп булмай. Ғайса майланғандарҙы күккә алыр өсөн килгәндә, улар ер шарының төрлө урындарында йәшәр. Изге Яҙманан күренеүенсә, һуңғы көндәр ваҡытында ерҙә йәшәгән майланғандарҙың һаны ҙур булмаҫ (Асыл. 12:17). Әммә унда ҙур афәт башланған ваҡытҡа уларҙың ҡайҙа йәшәйәсәге йә күпме ҡаласағы тураһында әйтелмәй. w20.01 29—30 бб., 11—13 абз.
Шаршамбы, 3 ноябрь
Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта... Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе (Яхъя 3:16).
Юлдан яҙған ул тураһында ҡисса һөйләп, Ғайса Йәһүәнең атайҙарса яратыуының ни тиклем тәрән икәнен күрһәткән (Лука 15:11—32). Был ҡиссала һүрәтләнгән атай улының кире ҡайтырына өмөтөн бер ҡасан да юғалтмаған. Улы кире ҡайтҡас, атаһы уны шатланып ҡаршы алған. Йәһүәнән ситләшһәк, әммә тәүбә итһәк, күктәге Атабыҙҙың беҙҙе шатланып ҡабул итеренә һис тә шикләнмәҫкә була. Күктәге Атабыҙ Әҙәм килтергән зыянды тулыһынса юҡ итәсәк. Әҙәм фетнә күтәргәндән һуң, Йәһүә 144 000 кешене күккә саҡырырға ниәтләгән. Улар уның Улы менән бергә батшалар һәм руханиҙар булып хеҙмәт итергә тейеш булған. Яңы донъяла Ғайса һәм уның хакимдаштары тыңлаусан кешеләргә камиллыҡҡа өлгәшергә ярҙам итер. Ә һуңғы һынауҙан һуң, Алла кешеләрҙе мәңгелек тормош менән бүләкләр. Ул саҡта ер шары Йәһүәнең камил улдары һәм ҡыҙҙары менән тулы булыр. Быны күреү Атабыҙға күп шатлыҡ килтерер. Ниндәй иҫ киткес ваҡыт беҙҙе көтә. w20.02 6—7 бб., 17—19 абз.
Кесаҙна, 4 ноябрь
Фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын (Ефес. 4:23).
Һәр беребеҙгә бындай һорау өҫтөндә уйланыу мөһим: «Мин тыштан ғына үҙгәрәмме, әллә ысын мәсихсе булыр өсөн эске булмышымды үҙгәртергә тырышаммы?» Ғайса Мәсихтең Матфей 12:43—45-тә яҙылған һүҙҙәре бындай мөһим хәҡиҡәткә иғтибар итә: насар уйҙарҙан арыныу ғына әҙ, уларҙы Алла хуплаған фекерҙәр менән алмаштырырға кәрәк. Әммә эске булмышыбыҙҙы үҙгәртеү мөмкинме? Алла Һүҙендә былай тиелгән: «Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ» (Ефес. 4:24). Эйе, шундай етди үҙгәрештәр яһау мөмкин, ләкин был еңел түгел. Насар теләктәрҙән һәм эштәрҙән тыйылыу ғына әҙ, беҙгә фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе яңыртырға, йәғни теләктәрҙе, ғәҙәттәрҙе һәм этәргес ниәттәрҙе үҙгәртергә кәрәк. Был өҙлөкһөҙ процесс. w19.06 9—10 бб., 6, 7 абз.
Йома, 5 ноябрь
Беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ (Баш. 19:13).
Йәһүә, ҡыҙғаныу сағылдырып, Лутты һәм уның ғаиләһен ҡотҡарыр өсөн фәрештәләрен ебәргән. Әммә Лут ашыҡмаған. Фәрештәләр Лутты, уның ҡатынын һәм ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан алып сыҡҡан (Баш. 19:15, 16). Фәрештәләр Лутҡа тауҙарға табан йүгерергә ҡушҡан. Ләкин, Йәһүәгә буйһоноу урынына, Лут яҡындағы ҡалаға ҡасырға рөхсәт һораған (Баш. 19:17—20). Йәһүә уны сабырлыҡ менән тыңлаған һәм уға үҙенсә эш итергә рөхсәт иткән. Һуңыраҡ Лут шул ҡалала йәшәргә ҡурҡа башлаған, шунлыҡтан тауҙарға — Йәһүә баштан уҡ әйткән ергә киткән (Баш. 19:30). Ниндәй иҫ киткес сабырлыҡ күрһәткән Йәһүә! Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, Лут кеүек, аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул итеп, етди ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Бәлки, беҙ, нимә сәстең, шуны урҙың, тип әйтергә теләрбеҙ, һәм был хаҡ һүҙҙәр булырға мөмкин (Гал. 6:7). Әммә, Йәһүә Лутҡа ярҙам иткән кеүек ҡәрҙәшебеҙгә ярҙам итергә тырышһаҡ, күпкә яҡшыраҡ булыр. w19.06 20 б., 3 абз.; 21 б., 4, 5 абз.
Шәмбе, 6 ноябрь
Раббым — минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын (Евр. 13:6).
Ғибәҙәтебеҙҙе тыйғанда, дошмандар беҙ ҡурҡыуға бирелербеҙ һәм Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарбыҙ тип өмөтләнә. Эшмәкәрлегебеҙҙе тыйыуҙан тыш, улар беҙҙең хаҡта ялған хәбәрҙәр таратырға, йорттарыбыҙҙа тентеү үткәрергә, беҙҙе судҡа бирергә йә хатта төрмәгә ултыртырға мөмкин. Улар, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе төрмәгә ябып, бөтәбеҙҙе лә ҡурҡытырға өмөтләнә. Ҡурҡыу тойғоһона күңелебеҙҙә урынлашырға рөхсәт итһәк, беҙ хатта үҙ ғибәҙәтебеҙҙе үҙебеҙ «тыйырға» мөмкин. Беҙҙең Левиттар 26:36, 37-лә тасуирланған кешеләргә оҡшаш булғыбыҙ килмәй. Шуға күрә беҙ ҡурҡыу арҡаһында рухи эштәрҙә әҙерәк ҡатнаша башларға йә бөтөнләй туҡтарға теләмәйбеҙ. Беҙ Йәһүәгә тулыһынса таянабыҙ һәм ҡурҡыуға бирелмәйбеҙ (Ишағ. 28:16). Беҙ, доға ҡылып, Йәһүәнән нисек эш итергә кәрәклеген һорайбыҙ. Беҙгә Алла ярҙам итә, шунлыҡтан донъялағы иң көслө хакимдар ҙа беҙгә ғибәҙәт ҡылырға ҡамасаулай алмаясаҡ. Киреһенсә, улар беҙҙе Йәһүәгә тағы ла күберәк хеҙмәт итергә дәртләндерә ала. w19.07 9 б., 6, 7 абз.
Йәкшәмбе, 7 ноябрь
Алла һүҙен вәғәзлә (2 Тим. 4:2).
Вәғәз эшендә һалған тырышлыҡтарығыҙ бушҡа кеүек тойолһа ла, бирешмәгеҙ һәм артабан да шәкерт булып китә алған кешеләрҙе эҙләгеҙ. Ғайса был эште балыҡ тотоу менән сағыштырған. Ҡайһы саҡ, балыҡсы берәй нәмә тотҡансы, күп сәғәттәр үтә. Йыш ҡына балыҡсы төнөн йә иртән-иртүк эшләй, ә ҡайһы берҙә уға ҙур аралар үтергә тура килә (Лука 5:5). Шуның шикелле, ҡайһы бер вәғәзселәр, төрлө ваҡытта һәм төрлө ерҙәрҙә вәғәзләп, түҙемлек менән күп сәғәттәр буйы «балыҡ тоторға» тырыша. Ни өсөн? Сөнки, шулай эшләп, улар күберәк кешене осрата ала. Был йәһәттән күп тырышлыҡ һалған ҡәрҙәштәр йыш ҡына бүләкләнә — хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе таба. Һеҙ ҙә күберәк кешене осратып булған ерҙәрҙә һәм ваҡытта вәғәзләй алыр инегеҙме? Кеше менән өйрәнеү үткәргәндә, ни өсөн түҙемлек кәрәк? Сәбәптәрҙең береһе: беҙ кешегә Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе белергә һәм яратырға ярҙам итеү менән генә сикләнмәйбеҙ, ә шулай уҡ уға Изге Яҙманың авторы Йәһүәне белергә һәм яратырға ярҙам итергә теләйбеҙ. w19.07 18—19 бб., 14, 15 абз.
Дүшәмбе, 8 ноябрь
Үткәнемде онот[ам] (Флп. 3:13).
Ҡайһы берәүҙәргә элекке гонаһтары арҡаһында ғәйеп тойғоһо менән көрәшергә тура килә. Һеҙ ҙә шундай көрәш алып барһағыҙ, Мәсихтең йолом ҡорбаны тураһындағы мәҡәләләрҙе тикшерегеҙ. Был тема буйынса шәхси өйрәнеү үткәреү, уның хаҡында уйланыу һәм доға ҡылыу беҙҙе мәғәнәһеҙ ғәйеп тойғоһонан азат итергә мөмкин. Һөҙөмтәлә беҙ Йәһүә инде кисергән гонаһтарыбыҙ арҡаһында бүтән көйөнмәҫбеҙ. Павелдың миҫалынан тағы бер һабаҡ алып була. Ҡайһы берҙәребеҙ, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, күп аҡса килтерә алған карьеранан баш тартҡан. Ундай осраҡта беҙ, үткәнде онотоп, байыу мөмкинлеген ҡулланмағаныбыҙға үкенмәйенсә, артабан хеҙмәт итә алыр инекме? (Һан. 11:4—6; Вәғ. 7:10). Үткәнде онотоу тураһында әйткәндә, беҙгә шулай уҡ элекке ҡаҙаныштарҙы һәм һынауҙарҙы оноторға кәрәк булырға мөмкин. Әлбиттә, үткән йылдарҙа Йәһүәнең беҙҙе нисек фатихалағанын һәм беҙгә нисек ярҙам иткәнен иҫкә төшөрөү уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығыта. Әммә беҙ, хеҙмәттә инде етерлек тырышлыҡ һалдым, тип үҙебеҙҙән артыҡ ҡәнәғәт булып китергә теләмәйбеҙ (1 Кор. 15:58). w19.08 3 б., 5, 6 абз.
Шишәмбе, 9 ноябрь
Гел доға ҡылығыҙ (1 Фес. 5:17).
Ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙ Аллаға һәр ҡайһы ваҡытта ихтирам менән мөрәжәғәт итә алабыҙ. Эштәре бик күп булһа ла, Йәһүә һәр ваҡыт беҙҙе тыңларға әҙер. Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы тыңлауын белеү беҙҙе уға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра. Мәҙхиә йырлаусы: «Мин Йәһүәне яратам, сөнки ул минең ауазымды... ишетә», — тип әйткән (Зәб. 116:1). Атабыҙ доғаларыбыҙҙы тыңлап ҡына ҡалмай, ул шулай уҡ беҙгә яуап бирә. Илсе Яхъя беҙҙе былай тип ышандыра: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14, 15). Әлбиттә, Йәһүә доғабыҙға беҙ көткәнсә яуап бирмәҫкә лә мөмкин. Ул беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә, шуға күрә ҡайһы ваҡыт доғабыҙға «юҡ» тип яуап бирә йәки доғаға яуапты бер аҙ көтөүебеҙҙе теләй (2 Кор. 12:7—9). Йәһүә беҙҙе бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итә. Ул атайҙарға ҡуйған талапты үҙе лә үтәй (1 Тим. 5:8). Алла үҙ балаларының матди ихтыяждарын ҡайғырта. Ул беҙҙең ризыҡ, кейем йә йәшәү урыны тураһында борсолоуыбыҙҙы теләмәй (Матф. 6:32, 33; 7:11). Ҡайғыртыусан атай булараҡ, Йәһүә хатта киләсәгебеҙҙең яҡты булыуын да хәстәрләгән. w20.02 5 б., 10—12 абз.
Шаршамбы, 10 ноябрь
Улар... бер көтөү, бер көтөүсе булыр (Яхъя 10:16).
Күктә йәшәргә өмөтләнгәндәрҙең барыһы ла «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» тәшкил итмәй (Матф. 24:45—47). Беренсе быуаттағы һымаҡ, бөгөн Йәһүә менән Ғайса Мәсих бер нисә кеше аша күптәрҙе туҡландыра, йәғни өйрәтә. Беренсе быуатта майланған мәсихселәрҙең бер нисәһе генә Грек Яҙмаларын яҙыуҙа ҡатнашҡан. Бөгөн дә бер нисә генә майланған мәсихсе Алла халҡына «ризыҡты үҙ ваҡытында» биреү өсөн яуаплы. Йәһүә үҙенең күпселек хеҙмәтселәренә ерҙә мәңгелек тормош бирергә вәғәҙә итә, ә ҡайһы берәүҙәрен күктә Мәсих менән бергә идара итергә саҡыра. Йәһүә бөтә хеҙмәтселәрен дә — символик «йәһүдте» һәм образлы «ун кешене» фатихалай (Зәк. 8:23). Һәм ул уларҙан бер үк ҡанундарға буйһоноуҙарын һәм тоғро булып ҡалыуҙарын көтә. Беҙ барыбыҙ ҙа баҫалҡы булырға, йыйылыштағы татыулыҡҡа өлөш индерергә, бергә хеҙмәт итергә һәм берҙәмлек һаҡларға тейеш. Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, әйҙәгеҙ, артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итәйек һәм, «бер көтөү» булараҡ, Ғайса Мәсих артынан барайыҡ. w20.01 31 б., 15, 16 абз.
Кесаҙна, 11 ноябрь
Ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер (1 Пет. 3:1, 2).
Беҙ туғандарыбыҙҙы һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә мәжбүр итә алмайбыҙ, әммә беҙ уларҙы Изге Яҙмалағы хәбәр тураһында уйланып үҙ йөрәген асырға дәртләндерә алабыҙ (2 Тим. 3:14, 15). Тәртибегеҙ өлгөлө булһын. Йыш ҡына эштәребеҙ һүҙҙәргә ҡарағанда көслөрәк йоғонто яһай. Бирешмәгеҙ. Йәһүә беҙгә яҡшы өлгө күрһәтә: ул «ҡат-ҡат» кешеләргә һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалырға һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булырға мөмкинлек бирә (Ирем. 44:4). Илсе Павел да Тимофейҙы башҡаларға ярҙам итеүҙә бирешмәҫкә өндәгән. Ни өсөн? Сөнки, шулай эшләп, Тимофей үҙен дә, тыңлаусыларын да ҡотҡара алған (1 Тим. 4:16). Беҙ туғандарыбыҙҙы яратабыҙ, шуға күрә уларҙың хәҡиҡәтте белеүен теләйбеҙ. w19.08 14 б., 2 абз.; 16 б., 8, 9 абз.
Йома, 12 ноябрь
Асыҡ шелтә йәшерен мөхәббәттән яҡшыраҡ (Ғиб. һүҙ. 27:5).
Шуны иҫтә тоторға кәрәк: берәйһе беҙгә кәңәш бирер өсөн ваҡыт бүлгән икән, күрәһең, хатабыҙ беҙ уйлағандан да етдиерәк. Ундай саҡтарҙа кәңәште шунда уҡ кире ҡағырға теләк тыуырға мөмкин. Беҙҙең кәңәш биргән кешене йә уның быны нисек эшләгәнен тәнҡитләүебеҙ ихтимал. Ләкин, баҫалҡы булһаҡ, беҙ төҙәтеүгә дөрөҫ ҡарарға тырышырбыҙ. Баҫалҡы кеше кәңәштәрҙе ҡәҙерләй. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ йыйылыш осрашыуында ҡәрҙәштәр менән аралашаһығыҙ, ти. Бер нисә ҡәрҙәш менән һөйләшеп алғандан һуң, уларҙың береһе, һеҙҙе ситкә алып китеп, тешегеҙ араһында ризыҡ ҡалғаны тураһында әйтә. Әлбиттә, һеҙ уңайһыҙланып китәһегеҙ, шулай ҙа был ҡәрҙәшкә рәхмәтлеһегеҙ. Берәйһе һеҙгә быны алдараҡ белдергән булһа, һеҙ тешегеҙҙе әллә ҡасан таҙартыр инегеҙ! Шуның шикелле, беҙгә, баҫалҡылыҡ сағылдырып, кәңәш бирергә баҙнат иткән ҡәрҙәшкә рәхмәтле булырға кәрәк. Ундай ҡәрҙәш беҙгә дошман түгел, ә дуҫ (Ғиб. һүҙ. 27:6; Гал. 4:16). w19.09 5 б., 11, 12 абз.
Шәмбе, 13 ноябрь
Улым, атайыңдың һүҙен тыңла, әсәйеңдең күрһәтмәһен кире ҡаҡма (Ғиб. һүҙ. 6:20).
Йәһүә әсәйҙәргә ғаиләлә бик хөрмәтле роль бүлгән һәм уларға балалар өҫтөнән бер ни тиклем хакимлыҡ биргән. Әсәй кешенең эштәре һәм һүҙҙәре баланың бөтә тормошона тәьҫир итә ала (Ғиб. һүҙ. 22:6). Әйҙәгеҙ, әсәйҙәрҙең Мәрйәмдең миҫалынан нимәгә өйрәнә алғанын ҡарап сығайыҡ. Мәрйәм Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән. Ул Йәһүәне тәрән хөрмәт иткән һәм уның менән яҡын, йылы мөнәсәбәттәр үҫтергән. Йәһүәнең етәкселеге буйынса эш итеү уның тормошон киҫкен үҙгәртә алған саҡтарҙа ла ул Йәһүәгә теләп буйһонған (Лука 1:35—38, 46—55). Әсәйҙәр, һеҙ Мәрйәмдең миҫалынан ниндәй һабаҡтар ала алаһығыҙ? Беренсенән, шәхси өйрәнеү үткәреп һәм доға ҡылып, Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытығыҙ. Икенсенән, Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр яһарға әҙер булығыҙ. w19.09 18 б., 17—19 абз.
Йәкшәмбе, 14 ноябрь
Ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем (Асыл. 7:9).
Илсе Яхъя ғәжәп пәйғәмбәри күренеш ала. Күренештә фәрештәләргә, «Алла ҡолдарының маңлайҙарына» аҙаҡҡы мисәт һуғылғанға тиклем, ҙур афәттең һәләкәтле елдәрен тотоп торорға бойороҡ бирелә (Асыл. 7:1—3). Маңлайҙарына мисәт һуғылған хеҙмәтселәр — күктә Ғайса менән идара итергә тейеш 144 000 кеше (Лука 12:32; Асыл. 7:4). Унан һуң Яхъя бүтән ҙур төркөмдө телгә ала: «Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр... тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине» (Асыл. 7:9—14). Киләсәктә шул тиклем күп кеше хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡыласағы тураһында белгәс, Яхъя, моғайын, бик шатланғандыр! Һис шикһеҙ, был күренеш Яхъяның иманын бик нығытҡан. Ә беҙҙең иманыбыҙҙы ул тағы ла нығытырға тейеш, сөнки беҙ был күренеш үтәлгән ваҡытта йәшәйбеҙ! Беҙ ҙур афәттә иҫән ҡалырға һәм ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән миллионлаған кешенең йыйылыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. w19.09 26 б., 2, 3 абз.
Дүшәмбе, 15 ноябрь
Уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл... ҡотолғоһоҙ (1 Фес. 5:3).
Күҙ алдына килтерегеҙ: халыҡтар, ниһайәт, «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итә. Бәлки, улар, бығаса булмаған тыныслыҡҡа ирештек, тип маҡтаналыр. Сәйәси етәкселәр беҙҙе, барыһын контроль аҫтына алдыҡ, тип ышандырырға тырыша. Әммә ысынында, артабанғы ваҡиғаларға улар бер нисек тә тәьҫир итә алмаҫ! «Бөйөк Вавилон» юҡ ителәсәк! (Асыл. 17:5, 15—18). Алла «Үҙенең ихтыярын үтәү теләген [уларҙың] күңеленә» һеңдерер. Ә уның ихтыяры, йәғни ниәте ниндәй? Ялған диндең бөтә донъя империяһын, шул иҫәптән христиан донъяһын юҡ итеү. Алла үҙ ниәтен «ҡып-ҡыҙыл януарҙың» «ун мөгөҙөнөң» күңеленә һалыр. «Ун мөғөҙ» — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына, йәғни «януарға» булышлыҡ күрһәткән бөтә хөкүмәттәр (Асыл. 17:3, 11—13; 18:8). Шул хөкүмәттәр ялған дингә һөжүм иткәс, ҙур афәт башланып китәсәк. Был һәләкәтле ваҡиға ер йөҙөндәге һәр кешегә тәьҫир итәсәк. w19.10 14 б., 1, 3 абз.
Шишәмбе, 16 ноябрь
Араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотреф беҙҙе тыңларға теләмәй (3 Яхъя 9).
Беренсе быуатта Диотреф йыйылышта етәкселек алған мәсихселәрҙән көнләшкән. Ул йыйылыштағылар араһында «беренселекте тоторға яратҡан», шуға күрә илсе Яхъяны һәм башҡа яуаплы ҡәрҙәштәрҙе яманлап һөйләгән (3 Яхъя 10). Әлбиттә, беҙ Диотреф һымаҡ эш итмәҫбеҙ, әммә беҙҙең йөрәгебеҙҙә лә көнсөллөк шытып сығырға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ алырға өмөтләнгән хөрмәтле вазифаны башҡа берәй ҡәрҙәшкә тапшырһалар, унан көнләшә башлауыбыҙ ихтимал. Ә әгәр, мин дә был вазифаны яҡшы башҡара алыр инем, тип уйлаһаҡ, беҙгә айырыуса ауыр булырға мөмкин. Көнсөллөк ағыулы сүп үләненә оҡшаш. Ул йөрәгебеҙҙә тамыр йәйһә, унан ҡотолоуы бик ауыр. Көнсөллөк башҡа тиҫкәре һыҙаттарҙы тыуҙыра, мәҫәлән, ярышыу рухын, ғорурлыҡты һәм эгоизмды. Сүп үләне сәскәгә үҫергә бирмәгән кеүек, көнсөллөк тә яратыу, шәфҡәтлелек һәм игелек кеүек яҡшы сифаттарҙы үҫтерергә ҡамасаулай. Шуға күрә, йөрәгебеҙҙә көнсөллөк үҫә башлауын абайлаһаҡ, уны шунда уҡ тамыры менән йолҡоп алырға кәрәк. w20.02 15 б., 6, 7 абз.
Шаршамбы, 17 ноябрь
Тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды (2 Кор. 12:7).
Илсе Павелдың һынауы уға көслө әрнеү килтергән. Павел был һынауҙы уны ҡамсылап торған «Иблис фәрештәһе» менән сағыштырған. Бәлки, Иблис йә уның ендәре Павел кисергән һынауҙарҙың сығанағы булмағандыр ҙа. Әммә был яуыз рухтар, күрәһең, Павелдың әрнеүен көсәйтер өсөн, шул «сәнскәкте» уның тәненә тағы ла тәрәнерәк керетергә тырышҡан. Павел нимә эшләгән? Тәүҙә Павел был «сәнскәктән» ҡотолорға теләгән. Ул: «Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем», — тип таныған. Әммә, Павелдың доғаларына ҡарамаҫтан, сәнскәк ҡалған. Был, Йәһүә уның доғаларына яуап бирмәгән, тигәнде аңлатҡанмы? Һис тә юҡ. Йәһүә уға яуап биргән. Павелды һынауҙан ҡотолдормаһа ла, ул уға был һынауҙы кисереп сығыр өсөн көс биргән. Йәһүә былай тигән: «Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә» (2 Кор. 12:8, 9). Алланың ярҙамы менән Павел күңел тыныслығын һәм шатлығын һаҡлап ҡала алған! (Флп. 4:4—7). w19.11 9 б., 4, 5 абз.
Кесаҙна, 18 ноябрь
Йәһүә — йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе... Алла (Наум 1:2).
Йәһүә йән-тән менән бирелгәнлеккә лайыҡ, сөнки ул — Барлыҡҡа килтереүсе һәм Тормош биреүсе (Асыл. 4:11). Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Шулай ҙа башҡа нәмәләр, тормошобоҙҙа сиктән тыш мөһим булып китеп, беҙгә Йәһүәгә тулыһынса тоғро булырға ҡамасаулай башларға мөмкин. Изге Яҙма буйынса, Аллаға йән-тән менән бирелгән булыу уны бөтә йөрәктән яратыуҙы аңлата. Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булһаҡ, йәғни уға тулыһынса тоғро булһаҡ, беҙ уға ғына табынырбыҙ. Беҙ бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә йөрәгебеҙҙә Йәһүәнең урынын биләргә рөхсәт итмәҫбеҙ (Сығ. 34:14). Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлағанда, беҙ быны һуҡыр рәүештә эшләмәйбеҙ. Беҙҙең тоғролоҡ Йәһүә тураһындағы белемдәргә нигеҙләнгән. Уның күркәм сифаттары беҙҙе һоҡландыра. Беҙ Йәһүәнең нимәне яратҡанын, ә нимәне күрә алмағанын беләбеҙ һәм уның ҡараштарын үҙләштерәбеҙ. Йәһүә ихтыярын аңлағанға, беҙ уның буйынса йәшәргә тырышабыҙ. Уның менән дуҫлыҡ үҫтереү мөмкинлеге — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт (Зәб. 25:14). Барлыҡҡа килтереүсебеҙ тураһында һәр яңы ентеклек беҙҙе уға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра (Яҡ. 4:8). w19.10 26 б., 1—3 абз.
Йома, 19 ноябрь
Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була (Ғиб. һүҙ. 17:17).
Бөгөн имандаштарыбыҙ төрлө ауырлыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, күптәр тәбиғәт афәттәренән йә һуғыштарҙан зыян күрә. Шундай ваҡыттарҙа ҡайһы бер ҡәрҙәштәр уларҙы үҙ йорттарында ҡабул итә ала. Башҡалар уларға матди ярҙам күрһәтә ала. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа шундай ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла алабыҙ. Берәй ҡәрҙәш төшөнкөлөккә бирелгәндә, ҡайһы саҡ беҙ нимә әйтергә йә уның өсөн нимә эшләргә икәнен белмәҫкә мөмкин. Әммә беҙ бөтәбеҙ ҙә ундай ҡәрҙәшкә ярҙам итә алабыҙ. Мәҫәлән, ҡәрҙәшебеҙ янында булыр өсөн ваҡыт бүлә алабыҙ. Ул күңелен бушатҡанда, уны ихлас тыңлай алабыҙ. Шулай уҡ уға Изге Яҙманан яратҡан аяттарыбыҙҙы күрһәтергә була (Ишағ. 50:4). Әйҙәгеҙ, хәҙерҙән үк ҡәрҙәштәр менән ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерәйек. Ҡәрҙәштәр менән дуҫлығыбыҙ был донъяның ахырына тиклем генә түгел, ә мәңге дауам итәсәк! w19.11 7 б., 18, 19 абз.
Шәмбе, 20 ноябрь
Йәһүәгә килтерелә торған татыулыҡ ҡорбаны тураһында ҡанун шундай (Лев. 7:11).
Кеше, ирекле ҡорбан килтереп, Йәһүәне яратыуын күрһәткән. Шундай ҡорбан килтергән кеше, уның ғаиләһе һәм руханиҙар ҡорбандың итен бергә ашаған. Ләкин был ҡорбандың ҡайһы бер өлөштәре Йәһүә өсөн генә тәғәйенләнгән булған. Йәһүә хайуандың майын иң яҡшы өлөш тип һанаған. Ул шулай уҡ ҡайһы бер эске ағзаларҙың, шул иҫәптән бөйөрҙәрҙең айырыуса ҡәҙерле булғаны хаҡында әйткән (Лев. 3:6, 12, 14—16). Шуға күрә, израилдәр үҙ теләге менән хайуандың шул өлөштәрен һәм майын ҡорбанға килтергәндә, был Йәһүәнең күңеленә хуш килгән. Шулай эшләп, улар Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләүҙәрен күрһәткән. Шуның шикелле, Ғайса ла Йәһүәне бик яратҡан һәм, бөтә йөрәктән хеҙмәт итеп, уға иң яҡшыһын биргән (Яхъя 14:31). Алла ихтыярын үтәү Ғайсаға рәхәтлек килтергән (Зәб. 40:8). Һис шикһеҙ, Йәһүә Ғайсаның теләп хеҙмәт итеүен күреп бик шатланған! w19.11 22—23 б., 9, 10 абз.
Йәкшәмбе, 21 ноябрь
Етенсе көн — Шәмбе, тулыһынса ял итеү көнө. Ул Йәһүә өсөн изге (Сығ. 31:15).
Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, алтынсы ижади «көн» тамамланғас, Йәһүә ерҙә бүтән бер нәмә лә барлыҡҡа килтермәгән (Баш. 2:2). Әммә Йәһүә эшләргә ярата, шуға күрә, башҡаса булһа ла, һаман да эшләй (Яхъя 5:17). Йәһүә, алты «көн» эшләп, етенсе көндө ял иткән кеүек, израилдәр ҙә һәр етенсе көн ял итергә тейеш булған. Алла аңлатҡанса, Шәмбе көнө уның һәм израилдәр араһындағы килешеүҙең билдәһе булып торған (Сығ. 31:12—14). Был көндө бер кемгә лә, шул иҫәптән балаларға, ҡолдарға һәм хатта йорт хайуандарына ла эшләргә ярамаған (Сығ. 20:10). Был израилдәргә рухи нәмәләргә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек биргән. Ғайса көндәрендә күп кенә дин әһелдәре Шәмбегә бәйле ҡәтғи ҡағиҙәләр урынлаштырған. Улар, Шәмбе көнөндә хатта башаҡтар өҙөргә һәм ауырыған кешене һауыҡтырырға ярамай, тип әйткән (Марк 2:23—27; 3:2—5). Уларҙың ҡараштары Алланың фекер йөрөтөүен һис сағылдырмаған, һәм Ғайса кешеләргә быны аңларға ярҙам иткән. w19.12 3—4 бб., 8, 9 абз.
Дүшәмбе, 22 ноябрь
Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ (Ефес. 5:1).
Йәһүәнең сифаттары тураһында күберәк белһәк, беҙ уларҙы яҡшыраҡ сағылдыра алырбыҙ. Дауыт күктәге Атаһын бик яҡшы белгән, шуға күрә башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә унан өлгө ала алған. Дауыт Йәһүә менән бик яҡын мөнәсәбәттәрҙә булғанға, израилдәр уны бик яратҡан, һәм Йәһүә Израилдең башҡа батшаларын Дауытҡа ҡарап баһалаған (1 Бат. 15:11; 2 Бат. 14:1—3). Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Беҙгә лә Алланан өлгө алырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ тормошобоҙҙо байытырбыҙ һәм, иң мөһиме, Йәһүәне яҡшыраҡ белербеҙ. Йәһүәгә ҡарап шәхесебеҙҙе үҙгәрткәндә, беҙ үҙебеҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Ефес. 4:24). Беҙ Йәһүә тураһында белем алыуҙан бер ҡасан да туҡтамаҫбыҙ (Вәғ. 3:11). Әммә уның тураһында күпме белеүебеҙ түгел, ә шул белемдәрҙе нисек ҡулланыуыбыҙ мөһим. Белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланһаҡ һәм күктәге Атабыҙҙан үрнәк алырға тырышһаҡ, ул беҙгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашыр (Яҡ. 4:8). Изге Яҙма аша Йәһүә үҙен яҡшыраҡ белергә тырышҡан кешеләрҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышандыра. w19.12 20 б., 20 абз.; 21 б., 21, 23 абз.
Шишәмбе, 23 ноябрь
Кеше йөрәге... бар нәмәнән дә мәкерлерәк (Ирем. 17:9).
Яҡуп бөтә улдарын да яратҡан, әммә 17 йәшлек Йософто айырыуса яҡын күргән. Йософтоң ағалары быға нисек ҡараған? Улар, көнләшеп, уны нәфрәт итә башлаған. Шуға күрә ағалары уны ҡоллоҡҡа һатҡан да аталарына, яратҡан улыңды ҡырағай хайуан ботарлап ташлаған, тип әйткән. Көнсөллөккә бирелеп, улар ғаиләнең тыныслығын боҙған һәм Яҡупты тәрән ҡайғыға һалған (Баш. 37:3, 4, 27—34). Көнсөллөк «гонаһлы тәбиғәттең» һәләкәтле эштәре менән бер рәттә телгә алына. Был һыҙат кешегә Алла Батшалығын мираҫ итеп алырға ҡамасаулай (Гал. 5:19—21). Көнсөллөк йыш ҡына дошманлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм ярһыу кеүек насар емештәр килтерә. Йософ ағаларының осрағынан күренеүенсә, көнсөллөк кешеләрҙең мөнәсәбәттәрен боҙорға һәм ғаиләнең тыныслығын емерергә мөмкин. Әлбиттә, беҙ бер ҡасан да Йософтоң ағалары кеүек эш итмәҫбеҙ, әммә барыбыҙҙың да йөрәге камилһыҙ һәм мәкерле. Бына ни өсөн ҡай саҡ беҙ башҡаларҙан көнләшәбеҙ. w20.02 14 б., 1—3 абз.
Шаршамбы, 24 ноябрь
Күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ (Флп. 2:3).
Бер осраҡта Йәһүә, Мусала булған изге рухтың өлөшөн алып, уны осрашыу сатыры янында торған өлкәндәр төркөмөнә биргән. Шунан һуң, күп тә үтмәй, Муса осрашыу сатыры янына килмәгән ике өлкәндең, изге рух алып, үҙҙәрен пәйғәмбәрҙәр кеүек тота башлағаны хаҡында ишеткән. Ешуа Мусанан шул ике өлкәнде туҡтатырға һорағас, ул нимә эшләгән? Муса был ике кешенең Алла иғтибарына эйә булғанына көнләшмәгән. Киреһенсә, ул баҫалҡылыҡ менән уларҙың пәйғәмбәрлек итеүенә шатланған (Һан. 11:24—29). Беҙ Мусанан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Өлкән булып хеҙмәт итһәгеҙ, һеҙҙән башҡа ағай-ҡәрҙәште үҙегеҙ яратҡан вазифаны башҡарырға өйрәтергә һорағандары булдымы? Муса кеүек баҫалҡы булһағыҙ, һеҙ, мине бүтән ҡәҙерләмәйҙәр, тип уйламаҫһығыҙ. Ә, киреһенсә, ҡәрҙәшегеҙгә шатланып ярҙам итерһегеҙ. w20.02 15 б., 9 абз.; 17 б., 10, 11 абз.
Кесаҙна, 25 ноябрь
Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә, ә яҡшы һүҙ күңелен күтәрә (Ғиб. һүҙ. 12:25).
Ауырыу арҡаһында беҙ, эмоциональ яҡтан хәлһеҙләнеп, үҙебеҙҙе файҙаһыҙ итеп тойорға мөмкин. Кешеләр беҙҙең ниндәйҙер яҡтарҙан сикләнгән булғаныбыҙҙы күргәндә йә беҙгә уларҙан ярҙам һорарға тура килгәндә, беҙгә уңайһыҙ булыуы ихтимал. Хатта башҡалар ауырыуыбыҙ хаҡында белмәһә лә, беҙ ниндәйҙер эштәрҙе башҡара алмауыбыҙ арҡаһында оят хисе кисерергә мөмкин. Шундай ауыр саҡтарҙа Йәһүә беҙҙе рухландыра. Нисек итеп? Изге Яҙмала Йәһүә беҙҙең өсөн күп яҡшы һүҙҙәр яҙҙыртҡан. Улар Йәһүәнең, ауырыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙе юғары баһалағанын иҫебеҙгә төшөрә (Зәб. 31:19; 41:3). Шул рухландырғыс һүҙҙәр аша Йәһүә беҙгә ауырыу тыуҙырған тиҫкәре хистәрҙе еңергә ярҙам итер. Йәһүәнең хәлегеҙҙе бик яҡшы аңлағанына һис тә шикләнмәгеҙ. Доға ҡылып, унан үҙ хәлегеҙгә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә ярҙам итеүен ялбарып һорағыҙ. Шунан Изге Яҙманан йыуаныслы һүҙҙәр табығыҙ. Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнен күрһәткән аяттарға айырым иғтибар бүлегеҙ. Шул саҡта һеҙ Йәһүәнең үҙенең бөтә тоғро хеҙмәтселәренә ҡарата игелекле булғанын күрерһегеҙ (Зәб. 84:11). w20.01 15—16 бб., 9, 10 абз.; 17 б., 12 абз.
Йома, 26 ноябрь
Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр (3 Яхъя 11).
Исхаҡ бик бай кеше булған, һәм пелештиҙәр уның байлығына көнләшкән (Баш. 26:12—14). Улар хатта уның ҡоҙоҡтарын тупраҡ менән күмгән, ә был ҡоҙоҡтар Исхаҡ өсөн мөһим булған, сөнки ул уларҙан малдарҙы эсергән (Баш. 26:15, 16, 27). Бөгөн дә ҡайһы бер кешеләр, шул пелештиҙәр һымаҡ, үҙҙәренән байыраҡ булған кешеләрҙән көнләшә. Улар, башҡаларҙа булған нәмәләргә эйә булыуҙан тыш, шулай уҡ уларҙы шул нәмәләрҙән мәхрүм итергә теләй. Йәһүдтәрҙең дин әһелдәре Ғайса Мәсихтән ныҡ көнләшкән, сөнки уны күп кеше яратҡан (Матф. 7:28, 29). Ғайса Алланың вәкиле булған һәм хәҡиҡәткә өйрәткән. Ләкин дин әһелдәре, Ғайсаның исеменә тап төшөрөр өсөн, уның хаҡында ялған таратҡан (Марк 15:10; Яхъя 11:47, 48; 12:12, 13, 19). Беҙ бынан нимәгә өйрәнәбеҙ? Мәҫәлән, йыйылышта берәй ҡәрҙәште яҡшы сифаттары өсөн яратһалар, унан көнләшмәйек. Бының урынына, шул ҡәрҙәштән өлгө алып, яҡшы сифаттар үҫтерергә тырышайыҡ (1 Кор. 11:1). w20.02 15 б., 4, 5 абз.
Шәмбе, 27 ноябрь
Уны үлем көтә (Әсф. 4:11).
Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ 2 500 йыл самаһы элек Фарсы батшалығында йәшәйһегеҙ, ти, һәм батша менән бер һорау буйынса һөйләшергә теләйһегеҙ. Әммә уға мөрәжәғәт итер алдынан, һеҙгә уның рөхсәтен алырға кәрәк. Юғиһә, һеҙ ғүмерегеҙҙе юғалтырға мөмкин! Йәһүәнең Фарсы батшаһы кеүек булмағанына беҙ шундай шат! Ул беҙҙең теләһә ҡайһы ваҡытта үҙенә иркен рәүештә мөрәжәғәт итеүебеҙҙе теләй. Мәҫәлән, Барлыҡҡа килтереүсе, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һәм Аллаһы Тәғәлә кеүек юғары титулдар йөрөтһә лә, Йәһүә беҙҙе үҙенә «Атабыҙ» тип мөрәжәғәт итергә саҡыра (Матф. 6:9). Уның беҙҙең менән шундай яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә теләүен белеү күңелебеҙҙе йылыта! Йәһүә — Тормош сығанағы, шуға күрә беҙ уны хаҡлы рәүештә «Атабыҙ» тип атайбыҙ (Зәб. 36:9). Шулай булғас, беҙ уға буйһонорға тейеш. Ул ҡушҡанды үтәгәндә, беҙ иҫ киткес фатихалар алабыҙ (Евр. 12:9). Күктә йә ерҙә мәңге йәшәү өмөтө — шул фатихаларҙың береһе. w20.02 2 б., 1—3 абз.
Йәкшәмбе, 28 ноябрь
Уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ (Матф. 28:19).
Маҡсатыбыҙ — өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итеү (Ефес. 4:13). Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡанда, кеше, ғәҙәттә, өйрәнеүҙең үҙенә ниндәй файҙа килтерә алғаны тураһында уйлай. Әммә Йәһүәне ярата башлағас, ул, моғайын, башҡаларға, шул иҫәптән йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алғаны хаҡында уйлай башлар (Матф. 22:37—39). Урынлы булғанда, уға Батшалыҡ эшенә булышлыҡ итер өсөн ирекле иғәнә һалып булғаны хаҡында әйтергә тартынмағыҙ. Шулай уҡ, өйрәнеүсене ауырлыҡтарҙы хәл итергә өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып киткән өйрәнеүсегеҙҙе йыйылышта кемдер рәнйеткән, ти, һәм ул һеҙгә шул хаҡта һөйләй. Кемдеңдер яғына тороу урынына, ниңә уға Изге Яҙманан шундай осраҡтарға ҡағылышлы кәңәштәрҙе күрһәтмәҫкә? Ул ҡәрҙәште ғәфү итә ала. Йә, тыуған хәлгә күҙ йома алмаһа, үҙен рәнйеткән ҡәрҙәш менән игелекле генә һөйләшә ала. Әлбиттә, уның маҡсаты татыулашыу булырға тейеш (Матфей 18:15 менән сағыштырығыҙ.) Өйрәнеүсегә ундай һөйләшеүгә әҙерләнергә ярҙам итегеҙ. w20.01 5 б., 14, 15 абз.
Дүшәмбе, 29 ноябрь
Мин һиңә үҙ гонаһымды асып һалдым, ғәйебемде йәшермәнем. [...] Шунда һин ғәйебемде һәм гонаһтарымды кисерҙең (Зәб. 32:5).
Йәһүәнең кисереүен һорап, төҙәтеүҙе ҡабул итеп һәм хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышып, беҙ Йәһүәнең шәфҡәтлелеген ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Был аҙымдар беҙгә йән тыныслығына эйә булырға ярҙам итә. «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» икәнен белеү беҙҙе бик йыуата! (Зәб. 34:18). Был һуңғы көндәр ахырына яҡынлашып килгәндә, борсолор өсөн сәбәптәр, моғайын, тағы ла күбәйер. Борсола башлаһағыҙ, шунда уҡ доға ҡылып Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Изге Яҙманы тырышып өйрәнегеҙ. Һанна, илсе Павел һәм Дауыт батша кеүек тоғро хеҙмәтселәрҙән үрнәк алығыҙ. Күктәге Атағыҙҙан ни өсөн борсолғанығыҙҙы аңларға ярҙам итеүен һорағыҙ (Зәб. 139:23). Йөктәрегеҙҙе, бигерәк тә үҙегеҙ контролдә тота алмаған ауырлыҡтарҙы Йәһүәгә йөкмәтегеҙ. Шул саҡта һеҙ ҙә, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең», — тип әйтә алырһығыҙ (Зәб. 94:19). w20.02 24 б., 17 абз.; 25 б., 20, 21 абз.
Шишәмбе, 30 ноябрь
Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған (2 Тим. 3:16).
«Алла тарафынан рухландырылған» тип тәржемә ителгән грек һүҙбәйләнеше «Алла өргән» тигәнде аңлата. Йәһүә, үҙенең фекерҙәрен Изге Яҙманы яҙған кешеләрҙең күңеленә һалыр өсөн, үҙ рухын ҡулланған. Изге Яҙманы уҡығанда һәм уҡығандарыбыҙ тураһында уйланғанда, Алланың күрһәтмәләре аҡылыбыҙға һәм йөрәгебеҙгә үтеп инә. Йәһүә тарафынан рухландырылған һүҙҙәр беҙҙе тормошобоҙҙо уның ихтыярына тура килтерергә дәртләндерә (Евр. 4:12). Әммә изге рух беҙгә күберәк тәьҫир итһен өсөн, беҙ Изге Яҙманы даими өйрәнеү һәм уның өҫтөндә тәрән уйланыу өсөн ваҡыт бүлергә тейеш. Шул саҡта Алла Һүҙе нимә һөйләүебеҙгә һәм үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙға тәьҫир итер. Шулай уҡ, беҙ имандаштар менән бергә ғибәҙәт ҡылырға тейеш (Зәб. 22:22). Йыйылыш осрашыуҙарында Йәһүәнең рухы хөкөм һөрә (Асыл. 2:29). Имандаштар менән бергә Йәһүәгә табынғанда, беҙ изге рух һорап доға ҡылабыҙ, Алла Һүҙенә нигеҙләнгән Батшалыҡ йырҙарын йырлайбыҙ һәм изге рух менән билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәрҙең телмәрҙәрен тыңлайбыҙ. Изге рухтан тулы файҙа алыр өсөн, беҙгә осрашыуҙарға әҙерләнергә һәм уларҙа ҡатнашырға кәрәк. w19.11 11 б., 13, 14 абз.