Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp20 № 1 12—13 бб.
  • Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
wp20 № 1 12—13 бб.
Йыһандан ҡарағанда, ерҙе яҡтылыҡ сорнап алған

Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт

Ғайса үҙ шәкерттәрен былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:9, 10). Алла Батшалығы нимә ул? Ул ниндәй эштәр башҡара? Ни өсөн беҙгә уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк?

Ғайса — Алла Батшалығының Батшаһы.

Лука 1:31—33: «Уға Ғайса тип исем ҡуш. Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ».

Ғайса күбеһенсә Батшалыҡ хаҡында өйрәткән.

Матфей 9:35: «Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы».

Ғайса үҙ шәкерттәренә Батшалыҡтың ҡасан килерен күрһәткән билдә биргән.

Матфей 24:7: «Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр».

Ғайсаның шәкерттәре бөгөн Батшалыҡ хаҡында бөтә ер йөҙөндә иғлан итә.

Матфей 24:14: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер».

Алла Батшалығы тураһында нимә билдәле?

Урыны. Алла Батшалығы — Алла күктә урынлаштырған ысынбарлыҡтағы хөкүмәт (ДАНИЛ 2:44; МАТФЕЙ 4:17).

Маҡсаты. Алла Батшалығы ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. Шул саҡ ерҙә бөтә кеше лә тыныслыҡта, татыулыҡта йәшәйәсәк һәм бер ҡасан да ауырымаясаҡ һәм үлмәйәсәк (ЗӘБУР 37:11, 29).

Хакимдары. Алла Ғайсаны күктә Батша итеп ҡуйған, уның менән бергә «ерҙән ҡотҡарып алынған» 144 000 хакимдашы идара итәсәк (ЛУКА 1:30—33; 12:32; АСЫЛЫШ 14:1, 3).

Граждандары. Батшалыҡтың граждандары ерҙә йәшәйәсәк, Ғайсаның идаралығына һәм Батшалыҡтың ҡанундарына теләп буйһонасаҡ (МАТФЕЙ 7:21).

Ғайса — иң яҡшы хаким

Ерҙә йәшәгән саҡта Ғайса үҙенең ҡеүәтле һәм ҡайғыртыусан идарасы буласағын иҫбатлаған.

  • Ул ярлылар хаҡында ҡайғыртҡан (ЛУКА 14:13, 14).

  • Ул коррупция һәм ғәҙелһеҙлекте нәфрәт иткән (МАТФЕЙ 21:12, 13).

  • Ул тәбиғәт көстәрен контролдә тота алған (МАРК 4:39).

  • Ул меңләгән кешене ашатҡан (МАТФЕЙ 14:19—21).

  • Ул ауырыған кешеләрҙе ҡыҙғанған һәм ғазап сиккән бөтә кешене һауыҡтырған (МАТФЕЙ 8:16).

  • Ул үлгән кешеләрҙе терелткән (ЯХЪЯ 11:43, 44).

Алла Батшалығының идара итеүе һеҙгә бөгөн үк файҙа килтерә

Алла Батшалығының гражданы булып китһәгеҙ, бөгөн үк бәхетле була алырһығыҙ. Мәҫәлән, Батшалыҡ граждандары:

  • «Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшә[й]» (ЕВРЕЙҘАРҒА 12:14).

  • Ғаиләләрендәге татыулыҡҡа һәм берҙәмлеккә кинәнә, сөнки ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарата яратыу һәм хөрмәт күрһәтә (ЕФЕСТАРҒА 5:22, 23, 33).

  • Улар тормошонан ҡәнәғәтлек таба, улар бәхетле, сөнки «Аллаға мохтаж булыуҙарын» таный (МАТФЕЙ 5:3).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2022)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2022 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу