Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb20 август 5 б.
  • Пионер булараҡ, Йәһүәне данла

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Пионер булараҡ, Йәһүәне данла
  • Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Пионер кем ул?
    Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?
Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
mwb20 август 5 б.
Ағай-ҡәрҙәш диңгеҙ буйында бер иргә Изге Яҙманан аят уҡый.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Пионер булараҡ, Йәһүәне данла

Израилдәрҙең Йәһүәне маҡтар өсөн иҫ киткес сәбәптәре булған. Ул уларҙы Мысырҙан сығарған һәм фирғәүен ғәскәренән ҡотҡарған! (Сғ 15:1, 2). Йәһүә бөгөн дә үҙ халҡына игелек эшләүен дауам итә. Беҙ уға үҙ рәхмәттәребеҙҙе нисек белдерә алабыҙ? (Зәб 116:12).

Мөмкинлектәрҙең береһе — даими йә ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү. Пионер булып хеҙмәт итер өсөн, теләк һәм көс һорап доға ҡыла алаһың (Фп 2:13). Күптәр башта ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә башлай. Март һәм апрель айында, шулай уҡ йыйылышҡа район күҙәтеүсеһе килеп киткәндә, ярҙамсы пионер булараҡ, айына 30 йә 50 сәғәт хеҙмәт итеп була. Ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү шатлығын татығас, һин, бәлки, даими пионер хеҙмәтен башларға булырһың. Хатта тулы аҙна эшләгәндәр ҙә, һаулыҡ арҡаһында мөмкинлектәре сикле булғандар ҙа даими пионер булып хеҙмәт итә ала (mwb16.07 8 б.). Һис шикһеҙ, Йәһүә беҙҙең уны данлар өсөн һалған һәр ҡайһы тырышлығыбыҙға лайыҡ! (1Йыл 16:25).

«МОНГОЛИЯНАН БУЛҒАН АПАЛЫ-ҺЕҢЛЕЛЕ ӨС ҠЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Монголиянан булған апалы-һеңлеле өс ҡыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: Ундраа — пионер булып хеҙмәт иткән апалы-һеңлеле ҡәрҙәштәрҙең береһе — автобусҡа ултыра.

    Өс апай-ҡәрҙәш пионер хеҙмәтен башларға ҡамасаулаған ауырлыҡтарын нисек еңеп сыҡҡан?

  • «Монголиянан булған апалы-һеңлеле өс ҡыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: Оюн — пионер булып хеҙмәт иткән апалы-һеңлеле ҡәрҙәштәрҙең береһе — Вефилдә ашханала хеҙмәт итә.

    Улар ниндәй фатихалар урған?

  • «Монголиянан булған апалы-һеңлеле өс ҡыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: Доржханд — пионер булып хеҙмәт иткән апалы-һеңлеле ҡәрҙәштәрҙең береһе — бер иргә вәғәзләй.

    Даими пионер хеҙмәте уларға ниндәй ишектәр асҡан?

  • «Монголиянан булған апалы-һеңлеле өс ҡыҙ» тигән видеояҙманан күренеш: өс пионер апай-ҡәрҙәш һәм уларҙың әсәһе.

    Уларҙың өлгөһө башҡаларға нисек тәьҫир иткән?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу