12—18 ОКТЯБРЬ, 2026 ЙЫЛ
129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ
Һеҙ рухи һуғышта еңә алаһығыҙ!
«Сөнки беҙ кешеләр менән түгел, ә... күктәге яуыз рухтар менән көрәшәбеҙ» (ЭФЕС. 6:12).
ТӨП ФЕКЕР
Ысын мәсихселәр бер-береһе менән түгел, ә ендәр һәм Шайтан менән көрәшә икәнен һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ.
1. Беҙгә кем менән көрәшергә кәрәк? (Эфестарға 6:11, 12).
ЙӘҺҮӘ хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ донъяла булған һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ (Ишағ. 2:4; Яхъя 18:36). Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә, беҙ бер һуғыштан ҡаса алмайбыҙ. Был яуыз рухтар менән көрәшеү. (Эфестарға 6:11, 12-не уҡығыҙ.) Был көслө дошмандарҙы еңергә нимә ярҙам итер? Тәү сиратта беҙгә Йәһүәгә таянырға кәрәк. Шулай уҡ беҙ Шайтан менән ендәрҙең беҙгә һәм рухи ғаиләбеҙгә ҡаршы ҡулланған алымдарын белергә тейеш.
2. Был мәҡәләлә беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ?
2 Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, Иблис беҙҙең Йәһүәгә һәм Ғайсаға ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатырға тырыша. Ә был мәҡәләлә Шайтан беҙгә ҡаршы ҡулланған тағы ике алымды ҡарап сығырбыҙ. Беренсенән, ул ҡәрҙәштәр менән берҙәмлекте ҡаҡшатырға тырыша. Икенсенән, Йәһүәнең беҙгә тапшырған йөкләмәнән иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтергә йә беҙҙе ҡурҡытырға өмөтләнеп, ул был донъя кешеләрен беҙгә ҡаршы ҡоторта.
ШАЙТАН БҮЛЕНЕШТӘР ТЫУҘЫРЫРҒА ТЫРЫША
3. Шайтандың маҡсаты ниндәй?
3 Шайтан арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға маташа. Уның маҡсаты — беҙҙең үҙе менән түгел, ә бер-беребеҙ менән көрәшеүебеҙ. Шайтан донъяһында кешеләрҙең күбеһе тупаҫ, яуыз һәм ышанмаусан. Иблис, беҙҙең шундай уҡ кеше булып китеп, ойошмабыҙҙы һәм ҡәрҙәштәребеҙҙе тәнҡитләрбеҙ һәм хатта нәфрәт итербеҙ, тип көтә (Рим. 16:17).
4. Шауыл батшаның Дауытҡа ҡарата мөнәсәбәте нимә арҡаһында үҙгәргән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
4 Мәҫәлән, Шауыл батшаның Дауытҡа ҡарата мөнәсәбәте нисек үҙгәреп киткәнен иҫебеҙгә төшөрәйек. Тәүҙә Шауыл был егетте яратҡан һәм уның хәрби уңыштарына һоҡланып ҡараған (1 Шам. 18:5). Әммә ваҡыт уҙыу менән Дауыттың үҙенән күренеклерәк булып китеүен күргәс, Шауыл көнсөллөккә бирелгән. Һөҙөмтәлә, Шауыл Дауытты ҡат-ҡат үлтерергә маташҡан (1 Шам. 18:9—11). Ә Шайтан Дауыттың үлеүен теләгәнме? Әлбиттә! Ни өсөн шулай әйтеп була? Сөнки Йәһүә Дауытты Исраил батшаһы итеп майлаған булған (1 Шам. 16:13). Йәһүәнең ниәте үтәлмәһә, Шайтан бик шат булыр ине. Көнсөл Шауылдың Дауытты үлтереү тураһында ғына уйлап йөрөүен күреү Шайтанға ниндәй ләззәт килтергәнен күҙ алдына килтерегеҙ.
Йонафан тоғролоҡ менән Дауытҡа ярҙам иткән. Шауыл, улынан айырмалы булараҡ, Дауыттан көнләшә башлаған һәм Йәһүәгә ышанысын юғалтҡан. (4, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
5. Ни өсөн Шайтан ҡәрҙәштәребеҙҙән көнләшә башлауыбыҙҙы теләй? (Яҡуп 3:14—16).
5 Шайтан шуны бик яҡшы аңлай: арабыҙҙа берҙәмлек булһа, Йәһүә беҙҙе фатихалаясаҡ һәм ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ (Зәб. 132:1). Иблис берҙәмлегебеҙҙе емерер өсөн мөмкинлектәр эҙләй, шуға күрә ул, Шауыл Дауыттан көнләшкән кеүек, беҙҙең дә бер-беребеҙҙән көнләшә башлауыбыҙҙы теләй. Беҙҙе көнсөллөк биләп алғанда, ҡәрҙәштәребеҙҙе яратыу бик ауыр булғанын да ул белә (Марк 12:30, 31). Шул саҡта Йәһүә хеҙмәтебеҙҙе хуплармы? Әлбиттә, юҡ. Күренеүенсә, көнсөллөк — үтә ҡурҡыныс сифат. Был турала Яҡуп үҙ хатында туранан-тура әйткән. (Яҡуп 3:14—16-ны уҡығыҙ.)
6. Йонафандың миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
6 Әгәр беҙ ҡәрҙәштәр менән берҙәмлекте һаҡлар өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалһаҡ, көнсөллөк йөрәгебеҙҙә тамырланып китмәҫ. Шауылдың улы Йонафандың яҡшы өлгөһөн иҫкә төшөрәйек. Атаһынан айырмалы булараҡ, ул Дауыттан көнләшмәгән, ә уны үҙенең дуҫы тип һанаған. Ул Йәһүәнең Дауытҡа ҡарата ниәте мотлаҡ тормошҡа ашасағына тулыһынса ышанған. Йонафан дуҫын: «Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең», — тип ышандырған. Йонафан ысын баҫалҡылыҡ күрһәтеп, Йәһүәнең ихтыярын таныған һәм киләһе Исраил батшаһына — Дауытҡа ярҙам итеп торған (1 Шам. 23:16, 17).
7. Шайтан арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырмаһын өсөн нимә эшләргә? (Эфестарға 4:25—27).
7 Берҙәмлегебеҙҙе ҡаҡшатырға тырышып, Шайтан беҙҙең төрлө булыуыбыҙҙы ҡуллана. Ул, ҡараштар, холоҡ, милләт һәм мәҙәниәт айырмалыҡтары арҡаһында берҙәм булыу мөмкин түгел, тип ышандырырға тырыша. Шайтан арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырмаһын өсөн нимә эшләргә? Йыйылышта берәй кем менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, уны шунда уҡ хәл итегеҙ. (Эфестарға 4:25—27-не уҡығыҙ.) Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуығыҙҙы көсәйтегеҙ. Уларға Йәһүә кеүек ҡарағыҙ. Шуны иҫтә тотайыҡ: төрлө булһаҡ та, беҙ бер тәндең ағзалары, һәм беҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә иңгә-иң терәп дошмандарыбыҙ — Шайтан һәм ендәр менән көрәшәбеҙ (1 Кәр. 12:12; 1 Пет. 5:8, 9).
8. Берәй ҡәрҙәш беҙҙе һүҙе йә эше менән рәнйетһә, үҙебеҙҙе нисек тоторға?
8 Берәй ҡәрҙәш һеҙҙе һүҙе йә эше менән рәнйетһә, беҙ бөтәбеҙ ҙә камил түгел икәнен онотмағыҙ. Бер-беребеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәнгә күрә, беҙҙең ҡайһы ваҡыт аңлашылмаусанлыҡтар тыуа ала (Вәғ. 7:20). Бындай хәл килеп сыҡһа, Изге Яҙмалағы кәңәш буйынса эш итегеҙ: бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булығыҙ. Ә берәйһе һеҙҙе үпкәләтһә, мөмкин тиклем тиҙерәк был кешене кисерегеҙ (Кол. 3:12—14). Йәһүә менән Ғайса беҙҙең арала берҙәмлектең хөкөм һөрөүен бик теләй. Беҙҙең һәр беребеҙ быға үҙ өлөшөн индерә ала (Яхъя 17:20, 21).
ШАЙТАН ЭҘӘРЛӘҮҘӘР АША БЕҘҘЕ ҠУРҠЫТЫРҒА ТЫРЫША
9. Шайтан беҙгә ҡаршы һуғышта тағы ниндәй ысул ҡуллана?
9 Шайтан беҙгә ҡаршы һуғышта ҡулланған тағы бер ысул — был эҙәрләүҙәр. Илсе Пауыл, бөтә ысын мәсихселәрҙе эҙәрләрҙәр, тип киҫәткән (2 Тим. 3:12). Ғәҙелһеҙ мөғәмәлә менән осрашҡанда, беҙҙең ғәҙеллекте урынлаштырыуға, үҙебеҙҙе аҡлауға һәм ғәйеплеләрҙе язалауға бөтә иғтибарыбыҙҙы туплауыбыҙ ихтимал. Һөҙөмтәлә мөһимерәк эшкә — вәғәзләүгә көсөбөҙ ҙә, ваҡытыбыҙ ҙа ҡалмаҫҡа мөмкин (Рим. 12:19—21).
10. Исхаҡ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, үҙен нисек тотҡан?
10 Исхаҡтың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Ул байып киткәс, пелештиҙәр унан көнләшә башлаған. Улар хатта Ибраһимдың хеҙмәтселәре ҡаҙыған ҡоҙоҡтарҙы күмеп ҡуйған (Баш. 26:12—18). Исхаҡтың ғаиләһенә һәм малдарына йәшәр өсөн һыу бик кәрәк булған. Шуға күрә ул, икенсе ергә китеп, яңы ҡоҙоҡтар ҡаҙыған. Әммә пелештиҙәр был һыуҙы ла үҙенеке тип һанаған. Бындай ғәҙелһеҙлек Исхаҡты, моғайын, бойоҡторғандыр. Әммә ул үҙенең көтөүселәре менән пелештиҙәр араһында булған бәхәсте ҙурға ебәрмәгән. Исхаҡ, татыулыҡҡа ынтылғанға күрә, яңы урын эҙләгән һәм Йәһүә уны фатихалаған (Баш. 26:19—25). Беҙ ҙә, ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, йыуашлыҡ менән түҙемлек сағылдыра алабыҙмы?
11. Һынауҙар менән осрашҡанда, Ғайса нисек эш иткән?
11 Быуаттар үткәс, ергә вәғәҙә ителгән Мәсих — Ғайса килгән. Ул да күп һынауҙар менән осрашҡан. Уның ҡайһы бер туғандары уны аҡылдан яҙған тип уйлаған (Марк 3:21). Дин әһелдәре уның халыҡты өйрәтеү хоҡуғын шик аҫтына ҡуйған һәм ендәр менән бәйләнештә ғәйепләгән (Лука 11:15, 16). Шулай уҡ уның бер шәкерте уға хыянат иткән (Матф. 26:14—16). Өлкән руханиҙар хакимлыҡ итеүселәр менән һөйләшеп, Ғайсаға үлем ҡарары сығарған (Марк 15:1, 13—15). Әммә быларға ҡарамаҫтан, ул Йәһүәнән бирелгән йөкләмәһен тырышып үтәүен дауам иткән. Ғайса бер ваҡытта ла яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән ҡайтармаған. Уны ҡулға алған саҡта, илсе Петер уны яҡларға тырышып, баш руханиҙың хеҙмәтсеһенең ҡолағын сабып өҙгән. Әммә Ғайса Петер эшләгәнде хупламаған һәм хеҙмәтсене һауыҡтырған (Лука 22:50, 51). Ошо бөтә осраҡтарҙа Ғайса үҙе менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәндәрҙән үс алмаған һәм Йәһүәнең ниәтен үтәүҙән иғтибарын ситкә йүнәлтмәгән.
12. Матфай 5:43, 44 буйынса, беҙгә ҡаршы килеүселәр йә беҙҙе эҙәрләүселәр менән үҙебеҙҙе нисек тоторға?
12 Бөгөн беҙ ҙә төшөнкөлөккә килтерә алған шарттарға эләгә алабыҙ. Шайтан вәғәз эшендә ҡатнашыуыбыҙға ҡамасауларға маташа. Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән туғандарҙың һәм башҡа кешеләрҙең беҙгә ҡаршы тороуҙары һәм хатта беҙҙе эҙәрләүҙәре ихтимал. Әммә Ғайса эҙәрләүселәребеҙҙе яратырға өйрәткән. (Матфай 5:43, 44-те уҡығыҙ.) Тимәк, беҙгә эҙәрләүселәрҙе нәфрәт итергә йә улар менән насар мөғәмәлә итергә ярамай. Ғайсаның аныҡ күрһәтмәһе буйынса эш итеп, беҙ бөтә кешегә һәм хатта беҙгә ҡаршы булғандарға ла игелек, түҙемлек һәм ихтирам күрһәтергә тырышабыҙ (1 Кәр. 13:4).
13. Ни өсөн беҙ хөкүмәттәрҙе, улар беҙгә ҡаршы килһә лә, хөрмәт итергә тейеш? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
13 Хөкүмәттәр дин тотоу иреклеген сикләгән йә тормошобоҙҙо ауырайтҡан закондар ҡабул итһә лә, улар барыбер беҙҙең ихтирамға лайыҡ. Ни өсөн? Сөнки быны беҙҙән Алла талап итә (Рим. 13:1, 2). Хөкүмәттәрҙең һәр ғәҙелһеҙ ҡарары артында Шайтан тормай. Әммә ул, беҙҙең кире хистәргә бирелеп, шул ҡарарҙарҙы тәнҡитләүебеҙҙе көтә. Әгәр беҙ нейтралитет һаҡлап ҡалмаһаҡ, Шайтан бик ҡыуаныр. Был донъяла кешеләр, хөкүмәттәрҙең ҡарары менән риза булмаһа, протестарға сыға. Әммә мәсихселәр улай эшләргә тейеш түгел (Ғиб. һүҙ. 24:21, 22; Вәғ. 8:2, 3). Әгәр беҙ сәйәси һорауҙарҙа ниндәйҙер яҡты яҡлаһаҡ, Шайтан теләгәнсә эш итер инек (Яхъя 15:19).
Беҙ был донъяға нейтралитетыбыҙҙы боҙорға ирек бирербеҙме? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)
14. Алланың хеҙмәтселәрен эҙәрләүселәр тураһында нимәне иҫтә тотоу мөһим?
14 Беҙгә ҡаршы килгәндәрҙең ҡайһы берҙәре һөҙөмтәлә Йәһүәнең әүҙем хеҙмәтселәре булып киткән (1 Тим. 1:12, 13). Һеҙҙе мыҫҡыл иткәндә, эҙәрләгәндә һәм төрлө ялған һүҙҙәр һөйләп яманлағанда, быны иҫтә тотоғоҙ (Матф. 5:11). Идара итеүселәр беҙгә Йәһүәгә табынырға ҡамасауламаһын, тип доға ҡылығыҙ (1 Тим. 2:1, 2). Шулай уҡ һеҙгә ҡаршы килгән туғандарығыҙ, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрегеҙ һәм синыфташтарығыҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Йәһүәнән, уларҙың күңелен нисек яулап булғанын күрһәтсе, тип ярҙам һорағыҙ һәм сабыр булығыҙ. Тәүҙә иренә ҡаршылашҡан, ә һуңынан Йәһүә шаһиты булып киткән бер ҡатын, бына нимә ти: «Түҙемлек, түҙемлек һәм тағы ла түҙемлек сағылдырып, күп нәмәгә өлгәшеп була».
15. Был донъялағы бөтә ғәҙелһеҙлекте бөтөрә алырбыҙ тип уйлау ни өсөн аҡылһыҙ?
15 Беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар һәм ғәҙелһеҙлек менән осрашыуыбыҙҙы Йәһүә яҡшы белә (Зәб. 36:18). Донъяла булған бөтә ғәҙелһеҙлекте беҙ бөтөрә алмайбыҙ. Хатта быны эшләргә тырышһаҡ та, беҙҙең ваҡытыбыҙ ҙа, көсөбөҙ ҙә етмәҫ ине (Вәғ. 1:15). Әммә Йәһүә өсөн тормошҡа ашыра алмаҫлыҡ бер ни ҙә юҡ. Тиҙҙән уның Батшалығы Шайтан һәм уның ендәре килтергән зыянды юҡ итәсәк (1 Яхъя 3:8; Асыл. 21:5). Әлегә беҙ түҙемлек сағылдырырға һәм яҡындарыбыҙҙы яратырға тейеш. Мөмкин тиклем күп кеше Йәһүәнең дуҫы булып китһен өсөн, беҙгә ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө йәлләмәҫкә кәрәк.
БЕҘ РУХИ ҺУҒЫШТА ЕҢӘ АЛАБЫҘ!
16. Беҙгә яуыз рухтар менән һуғышта еңергә нимә ярҙам итер? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)
16 Изге Яҙма беҙҙе яуыз рухтар менән һуғышта еңә алыуыбыҙға ышандыра (Яҡуп 4:7; 1 Яхъя 5:4, 5). Әммә бының өсөн беҙгә Йәһүәгә һәм Ғайсаға ныҡ ышанырға кәрәк (Эфес. 6:16). Шуға күрә иманығыҙҙы нығытып тороғоҙ. Ул һеҙҙе артабан да ҡәрҙәштәрҙе яратырға һәм берҙәмлек һаҡларға дәртләндереп торһон.
Ҡәрҙәштәрҙе яратһаҡ һәм улар менән берҙәмлек һаҡлаһаҡ, яуыз рухтар менән һуғышта еңеү яулай алырбыҙ. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
17. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?
17 Шайтан, һис шикһеҙ, артабан да берҙәмлегебеҙҙе ҡаҡшатырға һәм вәғәз эшен туҡтатырға маташыр. Әммә беҙ уға ҡаршы тора алабыҙ. Йәһүә һәм Ғайса менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерһәк, улар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә итә. Бынан тыш, беҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә иңгә-иң терәп төп дошманыбыҙ — Шайтан менән көрәшәбеҙ. Ә беҙгә ҡаршы килгән кешеләр менән, Ғайса өйрәткәнсә, үҙебеҙҙе игелекле итеп тоторға тырышабыҙ (Лука 6:27, 28). Әйҙәгеҙ, артабан да Шайтанға ҡаршы торайыҡ һәм яуыз рухтарҙы еңә алғаныбыҙға шикләнмәйек!
149-СЫ ЙЫР Еңеү йыры