Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 сентябрь 3—7 бб.
  • Тотанаҡлы булырға өйрәнегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тотанаҡлы булырға өйрәнегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • ЙӘҺҮӘ ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ
  • АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНЕҢ ЫҢҒАЙ ҺӘМ КИРЕ МИҪАЛДАРЫ
  • ҒӘМӘЛИ КӘҢӘШТӘР
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 сентябрь 3—7 бб.
Йософ Потифарҙың ҡатынынан ҡаса

Тотанаҡлы булырға өйрәнегеҙ

«Рухтың емеш[е] иһә: ...тотанаҡлыҡ» (ГАЛ. 5:22, 23).

ЙЫРҘАР: 121, 36

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Алланың фетнә күтәрелгән саҡта нисек эш иткәненән нимәгә өйрәнеп була?

  • Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләрҙең ҡайһылары тотанаҡлыҡ сағылдырған, ә ҡайһылары тотанаҡһыҙ булған?

  • Изге Яҙманы өйрәнеү беҙгә тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа нисек ярҙам итергә мөмкин?

1, 2. а) Тотанаҡлыҡ етмәү ниндәй эҙемтәләргә килтерә? б) Ни өсөн был проблема хәҙерге ваҡытта бик актуаль?

ТОТАНАҠЛЫҠ — Алла ярҙамы менән үҫтереп булған сифат (Гал. 5:22, 23). Йәһүә был сифатты камил рәүештә сағылдыра. Унан айырмалы рәүештә, кешеләр камил түгел, шунлыҡтан уларға тотанаҡлы булыу ауыр. Шуны танырға кәрәк: кешеләрҙең күп кенә ауырлыҡтары тотанаҡлыҡ етмәү арҡаһында тыуа. Тотанаҡһыҙ булғанға, күп кешеләр мөһим эштәрҙе үҙ ваҡытында башҡармай, шулай уҡ мәктәптә насар уҡый йә эш урынында бөтә көсөнә эшләмәй. Бынан тыш, тотанаҡлыҡ етмәү бындай эҙемтәләргә лә килтерергә мөмкин: эскеселек, йәбер-золом, айырылышыуҙар, алама ғәҙәттәр, эмоциональ травмалар, енси юл менән йоҡҡан ауырыуҙар, шулай уҡ әрләшеү, кәрәк булмаған бурыстарға инеү, төрмәгә ултырыу, теләмәйенсә балаға уҙыу һәм башҡалар (Зәб. 34:11—14).

2 Күренеүенсә, тотанаҡһыҙ кешеләр үҙҙәренә лә, башҡаларға ла ҡыйынлыҡтар килтерә. Һәм хәл киҫкенләшә генә бара. Бер тикшеренеү буйынса, 1940-сы йылдар менән сағыштырғанда хәҙерге ваҡытта кешеләр күпкә тотанаҡһыҙыраҡ булып киткән. Алла Һүҙен өйрәнеүселәрҙе был бер ҙә ғәжәпләндермәй, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләрҙең «тотанаҡһыҙ» булыуы — «ахырызаман» килеүенең бер билдәһе (2 Тим. 3:1—3).

3. Ни өсөн мәсихселәргә тотанаҡлы булырға өйрәнергә кәрәк?

3 Ни өсөн тотанаҡлы булыу мөһим? Ике етди сәбәп ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, ғәҙәттә үҙ-үҙен ҡулда тота белгән кешеләрҙең етди ауырлыҡтары әҙерәк була. Ҡыҙыу кешеләргә ҡарағанда, улар эмоциональ яҡтан тотороҡлораҡ, башҡалар менән татыуыраҡ, шулай уҡ тиҙ ҡыҙып йә борсолоуҙар һәм депрессияға бирелеп бармай. Икенсенән, Алланың беҙҙе хуплауын теләһәк, ҡотҡоларға ҡаршы тора белеү һәм насар теләктәрҙе тыйыу үтә мөһим. Әҙәм һәм Һауа менән булған хәл быны асыҡ күрһәтә (Баш. 3:6). Шулай уҡ был мөһим сифатты сағылдырмаған башҡа кешеләрҙең ниндәй аяныслы эҙемтәләр кисергәне хаҡында уйланырға була.

4. Тотанаҡлы булыу өсөн көрәш алып барған кешеләрҙе нимә рухландырырға мөмкин?

4 Камил булмаған кешеләр тотанаҡлыҡ сифатын камил рәүештә сағылдыра алмай. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең тотанаҡлы булыу өсөн көрәш алып барыуын белә, һәм ул уларға гонаһлы теләктәргә бирешмәҫкә ярҙам итергә теләй (1 Бат. 8:46—50). Ҡайғыртыусан Дуҫ булараҡ, Йәһүә үҙенә хеҙмәт итергә теләгән, әммә тормоштоң ҡайһы бер өлкәләрендә тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙы ауыр күргән эскерһеҙ кешеләрҙе рухландырып тора. Әйҙәгеҙ, тәүҙә Йәһүәнең тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа ниндәй үрнәк күрһәткәнен ҡарап сығайыҡ. Ә шунан Изге Яҙмала иҫкә алынған ыңғай һәм кире миҫалдарҙан нимәгә өйрәнеп булғанын белербеҙ. Шулай уҡ тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа тағы ла яҡшырырға ярҙам иткән ғәмәли кәңәштәрҙе иҫкә төшөрөрбөҙ.

ЙӘҺҮӘ ӨЛГӨ КҮРҺӘТӘ

5, 6. Йәһүә тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа ниндәй өлгө күрһәтә?

5 Йәһүә тотанаҡлыҡ сифатын камил рәүештә сағылдыра, сөнки ул бар нәмәне камил рәүештә эшләй (Ҡан. 32:4). Беҙ иһә камил түгел. Шулай ҙа, Йәһүәнең миҫалын ҡарап сыҡһаҡ, беҙ был сифатты нисек сағылдырып булғанын аңларбыҙ һәм, Йәһүәнән өлгө алып, тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа яҡшырырбыҙ. Йәһүә ғәжәп рәүештә тотанаҡлыҡ сағылдырған осраҡтарҙы иҫкә төшөрәйек.

6 Шайтан фетнә күтәргәндә Йәһүәнең нисек эш иткәне хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Алла был ауыр хәлдә нимәлер эшләргә тейеш булған. Шайтандың фетнәһе, һис шикһеҙ, Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған рухи заттарҙың күңелен ҡыйған һәм асыуын сығарған. Шайтан килтергән бөтә ғазаптар тураһында уйлағанда һеҙ, бәлки, шундай уҡ хистәр кисерәһегеҙҙер. Ләкин Йәһүә ашыҡмаған. Ул төптән уйлап, барыһын да үлсәп эш иткән. Ул ярһырға ашыҡмаған һәм ғәҙеллек сағылдырған (Сығ. 34:6; Әйүп 2:2—6). Ни өсөн? Йәһүә бер ни тиклем ваҡыт көтөргә әҙер булған, сөнки ул бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә «бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен» теләй (2 Пет. 3:9).

7. Йәһүәнең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

7 Йәһүәнең өлгөһө беҙҙе һүҙебеҙҙе үлсәп һөйләргә һәм төптән уйлап эш итергә өйрәтә. Беҙ ашығып эш итергә тейеш түгел. Етди һорауҙарҙы хәл иткәндә, дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн етерлек ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ. Кәрәкле һүҙҙәр әйтер өсөн йә дөрөҫ эш итер өсөн зирәклек һорап доға ҡылығыҙ (Зәб. 141:3). Хистәргә бирелгән саҡта кеше уйламай эш итергә мөмкин. Күп мәсихселәрҙең ҡыҙып нимәлер әйткәненә йә ашығып нимәлер эшләгәненә үкенгәне булған (Ғиб. һүҙ. 14:29; 15:28; 19:2).

АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНЕҢ ЫҢҒАЙ ҺӘМ КИРЕ МИҪАЛДАРЫ

8. а) Алланың күңеленә хуш килгән сифаттар сағылдырған кешеләрҙең миҫалдарын ҡайҙан табып була? б) Потифарҙың ҡатыны Йософто әхлаҡһыҙлыҡҡа төшөрөргә тырышҡанда, Йософҡа нимә дөрөҫ эш итергә ярҙам иткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Изге Яҙмалағы ниндәй миҫалдар тотанаҡлы булыуҙың мөһимлеген күрһәтә? Һеҙ, әлбиттә, Изге Яҙмала иҫкә алынған ҡайһы бер кешеләрҙең ауыр хәлдә тотанаҡлыҡ сағылдырғанын иҫләйһегеҙҙер. Шундай кешеләрҙең береһе — Яҡуптың улы Йософ. Ул фирғәүен һаҡсыларының түрәһе Потифарҙың йортонда хеҙмәт иткән. Потифар ҡатынының «төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур» булған Йософҡа күҙе төшкән, һәм ул ҡат-ҡат уға әхлаҡһыҙ тәҡдимдәр яһаған. Йософҡа уның тәҡдимдәрен кире ҡағырға нимә ярҙам иткән? Һис шикһеҙ, ул уяулыҡты юғалтыу ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында уйланған. Һәм хәл бик киҫкенләшкәс, Йософ Потифарҙың ҡатынынан ҡасҡан. Ул былай тип фекер йөрөткән: «Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?» (Баш. 39:6, 9; Ғибрәтле һүҙҙәр 1:10-ды уҡығыҙa).

9. Ҡотҡоға ҡаршы торор өсөн, үҙегеҙҙе нисек әҙерләй алаһығыҙ?

9 Йософтоң миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? Ҡайһы саҡта беҙгә Алла ҡанунын боҙоу ҡотҡоһонан, образлы итеп әйткәндә, ҡасырға кәрәк. Йәһүә шаһиты булып китер алдынан, ҡайһы бер кешеләр бирәнләнгән, саманан тыш күп иҫерткес эсемлектәр эскән, тәмәке тартҡан, наркотик ҡулланған йә аҙғын тормош алып барған. Хатта һыуға сумдырылғас та, уларҙың ҡайһы саҡ элекке ғәҙәттәренә ҡайтыу теләге тыуған. Әгәр һеҙ Йәһүәнең ҡанунын боҙоу ҡотҡоһона дусар булһағыҙ, гонаһлы теләктәргә бирелеүегеҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә ниндәй зыян килтерәсәге тураһында уйланығыҙ. Был һеҙгә көрәштә бирешмәҫкә көс бирәсәк. Ҡотҡо тыуҙыра алған шарттарҙы алдан күрергә тырышығыҙ һәм шундай шарттарға нисек эләкмәҫкә икәне хаҡында уйлағыҙ (Зәб. 26:4, 5; Ғиб. һүҙ. 22:3). Ҡотҡоға дусар булғанда, һәр ваҡыт Йәһүәнән зирәклек һәм тотанаҡлыҡ һорағыҙ.

10, 11. а) Күп йәштәр мәктәптә ниндәй ҡотҡоға дусар була? б) Йәш мәсихселәргә бындай баҫымға ҡаршы торорға нимә ярҙам итергә мөмкин?

10 Күп йәш мәсихселәр Йософтоҡо һымаҡ һынау менән осраша. Ким исемле ҡыҙҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Синыфташтарының күбеһе енси тормош алып барған һәм ял көндәренән һуң һәр саҡ үҙҙәренең енси тормошондағы һуңғы «ҡаҙаныштары» менән маҡтанған. Кимдың иһә ундай хәбәрҙәре булмаған. Ким, башҡаларҙан айырылып торғанға ҡайһы саҡта үҙемде яңғыҙ итеп тоям, тип таный. Егеттәр менән осрашмағанға, йәштәштәре уны ахмаҡ тип һанаған. Әммә Ким, үҫмер саҡта яҡынлыҡ ҡылыу ҡотҡоһоноң бик көслө булғанын белеп, шундай аҡыллы ҡарар ҡабул иткән (2 Тим. 2:22). Синыфташтары йыш ҡына унан, һин һаман да берәү менән дә яҡынлыҡ ҡылманыңмы, тип һораған. Был Кимға үҙенең ни өсөн енси мөнәсәбәттәргә инмәүен аңлатырға мөмкинлек биргән. Беҙ әхлаҡһыҙлыҡҡа төшөрөү баҫымына ҡаршы торған йәш мәсихселәр менән ғорурланабыҙ. Йәһүә лә улар менән бик ғорурлана!

11 Изге Яҙмала тотанаҡһыҙлыҡ арҡаһында әхлаҡһыҙлыҡ тоҙағына эләккән кешеләрҙең киҫәтеүсе миҫалдары бар. Был кешеләр тотанаҡһыҙлыҡтың аяныслы эҙемтәләрен татыған. Кимдыҡына оҡшаш хәлгә эләкһәгеҙ, Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 7-се бүлегендә һүрәтләнгән тәжрибәһеҙ егеттең осрағы хаҡында уйланығыҙ. Шулай уҡ Әмнундың ниндәй эш ҡылғанын һәм бының ниндәй ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергәнен иҫкә төшөрөгөҙ (2 Сам. 13:1, 2, 10—15, 28—32). Ата-әсәләр ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында балалары менән әле әйтеп кителгән Изге Яҙма өҙөктәрен ҡарап сыға ала. Был үҫмерҙәргә икенсе енестәге кеше менән мөғәмәлә иткәндә тотанаҡлыҡ һәм зирәклек сағылдырырға ярҙам итер.

12. а) Ни өсөн ағалары алдында Йософ хистәрен ҡулда тотҡан? б) Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә тотанаҡлы булырға кәрәк?

12 Йософ башҡа осраҡта ла тотанаҡлыҡ сағылдырыуҙа яҡшы өлгө күрһәткән. Мысырға аҙыҡ һатып алырға килгән ағалары Йософ алдына килеп баҫҡас, ул, уларҙың йөрәгендә нимә булғанын белер өсөн, үҙенең кем икәнен йәшергән. Хистәрен ҡулда тота алмаҫ хәлгә еткәс, ул, күҙ йәштәрен бер кемгә лә күрһәтмәҫ өсөн, икенсе бүлмәгә сығып киткән (Баш. 43:30, 31; 45:1). Имандаштарығыҙ йә яҡындарығыҙҙың берәйһе хата яһағанда, Йософ кеүек, үҙегеҙҙе ҡулда тотһағыҙ, үкенесле эштәр ҡылмаҫһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 16:32; 17:27). Ә туғандарығыҙҙың берәйһе йыйылыштан сығарылһа, һеҙгә уның менән кәрәкһеҙгә аралашмаҫ өсөн тотанаҡлыҡ кәрәк булыуы ихтимал. Шулай эш итеү ҡайһы ваҡыт еңел түгел. Әммә шулай эшләп Алланан өлгө алыуыбыҙҙы һәм уның кәңәше буйынса эш итеүебеҙҙе аңлау беҙгә ярҙам итергә мөмкин.

13. Дауыт батшаның миҫалынан нимәләргә өйрәнеп була?

13 Дауыт батшаның миҫалы шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Шаул, ә һуңыраҡ Шимғәй уны сығырынан сығарырға тырышҡанда, Дауыт, ҙур хакимлыҡҡа эйә булһа ла, ярһып китмәгән (1 Сам. 26:9—11; 2 Сам. 16:5—10). Әлбиттә, Дауыт ҡайһы саҡта тотанаҡлыҡ сағылдырмаған. Был уның Битсәбиә менән гонаһ ҡылғанынан һәм Набалдың ҡомһоҙлоғо арҡаһында ҡыҙып киткәненән күренә (1 Сам. 25:10—13; 2 Сам. 11:2—4). Шулай ҙа беҙ Дауыттан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Беренсенән, Алла халҡында үҙ өҫтөнә етәкселек алыусыларға хакимлыҡты дөрөҫ ҡулланыр өсөн тотанаҡлыҡ кәрәк. Икенсенән, беҙҙең беребеҙгә лә, бер ҡасан да ҡотҡоға бирелмәйәсәкмен, тип уйлап үҙ-үҙебеҙҙән артыҡ ҡәнәғәт булып китергә ярамай (1 Кор. 10:12).

ҒӘМӘЛИ КӘҢӘШТӘР

14. Бер ағай-ҡәрҙәш ниндәй хәлгә эләккән, һәм ни өсөн шундай саҡтарҙа тотанаҡлы булыу мөһим?

14 Тотанаҡлыҡҡа нисек өйрәнергә? Луиджи исемле ағай-ҡәрҙәш менән булған осраҡты ҡарап сығайыҡ. Луиджиҙың машинаһына арттан башҡа автомобиль килеп бәрелгән. Шул автомобилдең хужаһы ғәйепле булһа ла, ул Луиджиға ҡысҡыра башлаған һәм хатта һуғышырға йыйынған. Луиджи доғала Йәһүәнән тыныс булып ҡалырға ярҙам итеүен һораған. Ул шулай уҡ теге кешене лә тынысландырырға тырышҡан, әммә юҡҡа ғына, теге кеше һаман ҡысҡырған. Был көсөргәнешле хәлдә Луиджи тыныс булып ҡалған. Бер аҙнанан һуң Луиджи Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныу күрһәткән бер ҡатынға ҡабат килгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның ире теге водитель булып сыҡҡан! Был ир уңайһыҙланып киткән һәм үҙенең тәртибе өсөн ғәфү үтенгән. Ул, Луиджи яҙған ғаризаның ҡаралыуын тиҙләтер өсөн, уның страховкалау компанияһы менән бәйләнешкә инергә тәҡдим иткән. Ул Изге Яҙма тураһында ла теләп әңгәмәләшкән. Луиджи теге ваҡытта тотанаҡлыҡ сағылдырғанына бик шатланған, сөнки ул үҙен икенсе төрлө тотҡан булһа, барыһы ла башҡаса килеп сығыр ине. (2 Коринфтарға 6:3, 4-те уҡығыҙ.)

Йәһүә шаһиты ҡысҡырған ир алдында үҙен төрлөсә тота; ул шул ирҙе вәғәзәдә осрата һәм ир, ағай-ҡәрҙәштең үҙен нисек тотоуына ҡарап, уның менән төрлөсә мөғәмәлә итә

Тотанаҡлыҡ сағылдырыу-сағылдырмауыбыҙ хеҙмәтебеҙгә тәьҫир итергә мөмкин (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

15, 16. Изге Яҙманы өйрәнеү нисек үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә тотанаҡлыҡҡа өйрәнергә ярҙам итер?

15 Изге Яҙманы даими рәүештә ентекләп өйрәнеү мәсихселәргә тотанаҡлыраҡ булып китергә ярҙам итә. Алланың Ешуаға әйткән бындай һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: «Был Ҡанун китабында яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн, ундағы һүҙҙәр һинең телеңдән төшмәһен, уны көнө-төнө уҡып уйлан. Шул саҡ һинең юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыл менән эш итерһең» (Еш. 1:8). Әммә Изге Яҙманы өйрәнеү беҙгә нисек ярҙам итә ала?

16 Юғарыла ҡаралғанса, Изге Яҙмала төрлө кешеләрҙең миҫалдары аша тотанаҡлыҡ сағылдырыу-сағылдырмауҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе ап-асыҡ күрһәтелә. Йәһүә был миҫалдарҙы беҙҙең файҙабыҙ өсөн яҙҙыртҡан (Рим. 15:4). Улар хаҡында уҡыу, уйланыу һәм уларҙы тикшереү ни тиклем мөһим! Шул миҫалдарҙа үҙегеҙ һәм ғаиләгеҙ өсөн һабаҡтар күрергә тырышығыҙ. Йәһүәнән шул һабаҡтарҙы тормошта ҡулланырға ярҙам итеүен һорағыҙ. Берәй өлкәлә үҙегеҙгә тотанаҡлыҡ етмәүен һиҙеп ҡалһағыҙ, быны танығыҙ. Шунан был хаҡта доға ҡылығыҙ һәм нисек яҡшыра алыуығыҙҙы аңларға тырышығыҙ (Яҡ. 1:5). Шулай уҡ баҫмаларыбыҙҙы тикшереп, һеҙ, һис шикһеҙ, үҙегеҙгә файҙа килтерерҙәй кәңәштәр табырһығыҙ.

17. Ата-әсәләр балаларын тотанаҡлыҡҡа нисек өйрәтә ала?

17 Ата-әсәләргә балаларын тотанаҡлыҡҡа нисек өйрәтергә? Был сифат үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй бит. Башҡа сифаттар осрағындағы кеүек, был сифатты үҫтереүҙә лә ата-әсәнең яҡшы үрнәге бик мөһим (Ефес. 6:4). Балағыҙға үҙ-үҙен ҡулда тотоуы еңел булмағанын абайлаһағыҙ, мин был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәтәмме, тип уйланығыҙ. Даими рәүештә вәғәзгә һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүегеҙ, шулай уҡ ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу үткәреүегеҙ балаларығыҙға ниндәй көслө йоғонто яһауын онотмағыҙ. Кәрәк саҡта балаларығыҙға «юҡ» тип әйтергә ҡурҡмағыҙ. Йәһүә Әҙәм менән Һауаға, үҙенең хакимлығын хөрмәт итергә өйрәтер өсөн, билдәле бер сикләүҙәр ҡуйған. Шуның шикелле, ата-әсәнең үрнәге һәм нәсихәте балаларҙы тотанаҡлы булырға өйрәтә. Алла хакимлығын яратыу һәм уның нормаларын хөрмәт итеү — балаларҙың күңеленә һалып булған иң ҡиммәтле нәмәләрҙең береһе. (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:5, 7, 8-ҙе уҡығыҙb.)

18. Ни өсөн яҡшы дуҫтар менән аралашыу фатихалар килтерәсәгенә шикләнмәҫкә була?

18 Әлбиттә, беҙҙең барыбыҙға ла кем менән аралашҡаныбыҙға иғтибарлы булырға кәрәк. Юғары маҡсаттарға өлгәшергә һәм ҡурҡыныс хәлдәрҙән ҡасырға ярҙам итә алған кешеләр араһынан дуҫтар эҙләгеҙ (Ғиб. һүҙ. 13:20). Тотанаҡлыҡ сағылдырған рухи ҡарашлы кешеләр менән аралашыу һеҙгә ыңғай йоғонто яһар һәм уларҙан үрнәк алырға дәртләндерер. Ә һеҙҙең яҡшы үрнәгегеҙ, үҙ сиратында, дуҫтарығыҙҙы рухландырыр. Тотанаҡлыҡ үҫтерһәк, беҙ, Алланың илтифатына эйә булып һәм яҡындарыбыҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙән кинәнеп, шатлыҡлы тормош алып бара алырбыҙ.

a Ғибрәтле һүҙҙәр 1:10: «Улым, гонаһ ҡылыусылар һине аҙҙырмаҡсы булһа, бирешмә».

b Ғибрәтле һүҙҙәр 1:5, 7, 8: «Зирәк кеше тыңлар ҙа күберәк өгөт-нәсихәт алыр, аңлаусан кеше файҙалы ҡулланма табыр. Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт — белем башланғысы. Аҡылһыҙҙар ғына зирәклек менән тәрбиәне һанға һуҡмай. Улым, атайыңдың өгөт-нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең күрһәтмәһен ҡалдырма».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2022)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2023 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу