Ысын байлыҡ йыйығыҙ
«Хаҡ булмаған донъяның байлығын... үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ» (ЛУКА 16:9).
1, 2. Ни өсөн был донъяла һәр ваҡыт ярлы кешеләр буласаҡ?
БӨГӨНГӨ иҡтисади система бик аяуһыҙ һәм ғәҙелһеҙ. Йәштәр йыш ҡына эш таба алмай. Күптәр, алға киткән илдәргә күсергә тырышып, тормошон ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Бөтә ерҙә, хатта үҫешкән илдәрҙә лә, ярлылыҡта көн күргән кешеләр бар. Байҙар һәм ярлылар араһындағы упҡын ҙурая бара. Һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, донъялағы 1 процент тәшкил иткән иң бай кешеләрҙең мөлкәте ҡалған 99 процент кешеләрҙекенә тиң. Был мәғлүмәтте тикшереүе ауыр булһа ла, берәүҙәрҙең бер нисә быуат тоҡомдарын тәьмин итерлек аҡсаһы бар, ә миллиардлаған кеше мохтажлыҡта йәшәй, тигән һүҙҙәргә ҡаршы төшөүселәр табылмаҫ. Ғайса Мәсих ошо ҡыҙғаныс хәлде бындай һүҙҙәр менән таныған: «Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән» (Марк 14:7). Шундай тигеҙһеҙлектең сәбәбе нимәлә?
2 Ғайса шуны аңлаған: Алла Батшалығы килмәйенсә, ғәмәлдәге иҡтисади система үҙгәрмәйәсәк. Асылыш 18:3-тә «сауҙагәрҙәр» итеп һүрәтләнгән ҡомһоҙ коммерция системаһы, сәйәси һәм дини ойошмалар кеүек, Шайтан донъяһының өлөшө булып тора. Алла халҡы сәйәсәттән һәм ялған диндән тулыһынса айырылған булһа ла, күпселек Алла хеҙмәтсеһе барыбер Шайтан донъяһының коммерция өлөшө менән ниндәй ҙә булһа бәйләнештә тора.
3. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
3 Мәсихселәргә үҙҙәренең коммерция системаһына мөнәсәбәтен тикшереү мөһим. Бының өсөн улар үҙ-үҙҙәренә бындай һорауҙар бирә ала: Аллаға тоғро булыуымды күрһәтер өсөн, мөлкәтемде нисек ҡуллана алам? Коммерция системаһында тағы ла әҙерәк ҡатнашыр өсөн нимә эшләй алам? Алла хеҙмәтселәренең, аяуһыҙ һәм ғәҙелһеҙ донъяла йәшәп, Йәһүәгә тулыһынса таянғаны ниндәй миҫалдарҙан күренә?
НАМЫҪҺЫҘ ИДАРАСЫ ХАҠЫНДА ҠИССА
4, 5. а) Ғайсаның ҡиссаһында һүрәтләнгән идарасы ниндәй хәлгә эләккән? б) Ғайса үҙенең шәкерттәрен нимәгә өндәгән?
4 Лука 16:1—9-ҙы уҡығыҙ. Ғайсаның намыҫһыҙ идарасы хаҡындағы ҡиссаһы беҙҙе күп нәмәгә өйрәтергә мөмкин. Хужаһының мөлкәтен туҙҙырыуҙа ғәйепләнгәндән һуң, идарасы, «отҡорлоҡ» сағылдырып, үҙенә «дуҫтар» булдырған. Эшен юғалтҡас, ул шул дуҫтарҙың ярҙамына өмөтләнә алғанa. Әлбиттә, Ғайса үҙ шәкерттәрен, был донъяла көн күрер өсөн, намыҫһыҙ эш итергә өндәмәгән. Намыҫһыҙ эш иткәндәрҙе Ғайса «был донъя кешеләре» тип атаған. Был ҡисса ярҙамында ул бер мөһим фекергә баҫым яһарға теләгән.
5 Ғайса Мәсих шуны белгән: ҡыйын хәлгә эләккән идарасыға оҡшап, күпселек шәкерттәренә, аҡса эшләп табыр өсөн, ғәҙелһеҙ коммерция системаһы менән бәйләнешкә инергә тура килер. Шуға күрә ул уларҙы былай тип өндәгән: «Хаҡ булмаған донъяның байлығын... үҙегеҙгә дуҫтар [Йәһүә һәм Ғайса] булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ». Беҙ был кәңәште нисек ҡуллана алабыҙ?
6. Ни өсөн, коммерция системаһының барлыҡҡа килеүе Алла ниәтенә инмәгән, тип әйтеп була?
6 Ғайса ни өсөн байлыҡты «хаҡ булмаған донъяның» байлығы тип атағанын аңлатмаһа ла, Изге Яҙманан күренеүенсә, коммерция системаһының барлыҡҡа килеүе Алла ниәтенә инмәгән. Эден баҡсаһында Йәһүә Әҙәм менән Һауаға улар мохтаж булған бар нәмәне мул итеп биргән (Баш. 2:15, 16). Һуңыраҡ, изге рух беренсе быуаттағы майланған мәсихселәр йыйылышына тәьҫир итә башлағас, «уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмә[гән], бөтөн нәмә уртаҡ» булған (Ғәм. 4:32). Ишағыя пәйғәмбәр бөтә кешеләр ерҙең ресурстарын ҡулланыуҙан кинәнеп йәшәйәсәк ваҡыт хаҡында пәйғәмбәрлек иткән (Ишағ. 25:6—9; 65:21, 22). Ә әлегә мәсихселәргә, «хаҡ булмаған донъяның байлығын» ҡулланып аҡса эшләп табыр өсөн, «отҡорлоҡ» сағылдырырға һәм шул уҡ ваҡытта Алланың күңелен табырға кәрәк.
«ХАҠ БУЛМАҒАН ДОНЪЯНЫҢ БАЙЛЫҒЫН» ДӨРӨҪ ҠУЛЛАНЫҒЫҘ
7. Лука 16:10—13-тә ниндәй кәңәш бирелә?
7 Лука 16:10—13-тө уҡығыҙ. Ғайса ҡиссаһындағы идарасы үҙенә файҙа алыр өсөн дуҫтар булдырған. Әммә Ғайса үҙ шәкерттәрен, изге ниәттәрҙән сығып, күктә дуҫтар булдырырға өндәгән. Ҡиссаны һөйләп бөткәс, ул «хаҡ булмаған донъяның байлығын» ҡулланыу менән Аллаға тоғро булыу араһында бәйләнеш барлығын күрһәткән. Ғайса шуға иғтибар итергә теләгән: беҙ «хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы» була алабыҙ, йәғни уны дөрөҫ ҡуллана алабыҙ (Лука 16:1—13). Быны нисек эшләп була?
8, 9. Ҡайһы бер мәсихселәр «хаҡ булмаған донъяның байлығын» ҡулланыуҙа «ышаныслы» булыуҙарын нисек күрһәтә?
8 Мөлкәт менән ҡулланыуҙа «ышаныслы» булыр өсөн төп ысулдарҙың береһе — Ғайса пәйғәмбәрлек иткән бөтә донъя вәғәз эшенә матди булышлыҡ күрһәтеү (Матф. 24:14). Индиянан бер ҡыҙыҡай бәләкәй генә ҡумтаға тәнкәләр йыйып барған. Бының өсөн ул хатта уйынсыҡтар һатып алыуҙан да баш тартҡан. Ҡумта тулғас, ул йыйылған аҡсаны вәғәз эшенә өлөш индерер өсөн тапшырған. Шулай уҡ Индияла йәшәгән бер ағай-ҡәрҙәш кокос һата. Ул Малаяламдағы тәржемә итеү офисына күп кенә кокос бүләк итә. Был ағай-ҡәрҙәш, офисҡа барыбер кокостар һатып алырға кәрәк, шуға күрә ошондай ярҙам күрһәтеүем аҡса биреүгә ҡарағанда яҡшыраҡ, тип уйлай. Шулай итеп ул отҡорлоҡ сағылдыра. Шуның шикелле, Грецияла йәшәгән ҡәрҙәштәр даими рәүештә Вефиль ғаиләһенә зәйтүн майы, сыр һәм башҡа ризыҡтар бүләк итә.
9 Әлеге ваҡытта икенсе илдә йәшәгән Шри-Ланканан бер ағай-ҡәрҙәш йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар үткәреү өсөн үҙенең йортон биргән, шулай уҡ тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә йортонда йәшәргә рөхсәт иткән. Был уға матди яҡтан бер ниндәй файҙа килтермәһә лә, шулай итеп ул бай булмаған урындағы вәғәзселәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Вәғәз эшебеҙ сикләнгән илдәрҙең береһендә ҡәрҙәштәр үҙ йорттарын Батшалыҡ залы итеп ҡулланыуға бирә. Бының ярҙамында пионерҙар һәм аҡсалары күп булмаған башҡа вәғәзселәр, аренда хаҡын түләмәйенсә, йыйылыш осрашыуҙары үткәрә ала.
10. Йомартлыҡ сағылдырыу ниндәй фатихалар килтерә?
10 Был миҫалдар Алла хеҙмәтселәренең «бәләкәй нәмәлә ышаныслы» булыуын күрһәтә: улар рухи байлыҡҡа әҙ генә лә тиң булмаған матди әйберҙәрҙе дөрөҫ ҡуллана (Лука 16:10). Йәһүәнең дуҫтары, шундай ҡорбандарға барып, нимә тоя? Улар, йомартлыҡ сағылдырып, «ысын» байлыҡҡа эйә булыуҙарын аңлай (Лука 16:11). Батшалыҡ эшенә даими рәүештә матди булышлыҡ күрһәткән бер апай-ҡәрҙәш ниндәй фатихалар алғаны хаҡында былай тип һөйләй: «Йылдар буйына мин матди яҡтан йомартлыҡ сағылдырам һәм ҡыҙыҡ бәйләнеш күрҙем: матди яҡтан йомартыраҡ булған һайын, мин башҡалар менән мөғәмәлә итеүҙә лә йомартыраҡ була барҙым. Хәҙер мин башҡаларҙы ғәфү итеүҙә, сабырлыҡ сағылдырыуҙа, кешеләрҙең етешһеҙлектәренә әһәмиәт бирмәүҙә һәм кәңәштәрҙе ҡабул итеүҙә йомартыраҡ булып киттем». Күптәр йомартлыҡтың рухи яҡтан байытыуына инанған (Зәб. 112:5; Ғиб. һүҙ. 22:9).
11. а) Беҙ тағы нисек «отҡорлоҡ» күрһәтә алабыҙ? б) Алла халҡының иғәнәләрҙе тигеҙ ҡулланыуына миҫал килтерегеҙ. (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
11 Беҙ шулай уҡ, мөлкәтебеҙҙе башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулланып һәм шуның менән Батшалыҡ эшенә булышлыҡ итеп, «отҡорлоҡ» сағылдырабыҙ. Аҡсалары булған, әммә шарттары арҡаһында тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша йә икенсе илгә күсә алмаған ҡәрҙәштәр, ирекле иғәнәләре менән вәғәз эшенә булышлыҡ итеүҙәрен аңлап, ҡәнәғәтлек кисерә (Ғиб. һүҙ. 19:17). Ярлы илдәрҙә бик күп кеше хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына. Иғәнә һалып, беҙ шул илдәрҙә йәшәгән вәғәзселәрҙең баҫмалары булыуына өлөш индерәбеҙ һәм унда алып барылған вәғәз эшенә булышлыҡ итәбеҙ. Йылдар буйына Конго Демократик Республикаһы, Мадагаскар һәм Руанда һымаҡ илдәрҙә ҡәрҙәштәр йыш ҡына, ғаиләне ашатырғамы йә Изге Яҙманы һатып алырғамы, тигән һайлау алдында торған, сөнки ҡайһы саҡ Изге Яҙманың хаҡы аҙналыҡ йә айлыҡ эш хаҡына тиң булған. Хәҙер иһә иғәнәләрҙең йомарт булыуы һәм тигеҙ ҡулланылыуы ярҙамында Йәһүә ойошмаһы Изге Яҙманың төрлө телдәргә тәржемә ителеүен, шулай уҡ һәр ғаилә ағзаһының һәм һәр өйрәнеүсенең Изге Яҙма китабы булыуын хәстәрләй. (2 Коринфтарға 8:13—15-те уҡығыҙ.) Шулай итеп биреүселәр ҙә, алыусылар ҙа Йәһүәнең дуҫы булып китә ала.
ТОРМОШОҒОҘҘО ЯБАЙЛАШТЫРЫҒЫҘ
12. Ибраһим Йәһүәгә таянғанын нисек күрһәткән?
12 Алланың дуҫы булырға теләһәк, беҙгә коммерция системаһында мөмкин тиклем әҙерәк ҡатнашырға һәм «ысын» байлыҡ туплар өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Боронғо ваҡытта йәшәгән Ибраһимдың иманы бик көслө булған. Ул, Йәһүәгә буйһоноп, сатырҙарҙа йәшәр өсөн, гөрләп сәскә атҡан Ур ҡалаһын ҡалдырып киткән, сөнки Алланың дуҫы булырға теләгән (Евр. 11:8—10). Ибраһим ысын байлыҡтың сығанағы Йәһүә икәнен һәр ваҡыт иҫтә тотҡан, шуға күрә бер ҡасан да байырға ынтылмаған, сөнки был уның Йәһүәгә таянмай башлауын күрһәтер ине (Баш. 14:22, 23). Ғайса Мәсих, бер йәш бай кешене шундай уҡ көслө иман үҫтерергә дәртләндереп, уға былай тигән: «Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр» (Матф. 19:21). Был йәш кешенең иманы Ибраһимдыҡы кеүек ныҡ булмаған, әммә башҡа кешеләр Йәһүәгә тулыһынса таянған.
13. а) Павел Тимофейға нимә тип яҙған? б) Беҙ нисек Павелдың һүҙҙәре буйынса йәшәй алабыҙ?
13 Тимофей ҙа көслө иманға эйә кеше булған. Тимофейҙы «Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе» тип атап, Павел уға былай тип яҙған: «Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша» (2 Тим. 2:3, 4). Бөгөн Ғайсаның шәкерттәре, шул иҫәптән миллиондан ашыу тулы ваҡытлы хеҙмәтсе, үҙ шарттарына ҡарап, Павелдың һүҙҙәре буйынса йәшәргә тырыша. Улар: «Бурысҡа алыусы бурысҡа биреүсенең ҡоло була», — тигән принципты иҫтә тотоп, рекламаның көслө йоғонтоһона һәм донъяның баҫымына ҡаршы тора (Ғиб. һүҙ. 22:7). Шайтандың маҡсаты — беҙҙе, коммерция системаһының ҡолона әйләндереп, бөтә ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө уның өсөн сарыф итергә мәжбүр итеү. Ҡайһы бер ҡарарҙар арҡаһында беҙ күп йылдарға финанс ҡоллоҡҡа эләгергә мөмкин. Шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр, торлаҡ йә ҡыйбатлы машина һатып алырға, юғары белем алырға йәки хатта бай туй яһарға теләп, ғәйәт ҙур кредиттар ала. Тормошобоҙҙо ябайлаштырһаҡ, шулай уҡ бурысҡа инмәҫкә һәм сығымдарыбыҙҙы ҡыҫҡартырға тырышһаҡ, отҡорлоҡ сағылдырырбыҙ һәм коммерция системаһының ҡоло түгел, ә Алла ҡоло булырға әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ (1 Тим. 6:10).
14. Беҙ нимә эшләргә тәүәккәл булырға тейеш? Миҫалдар килтерегеҙ.
14 Ябай тормош алып барыр өсөн, тормошта нимәгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк икәнен дөрөҫ билдәләү мөһим. Бер парҙың ҙур табыш килтергән предприятиеһы булған. Әммә улар тулы ваҡытлы хеҙмәтте яңынан башларға теләгән, шунлыҡтан үҙенең бизнесын, тиҙ йөрөшлө катерын һәм башҡа мөлкәтен һатҡан. Шунан улар, ирекле хеҙмәтсе булып, Уорвиктағы (Нью-Йорк штаты) бөтә донъя баш идаралығы биналарын төҙөргә киткән. Вефилдә — үҙҙәренең ҡыҙы һәм кейәүе менән, шулай уҡ бер нисә аҙна буйына ағай-ҡәрҙәштең Уорвикта ярҙам иткән ата-әсәһе менән бергә хеҙмәт итеү улар өсөн үҙенә күрә бер фатиха булған. Ә Колорадонан (АҠШ) пионер апай-ҡәрҙәш, банкка урынлашып, көнөнә бер нисә сәғәт кенә эшләгән. Банк хужалары уның эше менән шул тиклем ҡәнәғәт булған, хатта, тулы көн эшләргә ризалашһа, уға өс тапҡырға күберәк түләргә вәғәзә иткән. Апай-ҡәрҙәш был ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимдән баш тартҡан, сөнки, ризалашһа, хеҙмәтте тормошта беренсе урынға ҡуя алмаҫ ине. Был Йәһүә хеҙмәтселәренең ниндәй ҡорбандарға барғанын күрһәткән миҫалдарҙың бер нисәһе генә. Тәү сиратта Батшалыҡты эҙләргә теләйбеҙ икән, тимәк, беҙ Алла менән дуҫлыҡты һәм рухи байлыҡты коммерция системаһы тәҡдим итә алған нәмәләргә ҡарағанда күпкә нығыраҡ ҡәҙерләйбеҙ.
«ХАҠ БУЛМАҒАН ДОНЪЯНЫҢ» БАЙЛЫҒЫ БӨТКӘС
15. Ниндәй байлыҡ беҙҙе ысындан да бәхетле итә?
15 Матди байлыҡ мотлаҡ Алла хуплауының билдәһе булып тормай. Йәһүә «яҡшы эштәре менән бай» булырға тырышҡан кешеләрҙе фатихалай. (1 Тимофейға 6:17—19-ҙы уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Италияла йәшәгән Лючияb, Албанияла вәғәзселәр етмәүен белеп ҡалғас, 1993 йылда шунда күсергә булған. Уның йыйылған аҡсаһы ла булмаған, шуға күрә ул тулыһынса Йәһүәгә таянған. Ул албан телен өйрәнгән, һәм уның ярҙамында 60-тан ашыу кеше ғүмерен Йәһүәгә бағышлаған. Әлбиттә, күпселек мәсихселәр хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләр күп булған ерҙә хеҙмәт итмәй. Шулай ҙа беҙ башҡаларға тормош юлын табырға һәм шул юлда ҡалырға ярҙам итер өсөн эшләгән бөтә нәмә ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай итеп беҙ мәңге һаҡланасаҡ хазина туплайбыҙ (Матф. 6:20).
16. а) Бөгөнгө коммерция системаһын нимә көтә? б) Киләсәктә ниндәй ваҡиғалар булырын белеү матди әйберҙәргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?
16 Ғайса, «хаҡ булмаған донъяның байлығы» тураһында әйткәндә, «файҙаһы бөтһә» тимәгән, ә «файҙаһы бөткәс» тигән. (Лука 16:9). Был һуңғы көндәрҙә ғәҙәти күренеш булып киткән иҡтисад һәм банк көрсөктәрен яҡын киләсәктә бөтә донъяла буласаҡ ваҡиғалар менән бер нисек тә сағыштырып булмай. Шайтандың сәйәси һәм дини структураларҙан, коммерция системаһынан торған донъя төҙөлөшө емереләсәк. Йәзәкил һәм Сафуния пәйғәмбәрҙәр, быуаттар буйына коммерция системаһында төп роль уйнаған алтын менән көмөштөң бер ҡиммәте лә ҡалмаясаҡ, тип алдан әйткән булған (Йәз. 7:19; Саф. 1:18). Ғүмерегеҙҙең аҙағында үҙегеҙҙең, «хаҡ булмаған донъяның байлығын» күп итеп туплар өсөн рухи байлыҡты ҡорбан иткәнегеҙҙе ҡапыл аңлап ҡалһағыҙ, нимә тойор инегеҙ? Моғайын, һеҙ үҙегеҙҙе бөтә ғүмерен аҡса йыйыуға бағышлаған, ә һуңынан аҡсаларының ялған икәнен белеп ҡалған кеше кеүек хис итер инегеҙ (Ғиб. һүҙ. 18:11). Эйе, «хаҡ булмаған донъяның» байлығы ахыр сиктә бөтәсәк, шуға күрә уны үҙебеҙгә күктә дуҫтар булдырыу өсөн ҡулланыу үтә мөһим. Йәһүә Батшалығының эшенә булышлыҡ итер өсөн ҡылған бар эштәребеҙ беҙҙе рухи яҡтан байыта.
17, 18. Алла дуҫтарын ниндәй киләсәк көтә?
17 Алла Батшалығы килгәс, торлаҡ өсөн аренда йә ипотека хаҡын түләргә кәрәк булмаҫ, бөтә кешенең ризығы мул булыр һәм башҡа бер кем дә медицина ярҙамына мохтаж булмаҫ. Алла дуҫтарының ер биргән нәмәләрҙең иң яҡшыһы булыр. Алтын, көмөш һәм аҫыл таштар капитал һалыу йә аҡса туплау өсөн түгел, ә биҙәүестәр яһау өсөн генә кәрәк булыр. Бар кешенең дә матур йорттар төҙөр өсөн ағастан, таштан һәм металдан яһалған юғары сифатлы материалдары булыр. Дуҫтарыбыҙ беҙгә ниндәйҙер табыш алыр өсөн түгел, ә ихлас күңелдән ярҙам итер. Ер булдырған нәмәләр кешеләр араһында тигеҙ бүленер.
18 Был үҙенә күктә дуҫтар булдырған кешеләрҙе көткән фатихаларҙың бер нисәһе генә. Алла хеҙмәтселәре Ғайсаның бындай һүҙҙәрен ишетеп бик шатланыр: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ» (Матф. 25:34).
a Ғайса был ғәйепләү нигеҙле булғанмы, юҡмы икәне хаҡында бер ни әйтмәгән. Лука 16:1-ҙә «әйткәндәр» тип тәржемә ителгән грек һүҙе идарасының нахаҡҡа ғәйепләнгәнен дә күҙ уңында тоторға мөмкин. Ғайса идарасының ни өсөн эштән сығарылғанына түгел, ә уның нисек эш иткәненә иғтибар итергә теләгән.
b Лючия Муссанеттың биографияһы 2003 йылдың 22 июнь һанындағы «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) 18—22-се биттәрендә яҙылған.