Декабрь
Йәкшәмбе, 1 декабрь
Сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? (Ғәм. 8:36).
Хәбәшстандан килгән бер түрә ысындан да һыуға сумдырылырға әҙер булғанмы? Ул «Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән» булған (Ғәм. 8:27). Моғайын, ул иудаизм динен ҡабул иткән прозелит булғандыр. Әлбиттә, ул Йәһүә тураһында Еврей Яҙмаларынан белгән. Ләкин ул күберәкте белергә теләгән. Хәтерләйһегеҙме, Филипп уны осратҡанда, ул Ишағыя пәйғәмбәр төргәген уҡып ултырған (Ғәм. 8:28). Һәм ул артабан да өйрәнергә теләгән. Иерусалимдағы ғибәҙәтханала Йәһүәгә табыныр өсөн, ул Хәбәшстандан бик оҙон юл үткән. Хәбәш түрәһе Филипптан мөһим хәҡиҡәттәрҙе, шул иҫәптән Ғайсаның Мәсих икәне тураһында ишеткән (Ғәм. 8:34, 35). Ул Йәһүәне һәм Ғайсаны тағы ла нығыраҡ ярата башлаған. Филипп түрәнең был мөһим аҙымға әҙер булғанын аңлаған, шуға уны һыуға сумдырған. w23.03 8—9 бб., 3—6 абз.
Дүшәмбе, 2 декабрь
Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы булһын (Кол. 4:6).
Йәһүә алдаған кешеләрҙән ерәнә (Ғиб. һүҙ. 6:16, 17). Хәҙерге ваҡытта кешеләр «алдамайынса йәшәп булмай» тигән принцип буйынса йәшәһәләр ҙә, беҙҙең өсөн Йәһүәнең ҡарашы үтә мөһим (Зәб. 15:1, 2). Әлбиттә, беҙ асыҡтан-асыҡ алдамайбыҙ. Әммә беҙ шулай уҡ, ҡайһы бер яҡтарҙы йәшереп, кешелә яңылыш фекер ҙә тыуҙырмайбыҙ. Бынан тыш, ғәйбәт таратыуҙан ҡасығыҙ (Ғиб. һүҙ. 25:23; 2 Фес. 3:11). Әгәр һеҙ һөйләшеү ғәйбәт таратыуға күсә башлағанын һиҙһәгеҙ, уны ыңғай яҡҡа бороғоҙ. Беҙ йәшәгән донъяла әшәке һүҙҙәр бик киң таралған, шуға күрә Алланы телебеҙ менән ҡыуандырыр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Әгәр беҙ хеҙмәттә, йыйылыш осрашыуҙарында һәм көндәлек аралашыуҙа һөйләү һәләтебеҙҙе дөрөҫ ҡулланһаҡ, Алла беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясаҡ. Был донъя үҙ ахырына еткәс, Йәһүәне телебеҙ менән маҡтарға еңелерәк булыр (Йәһ. 15). w22.04 9 б., 18—20 абз.
Шишәмбе, 3 декабрь
Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты (1 Яхъя 4:19).
Йәһүәнең һәм Ғайсаның беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡаны тураһында уйлағанда, беҙ ҙә уларҙы яратырға ынтылабыҙ (1 Яхъя 4:10). Ғайсаның һәр беребеҙ өсөн үлгәнен аңлағас, уларға ҡарата яратыуыбыҙ тағы ла көсәйә бара. Илсе Павел быны яҡшы аңлаған. Галаттарға яҙған хатында ул үҙ рәхмәтен бына нисек белдергән: «Мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем» (Гал. 2:20). Йолом нигеҙендә Йәһүә беҙҙе үҙенә йәлеп иткән һәм үҙенең дуҫы булырға тәҡдим иткән (Яхъя 6:44). Йәһүә һәр беребеҙҙә яҡшы сифаттар күргән һәм беҙ уның дуҫы булып китһен өсөн иң юғары хаҡ түләгән. Быны белеү йөрәгебеҙҙе йылытмаймы ни? Был беҙҙең Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата яратыуыбыҙҙы көсәйтмәйме ни? Үҙегеҙҙән: «Был яратыу мине нимәгә дәртләндерә?» — тип һорағыҙ. Аллаға һәм Мәсихкә ҡарата яратыу беҙҙе башҡаларҙы яратырға этәрә (2 Кор. 5:14, 15; 6:1, 2). w23.01 28 б., 6, 7 абз.
Шаршамбы, 4 декабрь
Мин халыҡтарҙың телен... саф телгә алмаштырырмын (Саф. 3:9).
Изге Яҙма ярҙамында беҙ Йәһүәгә «иңгә-иң» хеҙмәт итә алабыҙ. Уның күп өлөштәре кеселекле кешеләр генә аңлай алырлыҡ итеп яҙылған (Лука 10:21). Белеүебеҙсә, Изге Яҙманы бөтә ерҙә лә уҡыйҙар. Шулай ҙа кеселекле кешеләр генә уның мәғәнәһенә төшөнә һәм белгәндәрен тормошта ҡуллана (2 Кор. 3:15, 16). Йәһүәнең зирәклеге нимәлә сағыла? Алла Изге Яҙманы тулайым үҙ халҡын өйрәтер өсөн генә түгел, ә шулай уҡ һәр хеҙмәтсеһен айырым өгөтләр өсөн һәм йыуатыр өсөн ҡуллана. Уның Һүҙен уҡығанда һәр беребеҙ Йәһүәнең иғтибарын тоя ала (Ишағ. 30:21). Изге Яҙманан кәңәш эҙләгәндә, тап үҙегеҙгә кәрәкле аят тапҡанығыҙ булдымы? Шундай хәл, моғайын, күп тапҡыр булғандыр. Ә бит Изге Яҙма миллионлаған кеше өсөн яҙылған. Нисек инде унда тап беҙгә кәрәкле мәғлүмәт була ала? Быға ғәжәпләнергә кәрәкмәй, сөнки уның Авторы сикһеҙ зирәклеккә эйә (2 Тим. 3:16, 17). w23.02 4—5 бб., 8—10 абз.
Кесаҙна, 5 декабрь
Уңышың бөтөнөһөнә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла (1 Тим. 4:15).
Мәсихтең ысын шәкерттәре булараҡ, беҙ Йәһүәне ныҡ яратабыҙ. Беҙ уға хеҙмәттә иң яҡшыһын бирергә теләйбеҙ. Әммә Йәһүә өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә теләһәк, рухи маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерергә, файҙалы оҫталыҡтарға өйрәнергә һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләргә була. Ни өсөн рухи яҡтан үҫеү темаһы беҙҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш? Төп сәбәп — беҙ күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙҙы шатландырырға теләйбеҙ. Беҙ һәләттәребеҙҙе һәм оҫталыҡтарыбыҙҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә тулыһынса ҡулланғанда, ул бик ҡыуана. Бынан тыш, рухи яҡтан үҫһәк, беҙ ҡәрҙәштәргә күберәк файҙа килтерә алырбыҙ (1 Фес. 4:9, 10). Хәҡиҡәттә нисә генә йыл булһаҡ та, һәр беребеҙгә рухи яҡтан үҫергә кәрәк. w22.04 22 б., 1, 2 абз.
Йома, 6 декабрь
[Улар] уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ (Асыл. 17:16).
Тиҙҙән сәйәси системалар ялған диндең бөтә донъя империяһына — Бөйөк Вавилонға һөжүм итәсәк. Бының менән ҙур афәт башланасаҡ. Шул ваҡытта кешеләр Йәһүә шаһиттарының йыйылыштарына ағылырмы? Асылыш китабының 6-сы бүлегенән күренеүенсә, юҡ. Ул ваҡытта Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр тауҙар һымаҡ ҡаҡшамаҫ булып күренгән сәйәси һәм коммерция системаларында яҡлау эҙләр. Алла Батшалығы яғына баҫмағанға күрә, улар Йәһүәнең дошмандары булып һаналыр (Лука 11:23; Асыл. 6:15—17). Ҙур афәт ваҡытында Алла халҡы башҡаларҙан ныҡ айырылып торор, сөнки улар ғына Йәһүәгә хеҙмәт итер һәм «януарға» бер ниндәй булышлыҡ күрһәтмәҫ (Асыл. 13:14—17). w22.05 16—17 бб., 8, 9 абз.
Шәмбе, 7 декабрь
Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине (Асыл. 14:6).
Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәр Алла халҡы вәғәзләгән берҙән-бер хәбәр түгел (Матф. 24:14). Асылыш китабының 8—10-сы бүлектәренән күренеүенсә, улар шулай уҡ фәрештәләр алып барған эштә ярҙам итергә тейеш. Был фәрештәләр Алла Батшалығының дошмандарын нимә көткәне тураһында иғлан итә. Шуға күрә Йәһүә шаһиттары Шайтан донъяһының төрлө өлөштәренә ҡаршы хөкөм хәбәрен еткерә. Был хәбәр «боҙ һәм ут» менән сағыштырыла (Асыл. 8:7, 13). Кешеләр донъяның ахыры яҡын икәнен белергә тейеш. Шул саҡта улар, тормоштарын тулыһынса үҙгәртеп, «Йәһүәнең асыу көнөндә» ҡотола алыр (Саф. 2:2, 3). Әммә күпселек кеше был хәбәрҙе тыңларға теләмәй, шуға күрә уны иғлан итер өсөн беҙгә ҡыйыулыҡ кәрәк. Ә ҙур афәт ваҡытында хөкөм хәбәре тағы ла ҡатыраҡ яңғыраясаҡ (Асыл. 16:21). w22.05 6—7 бб., 18, 19 абз.
Йәкшәмбе, 8 декабрь
Йәһүә Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат (Матф. 22:37).
Балаһы тыуған ата-әсәләрҙең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Улар йыйылышта бала тәрбиәләүгә арналған Изге Яҙмалағы күп кәңәштәрҙе ишеткәндер. Әммә хәҙер уларҙың шарттары үҙгәргән. Һәм был принциптар улар өсөн айырыуса мөһим. Ата-әсә булыу бик ҙур яуаплылыҡ бит. Үҙгәргән шарттар арҡаһында улар Алла Һүҙендәге таныш булған принциптарға икенсерәк ҡарай башлай. Шуға күрә Алла хеҙмәтселәре «ғүмеренең бөтә көндәрендә лә» Изге Яҙманы уҡырға һәм уның өҫтөндә уйланырға тейеш (Ҡан. 17:19). Ата-әсәләр, һеҙгә балаларығыҙҙы Йәһүә менән таныштырыу хөрмәте тейгән. Әммә Алла тураһында белем биреүҙән тыш, һеҙ уларҙың йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу үҫтерергә теләйһегеҙ. w22.05 26 б., 2, 3 абз.
Дүшәмбе, 9 декабрь
Яңы кеше булып кейен[егеҙ] (Кол. 3:10).
Ҡылған гонаһтарыбыҙға үкенеү генә әҙ. Йәһүә беҙҙән тейешле эштәр көтә. Мәҫәлән, кешене кисерергәме-юҡмы икәнен хәл иткәндә, Йәһүә өсөн кешенең яҡшы яҡҡа үҙгәреүе бик мөһим. Гонаһ ҡылған кеше, яуыз эштәрен ҡалдырып, дөрөҫ юлға баҫырға тейеш (Ишағ. 55:7). Кешегә фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә һәм бөтә нәмәгә Йәһүә ҡарағандай ҡарарға өйрәнергә кәрәк (Рим. 12:2; Ефес. 4:23). Алла нәфрәт иткән уйҙарҙан һәм эштәрҙән арыныр өсөн ул бар көсөн һалырға тейеш (Кол. 3:7—9). Әлбиттә, кеше Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итергә тейеш. Шул саҡта ғына Йәһүә уны кисерә һәм гонаһтарҙан таҙарта ала. Әгәр беҙ тормошобоҙҙо үҙгәртер өсөн барыһын эшләһәк, Йәһүә беҙҙе ошо йолом нигеҙендә мотлаҡ кисерәсәк (1 Яхъя 1:7). w22.06 6 б., 16, 17 абз.
Шишәмбе, 10 декабрь
Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма (Асыл. 2:10).
Әҙәм менән Һауа Аллаға ҡаршы фетнә күтәргәндән бирле кешеләр бер-береһенә зыян килтерә (Вәғ. 8:9). Бына бер нисә миҫал. Түрәләр власты урынһыҙ ҡуллана, енәйәтселек киң тарала, мәктәптә уҡыусылар үҙ синыфташтарын кәмһетә һәм уларға янай, ғаиләләрҙә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен аяуһыҙ тота. Шуға күрә кешеләрҙең бер-береһенән ҡурҡыуы ғәжәп түгел. Шайтан был ҡурҡыуҙарыбыҙҙы нисек ҡулланырға тырыша? Шайтан беҙҙең, кешеләрҙән ҡурҡып, Алла ҡанундарын боҙоуыбыҙҙы йә вәғәздә ҡатнашмауыбыҙҙы теләй. Уның йоғонтоһо арҡаһында ҡайһы бер илдәрҙең хөкүмәттәре эшмәкәрлегебеҙҙе тыя йә беҙҙе эҙәрләй (Лука 21:12). Күптәр Йәһүә шаһиттары тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт йә ялған тарата. Был ялғанға ышанған кешеләр беҙҙән көлә һәм ҡайһы саҡта үҙҙәрен беҙҙең менән бик ҡаты тота (Матф. 10:36). Әммә был беҙҙе ғәжәпләндермәй. Шайтан беренсе быуатта ла шундай ысулдар ҡулланған (Ғәм. 5:27, 28, 40). w22.06 16 б., 10, 11 абз.
Шаршамбы, 11 декабрь
Күптәрҙе тәҡүәлеккә килтереүселәр йондоҙҙарҙай мәңге балҡып торасаҡ (Дан. 12:3).
Тәҡүәлеккә килтерелгән «күптәр» кем улар? Улар араһында терелгәндәр, Армагеддонда иҫән ҡалғандар, шулай уҡ, бәлки, яңы донъяла тыуған балалар булыр. 1 000 йылдың аҙағына ерҙәге кешеләр барыһы ла камил булып китер. Шуны онотмайыҡ: камил булыу үҙенән-үҙе мәңгелек тормош бирә тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, Әҙәм менән Һауа камил булған, әммә мәңге йәшәр өсөн уларға Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалырға кәрәк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар үҙҙәренсә эш иткән (Рим. 5:12). Меңйыллыҡ аҙағында йәшәгән кешеләрҙең барыһы ла камил булып киткәс, Йәһүәнең хакимлығы яҡлы булырмы? Йә уларҙың ҡайһы берҙәре, камил булыуҙарына ҡарамаҫтан, Әҙәм менән Һауа кеүек, Йәһүәгә ҡаршы сығырмы? Был һорауҙарға яуап бирелергә тейеш. w22.09 22 б., 12—14 абз.
Кесаҙна, 12 декабрь
Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы (Асыл. 11:15).
Тирә-яҡтағы ваҡиғаларҙы күргәндә һеҙгә киләсәккә ыңғай ҡараш һаҡлауы еңелме? Яуыз кешеләр тағы ла яуызыраҡ була бара. Ғаилә ағзалары бер-береһе менән насар мөғәмәлә итә. Күптәргә хөкүмәткә ышаныуы ауыр. Әммә донъялағы шундай шарттар беҙгә тиҙҙән барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ышаныс өҫтәй. Ни өсөн беҙ быға шикләнмәйбеҙ? Сөнки кешеләр бөгөн үҙҙәрен тап «ахырызаман» тураһындағы пәйғәмбәрлектә яҙылған һымаҡ тота (2 Тим. 3:1—5). Донъялағы хәлдәргә айыҡ ҡараш менән ҡараған кеше был һүҙҙәрҙең үтәлгәне менән ризалашыр. Ахырызаман тураһындағы был пәйғәмбәрлек Ғайса Мәсихтең инде идара итә башлағанын иҫбатлай, һәм был — Батшалыҡ тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙең береһе генә. Бөтә был пәйғәмбәрлектәр, пазлдың айырым өлөштәре һымаҡ, ҙур һүрәтте күрергә һәм беҙҙең ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе аңларға ярҙам итә. w22.07 2 б., 1, 2 абз.
Йома, 13 декабрь
Аҡыллылыҡ эштәре менән раҫлана (Матф. 11:19).
COVID-19 пандемия ваҡытында беҙ йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә ҡағылышлы аныҡ күрһәтмәләр алдыҡ. Беҙ шунда уҡ тиерлек осрашыуҙарҙы һәм конгрестарҙы видео-элемтә аша үткәрә башланыҡ, ә вәғәз эшен телефон аша йә хаттар ярҙамында башҡарҙыҡ. Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихаланы. Күп илдәрҙә вәғәзселәрҙең һаны бик артты. Күп ҡәрҙәштәрҙең ҡыҙыҡлы осраҡтары булды. Кемдер, ойошмабыҙ үҙен бигерәк һаҡ тота, тип уйларға мөмкин. Әммә беҙ алған күрһәтмәләрҙең бик аҡыллы икәненә инанып торҙоҡ. Һис шикһеҙ, Ғайса яратыу менән етәкселек итә. Беҙ шуға ышанабыҙ: киләсәктә ниндәй генә ваҡиғалар булһа ла, Йәһүә һәм уның яратҡан Улы һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыр (Евр. 13:5, 6). w22.07 13 б., 15, 16 абз.
Шәмбе, 14 декабрь
Гел доға ҡылығыҙ. Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: һеҙгә, Ғайса Мәсихтекеләргә, Алла ихтыяры шундай (1 Фес. 5:17, 18).
Йәһүәне данлауҙан башҡа, уға иҫ киткес бүләктәре өсөн рәхмәттәр белдереү мөһим. Мәҫәлән, матур сәскәләр, тәмле ризыҡ һәм яҡын дуҫтарыбыҙ өсөн рәхмәт әйтеп була. Ошондай һәм башҡа иҫ киткес бүләктәр биреп, ҡайғыртыусан Атабыҙ беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 104:12—15, 24). Бынан тыш, Йәһүә беҙгә мул рухи аҙыҡ һәм киләсәккә иҫ киткес өмөт бүләк иткән. Беҙ быға бигерәк тә рәхмәтле. Ҡайһы ваҡыт беҙ Йәһүәгә рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Шундай саҡта нимә эшләп була? Йәһүәнән нимә һорағанығыҙҙың исемлеген төҙөгөҙ. Һәм уның нисек яуап биргәнен күрер өсөн ваҡыт-ваҡыт шул исемлекте тикшереп тороғоҙ. Унан һуң Йәһүәгә ярҙамы өсөн рәхмәт әйтегеҙ (Кол. 3:15). w22.07 22 б., 8, 9 абз.
Йәкшәмбе, 15 декабрь
Ул Йәһүә ҡанунынан рәхәтлек таба һәм көнө-төнө уның ҡануны тураһында уйлана (Зәб. 1:2).
Әлбиттә, хәҡиҡәтте өйрәнеү генә әҙ. Ул тулы файҙа килтерһен өсөн уны ҡулланырға, йәғни уның буйынса йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына ул беҙҙе ысынлап та бәхетле итер (Яҡ. 1:25). Беҙ хәҡиҡәт буйынса йәшәйбеҙме-юҡмы икәнен нисек билдәләргә? Мәҫәлән, беҙҙең нимә яҡшы килеп сыға, ә ниндәй яҡтарҙы үҙгәртергә кәрәк икәнен билдәләр өсөн, үҙ-үҙебеҙҙе тикшерергә була. Илсе Павел былай тигән: «Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ» (Флп. 3:16). Хәҡиҡәт юлынан барыуҙан яҡшыраҡ бер нәмә лә юҡ! Ул беҙҙе бәхетлерәк итә, шулай уҡ Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәребеҙҙе ҡыуандырырға мөмкинлек бирә (Ғиб. һүҙ. 27:11; 3 Яхъя 4). Һис шикһеҙ, беҙҙең хәҡиҡәтте яратырға һәм уның буйынса йәшәргә күп сәбәптәр бар! w22.08 18—19 бб., 16—18 абз.
Дүшәмбе, 16 декабрь
Алла көтөүен... көтөгөҙ (1 Пет. 5:2).
Өлкәндәр Йәһүә менән Ғайсаға үҙ яратыуын нисек күрһәтә ала? Мөһим ысулдарҙың береһе — Ғайсаның һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыу (1 Пет. 5:1, 2). Ғайса, Петр менән аралашҡанда, быны асыҡ итеп аңлатҡан. Петр Ғайсанан өс тапҡыр ваз кискән һәм һуңынан уны яратҡанын иҫбатларға бик теләгән. Терелтелгән Ғайса Петрҙан: «Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы?» — тип һораған. Шик тә юҡ, Петр үҙенең Хужаһын яратҡанын иҫбатлар өсөн барыһын эшләргә әҙер булған. Ғайса уға: «Һарыҡтарымды көт», — тигән (Яхъя 21:15—17). Петр ғүмер буйы Хужаһының һарыҡтары хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡан һәм, шулай эшләп, Ғайсаны яратҡанын иҫбатлаған. Ҡәҙерле өлкәндәр, һеҙ Ғайсаның Петрға әйткән һүҙҙәренең мөһимлеген аңлағанығыҙҙы нисек күрһәтә алаһығыҙ? Ҡәрҙәштәрҙе даими рухландырһағыҙ һәм актив булмағандарға Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итеүҙә өҫтәмә тырышлыҡтар һалһағыҙ, Йәһүәне һәм Ғайсаны ныҡ яратҡанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Йәз. 34:11, 12). w23.01 29 б., 10, 11 абз.
Шишәмбе, 17 декабрь
Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ (1 Кор. 10:13).
«Миңә ниндәй ауырлыҡ менән көрәшергә тура килгәнен бер кем дә аңламай», — тип уйлау ҡурҡыныс. Быға ышанһағыҙ, хәлем өмөтһөҙ һәм насар теләктәргә ҡаршы тора алмайым, тигән һығымтаға килеүегеҙ бар. Ә Изге Яҙмала башҡаса әйтелә: «[Алла] һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк». Тимәк, насар теләгебеҙ көслө булһа ла, беҙ уға ҡаршы тора алабыҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ уны еңә алабыҙ. Зинһар өсөн, онотмағыҙ: беҙ камил булмағанға, насар теләктәр тыуып торор. Потифарҙың ҡатынынан ҡасып киткән Йософ кеүек, уларҙы тәүәккәллек менән кире ҡағығыҙ (Баш. 39:12). Һеҙ гонаһлы теләктәргә эйәрергә тейеш түгел! w23.01 12—13 бб., 16, 17 абз.
Шаршамбы, 18 декабрь
Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ (Рим. 2:11).
Йәһүәнең күркәм сифаты — ғәҙеллек (Ҡан. 32:4). Ғәҙел кеше бөтә кешегә бер тигеҙ ҡарай. Шуны уҡ Йәһүә тураһында ла әйтеп була (Ғәм. 10:34, 35). Уның кеше айырмауы Изге Яҙманың күп телдәрҙә яҙылғанынан күренә. Йәһүә, ахырғы ваҡытта «ысын белем артыр», йәғни Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте күптәр аңлар, тип вәғәҙә иткән (Дан. 12:4). Был белем Изге Яҙманы һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте тәржемә итеү, баҫтырыу һәм таратыу эше ярҙамында арта. Йәһүәнең хеҙмәтселәре Изге Яҙманы тулыһынса йә өлөшләтә 240-тан ашыу телгә тәржемә иткән, һәм теләгән һәр кеше уны бушлай ала ала. Һөҙөмтәлә һәр милләттән булған кешеләр, был донъяның аҙағы килгәнсе, «Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе» ишетә ала (Матф. 24:14). Ғәҙел Аллабыҙ мөмкин тиклем күберәк кешенең, Изге Яҙманы уҡып, уның менән танышыуын теләй, сөнки ул бөтәбеҙҙе лә бик ярата. w23.02 5 б., 11, 12 абз.
Кесаҙна, 19 декабрь
Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ (Рим. 12:2).
Һеҙ тәҡүәлекте яратаһығыҙмы? Әлбиттә, яратаһығыҙ. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Әммә шуны танырға кәрәк: беҙ камиллыҡтан бик ныҡ йыраҡлашҡанбыҙ. Әгәр һаҡ булмаһаҡ, был донъяның яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ҡарашы беҙгә тәьҫир итергә мөмкин (Ишағ. 5:20). «Тәҡүә кеше» тигән һүҙбәйләнеште ишеткәндә, күптәр бөтәһен дә тәнҡитләгән һәм үҙен башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанаған, сиктән тыш етди һәм талапсан монафиҡ кешене күҙ алдына килтерә. Ләкин Аллаға бындай сифаттар бер ҙә оҡшамай. Ғайса үҙ көндәрендәге дин етәкселәрен хөкөм иткән, сөнки улар үҙҙәренең тәҡүәлек нормаларын урынлаштырған (Вәғ. 7:16; Лука 16:15). Ысын тәҡүәлек һәм үҙ-үҙеңде тәҡүә тип һанау — ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр. Тәҡүәлек — бик күркәм сифат. Ябай ғына әйткәндә, был — Йәһүә дөрөҫ тип һанағанды эшләү. Изге Яҙмала «тәҡүәлек» тип тәржемә ителгән һүҙҙәр иң юғары нормалар — Йәһүә нормалары буйынса йәшәүҙе аңлата. w22.08 26—27 бб., 3—5 абз.
Йома, 20 декабрь
Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным (Яхъя 15:15).
Ғайсаның шәкерттәре ҡайһы саҡта үҙҙәрен дөрөҫ тотмаһа ла, Ғайса уларға ышанған (Яхъя 15:16). Бер тапҡыр Яҡуб менән Яхъя Ғайсанан Батшалыҡта абруйлы урындар биреүен һораған. Ғайса, улар Йәһүәгә мәкерле ниәттән сығып хеҙмәт итә, тип уйламаған һәм илселәрҙең һанынан юйып ташламаған (Марк 10:35—40). Һуңыраҡ, Ғайсаны ҡулға алғас, уның бөтә шәкерттәре уны ҡалдырып ҡасҡан (Матф. 26:56). Әммә ул уларға ышанысын юғалтмаған. Ғайса уларҙың етешһеҙлектәрен яҡшы белһә лә, уларҙы ахырға тиклем яратҡан (Яхъя 13:1). Терелтелгәндән һуң Ғайса 11 илсеһенә мөһим йөкләмә тапшырған: ул уларға шәкерттәр әҙерләү эшен алып барырға һәм үҙенең ҡәҙерле һарыҡтары хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (Матф. 28:19, 20; Яхъя 21:15—17). Шәкерттәре камил булмаһа ла, уның ышанысын аҡлаған. Улар үлемдәренә тиклем тоғро хеҙмәт иткән. Күреүебеҙсә, Ғайса беҙгә яҡшы өлгө ҡалдырған: ул камил булмаған кешеләргә ышанған. w22.09 6 б., 12 абз.
Шәмбе, 21 декабрь
Йәһүә минең яҡлы, шунлыҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмам (Зәб. 118:6).
Йәһүәнең беҙҙе яратҡанына һәм беҙҙең менән булғанына шикләнмәһәк, Шайтан беҙҙе ҡурҡыта алмаҫ. Әйҙәгеҙ, 118-се мәҙхиәне яҙған Алла хеҙмәтсеһенең миҫалына иғтибар итәйек. Уға бик етди ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгән. Уның дошмандары бик күп булған, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре хакимлыҡҡа эйә булған (9, 10-сы аяттар). Ҡайһы саҡта ул көслө баҫым аҫтында булған (13-сө аят). Бынан тыш, Йәһүә уны ҡаты итеп төҙәткән (18-се аят). Шулай ҙа мәҙхиә йырлаусы: «Бер нәмәнән дә ҡурҡмам», — тип йырлаған. Йәһүәнән төҙәтеү алһа ла, ул күктәге Атаһының уны яратҡанын белгән. Мәҙхиә йырлаусы ниндәй генә хәлгә эләкһә лә, ҡайғыртыусан Алланың уға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырына һис тә шикләнмәгән (Зәб. 118:29). Йәһүәнең беҙҙе ныҡ яратҡанына ышаныу беҙгә киң таралған ҡурҡыуҙарҙан арынырға ярҙам итер. Мәҫәлән: 1) ғаиләм хаҡында матди яҡтан ҡайғырта алмам тип ҡурҡыу, 2) кешеләрҙән ҡурҡыу һәм 3) үлемдән ҡурҡыу. w22.06 14—15 бб., 3, 4 абз.
Йәкшәмбе, 22 декабрь
Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң... тормош тажын аласаҡ (Яҡ. 1:12).
Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу беренсе урында булһын өсөн, беҙ барыһын эшләргә тейеш. Йәһүә — Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, шуға күрә ул беҙҙең табыныуыбыҙға лайыҡ (Асыл. 4:11; 14:6, 7). Тимәк, Аллаға хеҙмәт итеү тормошобоҙҙа иң мөһим урында булырға тейеш. Ул беҙҙең «рух һәм хәҡиҡәт менән» табыныуыбыҙҙы көтә (Яхъя 4:23, 24). Беҙ Аллаға изге рух өйрәтеүе буйынса табынырға тейеш. Шул саҡта табыныуыбыҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә тура килер. Хатта эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йә тыйылған илдә йәшәһәк тә, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыу мөһим урында булырға тейеш. Бөгөнгө көндә 100-ҙән ашыу ҡәрҙәшебеҙ Йәһүә шаһиттары булғанға күрә төрмәлә ултыра. Быға ҡарамаҫтан, улар шатлыҡтарын юғалтмай һәм үҙ шарттарында көстәренән килгәндең барыһын эшләй: доға ҡыла, Изге Яҙманы өйрәнә, башҡаларға Алла һәм уның Батшалығы тураһында һөйләй. Бер ниндәй мыҫҡыллауҙар һәм эҙәрләүҙәр беҙҙе бәхеттән мәхрүм итә алмай, сөнки Йәһүә беҙгә бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә һәм тоғро булғаныбыҙ өсөн һис шикһеҙ бүләкләйәсәк (1 Пет. 4:14). w22.10 9 б., 13 абз.
Дүшәмбе, 23 декабрь
Аҡыллылыҡ... яҡлау бирә (Вәғ. 7:12).
Ғибрәтле һүҙҙәр китабында Йәһүә беҙгә тормошобоҙҙо яҡшыртҡан кәңәштәр бирә. Улар һәр ваҡытта ла ҡулланырлыҡ. Уларҙың икеһен генә ҡарап сығайыҡ. Беренсе кәңәш: үҙегеҙҙә булғанына ҡәнәғәт булығыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 23:4, 5-тә быға ҡағылышлы бик яҡшы кәңәш бар: «Байлыҡҡа ынтылып, үҙ-үҙеңде бөтөрмә... сөнки [ул] ҡанаттар булдырып, бөркөттәй осоп китер». Быға ҡарамаҫтан, байҙар ҙа, ярлылар ҙа аҡса эшләү менән мәшғүл. Аҡса хаҡында ныҡ борсолоу кешенең абруйына, башҡалар менән мөнәсәбәттәренә, хатта һаулығына зыян килтерергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 28:20; 1 Тим. 6:9, 10). Икенсе кәңәш: нимәлер әйтер алдынан уйлағыҙ. Һаҡ булмаһаҡ, һүҙҙәребеҙ башҡаларға ҙур зыян килтерергә мөмкин. Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18-ҙә: «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай», — тип әйтелгән. Ғәйбәт һатып йөрөмәһәк, башҡалар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы булыр (Ғиб. һүҙ. 20:19). w22.10 21 б., 14 абз.; 22 б., 16, 17 абз.
Шишәмбе, 24 декабрь
Был төргәкте аша һәм бар, Израиль халҡына һөйлә (Йәз. 3:1).
Пәйғәмбәргә иғлан итәсәк хәбәрҙе яҡшы итеп аңларға кәрәк булған. Вәғәзләргә көслө теләге булһын өсөн, был хәбәр Йәзәкилдең айырылғыһыҙ өлөшө булып китергә тейеш булған. Шунан Йәзәкил менән бер ҡыҙыҡ нәмә булған. Төргәк уның ауыҙында «балдай татлы» булған (Йәз. 3:3). Был нимәне аңлата? Йәһүәнең вәкиле булып хеҙмәт итеү уның өсөн татлы булған һәм күңеленә хуш килгән (Зәб. 19:8—11). Ул Йәһүәгә уны үҙенең пәйғәмбәре итеп һайлағаны өсөн рәхмәтле булған. Шунан һуң Йәһүә Йәзәкилгә: «Мин һиңә әйткән бар һүҙҙәремде күңелеңә һал һәм тыңла», — тигән (Йәз. 3:10). Пәйғәмбәр был төргәктә яҙылғандарҙы иҫендә ҡалдырырға һәм улар өҫтөндә уйланырға тейеш булған. Шулай итеп Алланың һүҙҙәре Йәзәкилде туҡландырған. Хәҙер ул әсирлектә булған израилдәргә Алланан мөһим хәбәр еткерә алған (Йәз. 3:11). Алланың хәбәре Йәзәкилдең йөрәгендә лә, ауыҙында ла булғанлыҡтан, ул бирелгән йөкләмәгә тотонорға һәм уны аҙағына тиклем үтәргә әҙер булған. w22.11 6 б., 12—14 абз.
Шаршамбы, 25 декабрь
Тыңлаусанлыҡ ҡорбандарҙан... яҡшыраҡ (1 Сам. 15:22).
Ойошмала булған үҙгәрештәр Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙҙо һынарға мөмкин. Ойошмалағы үҙгәрештәр буйынса эш итегеҙ. Израилдәр сүлдә булғанда, халыҡ юлға сыҡҡан һайын Ҡоһат улдарының ҡайһы берҙәре Йәһүәнең килешеү һандығын бөтәһенән дә алда алып барған (Һан. 3:29, 31; 10:33; Еш. 3:2—4). Был улар өсөн ифрат ҙур хөрмәт булған! Әммә израилдәр Вәғәҙә ителгән ерҙә урынлашҡас, килешеү һандығын бер урындан икенсе урынға инде күсереп йөрөтөргә кәрәк булмаған. Шуға күрә Ҡоһат улдарына башҡа вазифалар бирелгән (1 Йыл. 6:31—33; 26:1, 24). Улар зарланған йә үҙҙәренә хөрмәтлерәк хеҙмәт һораған, тип бер ерҙә лә әйтелмәй. Уларҙан нимәгә өйрәнеп була? Йәһүәнең ойошмаһындағы үҙгәрештәр һеҙгә шәхсән ҡағылһа ла, уларға теләп буйһоноғоҙ. Һәр ҡайһы йөкләмәне шатланып башҡарығыҙ. Онотмағыҙ: Йәһүә өсөн һеҙҙең вазифағыҙ түгел, ә тыңлаусан булыуығыҙ мөһим. w22.11 23 б., 10, 11 абз.
Кесаҙна, 26 декабрь
Ул... төрмәлә ултырыуымдан да оялманы (2 Тим. 1:16).
Онисифор илсе Павелды эҙләгән, ә тапҡас, уға ярҙам күрһәткән. Шулай эшләп, ул үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Беҙ был осраҡтан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Кешеләрҙән ҡурҡыу беҙҙе ҡыйыу булып ҡалыуҙан һәм эҙәрләүгә дусар булған ҡәрҙәштәргә ярҙам итеүҙән туҡтатмаһын. Әйҙәгеҙ, уларҙы һәр ваҡыт яҡлайыҡ һәм уларға ярҙам күрһәтәйек (Ғиб. һүҙ. 17:17). Улар яратыуыбыҙға һәм нығытыуыбыҙға бик мохтаж. Рәсәйҙә йәшәгән ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр беҙгә яҡшы өлгө күрһәтә. Улар төрмәлә ултырған ҡәҙерле имандаштарына ярҙам ҡулы һуҙа. Йәһүә шаһиттарын хөкөм иткәндә, күп ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр судҡа килеп уларға булышлыҡ күрһәтә. Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы өлгө! Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәргә яла яҡҡанда, уларҙы эҙәрләгәндә һәм төрмәгә ултыртҡанда, ҡурҡыуға бирелмәгеҙ. Улар өсөн доға ҡылығыҙ, туғандары хаҡында ҡайғыртығыҙ һәм ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн башҡа мөмкинлектәр эҙләгеҙ (Ғәм. 12:5; 2 Кор. 1:10, 11). w22.11 17 б., 11, 12 абз.
Йома, 27 декабрь
Улар миңә күңел йыуанысы [булды] (Кол. 4:11).
Өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙе рухландырырға һәм бойоҡҡандарҙы йыуатырға яуаплы (1 Пет. 5:2). Афәт ваҡытында был ҡәрҙәштәр йыйылыштағыларҙың бөтәһе лә иҫән-именме икәнен һәм уларҙың ризыҡ, кейем һәм йәшәү урындары бармы-юҡмы икәнен белергә тырыша. Әммә зыян күргән ҡәрҙәштәр күп ваҡыт үткәндән һуң да, моғайын, рухи һәм эмоциональ ярҙамға мохтаж булыр (Яхъя 21:15, ЯДТ). Филиал комитетында хеҙмәт иткән Харолд исемле өлкән афәттән зыян күргән күп ҡәрҙәштәр менән аралашҡан. Бына ул нимәгә иғтибар иткән: «Шундай ҡәрҙәштәргә тынысланыр өсөн ваҡыт кәрәк. Ғәҙәти тормошҡа ҡайтһалар ҙа, хәтирәләр уларҙы ғазапларға мөмкин. Сөнки уларҙың һәр береһе зыян күргән: яҡын кешеһен, ҡәҙерле әйберҙәрен юғалтҡан йә үҙе үлем сигендә булған. Ауыр хәтирәләр кешене көсһөҙләндерергә мөмкин, һәм был кешегә иман етмәй тигән һүҙ түгел. Был кеше өсөн тәбиғи». Шулай итеп, өлкәндәр илағандар менән бергә илай, тип әйтеп була (Рим. 12:15). w22.12 22 б., 1 абз.; 24—25 бб., 10, 11 абз.
Шәмбе, 28 декабрь
Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ (Гал. 5:16).
Көрәштә еңер өсөн Йәһүә беҙгә мул итеп изге рухын биреп тора. Изге Яҙманы өйрәнгәндә изге рух беҙгә тәьҫир итә. Изге рухты беҙ шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарында алабыҙ. Йыйылыштарҙа беҙ ҡәрҙәштәр менән аралашабыҙ. Улар ҙа беҙҙең кеүек дөрөҫ эш итергә тырыша һәм был беҙҙе бик рухландыра (Евр. 10:24, 25; 13:7). Бынан тыш, ниндәйҙер йомшаҡ яҡтарыбыҙ менән көрәшер өсөн Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылғанда, ул беҙгә изге рухын бирә. Әлбиттә, бының барыһы беҙҙе насар теләктәрҙән тулыһынса арындырмаҫ, шулай ҙа уларға бирешмәҫкә ярҙам итер. Изге Яҙманы өйрәнеүҙән, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамағыҙ. Һәм һәр ваҡыт дөрөҫ теләктәр үҫтерегеҙ. w23.01 11 б., 13, 14 абз.
Йәкшәмбе, 29 декабрь
Өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел (1 Кор. 6:12).
Изге Яҙма һаулыҡ һәм дөрөҫ туҡланыу тураһындағы китап түгел. Шулай ҙа унда Йәһүәнең был һорауҙарға ҡарашы күрһәтелә. Мәҫәлән, унда: «Тәнеңде зыянлы нәмәләрҙән арындыр», — тип әйтелә (Вәғ. 11:10). Шулай уҡ Изге Яҙмала күп ашау һәм эскеселек хөкөм ителә, сөнки улар ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 23:20). Нимә һәм күпме ашарға йә эсергә икәнен хәл иткәндә, Йәһүә үҙебеҙҙе ҡулда тотоуыбыҙҙы көтә (1 Кор. 9:25). Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Аллаға ғүмеребеҙ өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтергә теләһәк, зирәклек кәрәк (Зәб. 119:99, 100; Ғиб. һүҙ. 2:11). Мәҫәлән, ризыҡ һайлай белеү мөһим. Әгәр ҙә берәй ризыҡ яратһаҡ, әммә ул беҙгә зыян килтерһә, беҙ уны ашамаҫбыҙ. Шулай уҡ етерлек йоҡлаһаҡ, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнһәк, гигиенаны һаҡлаһаҡ һәм өйөбөҙҙө таҙалыҡта тотһаҡ, зирәк булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. w23.02 21 б., 6, 7 абз.
Дүшәмбе, 30 декабрь
Һин унан нимә уҡыйһың? (Лука 10:26).
Изге Яҙманы уҡығанда нисек рухи хазиналар табырға? 2 Тимофейға 3:16, 17-лә нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ. Иғтибар итегеҙ, унда: «Изге Яҙма тотош... файҙалы», — тип әйтелә. Ул беҙҙе: 1) өйрәтә, 2) фашлай, 3) төҙәтә һәм 4) тәрбиәләй. Был шулай уҡ Изге Яҙманың беҙ һирәк ҡулланған китаптарына ла ҡағыла. Изге Яҙманы уҡығанда, ошондай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Был өҙөк мине Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһында нимәгә өйрәтә? Унда ниндәй принциптар бар? Ул мине нисек фаш итә? Был аяттар миңә насар һыҙаттарҙы асыҡларға һәм Йәһүәгә тоғро ҡалырға нисек ярҙам итә? Хеҙмәттә осратҡан кешеләрҙең дөрөҫ булмаған ҡараштарын төҙәтер өсөн был аяттарҙы нисек ҡулланып була?» Шулай уҡ был аяттарҙа тәрбиәләү эҙләгеҙ. Улар һеҙгә Йәһүә кеүек уйларға ярҙам итер. Әгәр һеҙ ошо дүрт кәңәште иҫтә тотһағыҙ, Изге Яҙманы уҡыуҙы байытҡан рухи хазиналар табырһығыҙ. w23.02 11 б., 11 абз.
Шишәмбе, 31 декабрь
Уның батшалығы емерелмәйәсәк (Дан. 7:14).
Данил китабының пәйғәмбәрлегендә, Ғайса «ете ваҡыт» үткәс батша хакимлығын аласаҡ, тип әйтелгән. Был пәйғәмбәрлектең ҡасан үтәләсәген билдәләп буламы? (Дан. 4:10—17). «Ете ваҡыт» 2 520 йылға тиң. Был осор б. э. т. 607 йылда башланған. Шул йылда вавилондар Алланан булған һуңғы батшаны тәхеттән төшөргән. Ә 1914 йылда, Йәһүә Ғайса Мәсихте — «хоҡуғы булған затты» — үҙ Батшалығында тәхеткә ултыртҡас, «ете ваҡыт» осоро тамамланған (Йәз. 21:25—27). Ни өсөн был пәйғәмбәрлекте аңлау мөһим? «Ете ваҡыт» тураһындағы пәйғәмбәрлек Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен ваҡытында үтәйәсәгенә ышандыра. Әгәр Йәһүә Батшалығын үҙе билдәләгән ваҡытта урынлаштырған икән, тимәк, башҡа пәйғәмбәрлектәр ҙә үҙ ваҡытында үтәләсәк. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүәнең көнө тотҡарланмаҫ (Аб. 2:3). w22.07 2—3 бб., 3—5 абз.