162-СЕ ЙЫР
Рухи нәмәләргә һыуһау
1. Кем булдырған Ғаләмде?
Ниҙә йәшәү мәғ(ә)нәһе?
Белмәй быны күп кешеләр,
Сер тип уйлай улар.
Дөм ҡараңғы донъяла
Һүнмәҫ өмөт ҡабына,
Сөнки Алла үҙ Һүҙендә
Дөрөҫлөктө аса.
ҠУШЫМТА
Һәр көн маҡтармын һине,
Бар тормошом мәғәнәле.
Аллам, тере һыу — һиндә,
Ул «һыуһынды» баҫа.
Рәхәтлек табам
Мин ҡануныңдан.
2. Иманымды нығытам,
Мин Һүҙеңдән көс алам,
Һәр эшеңдең матурлығын
Асығыраҡ күрәм.
Бөтә кеше лә күрһен,
Йөрәктәре асылһын.
Хәҡиҡәткә һыуһағандар
Хаҡ юлды тапһындар.
ҠУШЫМТА
Һәр көн маҡтармын һине,
Бар тормошом мәғәнәле.
Аллам, тере һыу — һиндә,
Ул «һыуһынды» баҫа.
Рәхәтлек табам
Мин ҡануныңдан.
Һәр көн маҡтармын һине,
Бар тормошом мәғәнәле.
Аллам, тере һыу — һиндә,
Ул «һыуһынды» баҫа.
Рәхәтлек табам
Мин ҡануныңдан.
Һәр көн маҡтармын һине,
Бар тормошом мәғәнәле.
Аллам, тере һыу — һиндә,
Ул «һыуһынды» баҫа.
Рәхәтлек табам
Мин ҡануныңдан.
(Зәб. 1:1, 2; 112:1; 119:97; Ишағ. 40:8; Матф. 5:6; 16:24; 2 Тим. 4:4-те лә ҡара.)