Төшөрмә
Ниҡәми 2:17—20: «Ахыр сиктә мин уларға былай тинем: „Һеҙ аяныс хәлебеҙҙе күреп тораһығыҙ. Иерусалим емерек, ҡапҡалары янған. Ошо хурлыҡта башҡа йәшәмәҫ өсөн, әйҙәгеҙ, Иерусалим стеналарын яңынан торғоҙайыҡ“. Шунан мин уларға Алланың үҙемә нисек ярҙам иткәнен һәм батшаның үҙемә әйткән һүҙҙәрен һөйләп бирҙем. Улар быға: „Торайыҡ һәм төҙөйөк!“ — тип, бер-береһен был яҡшы эшкә дәртләндерҙе. Харунлы Санбалат, аммонлы түрә Табия һәм ғәрәп Гишәм был турала ишеткәс, мыҫҡыллап көлдөләр һәм беҙҙе түбәнһетеп: „Һеҙ ни эшләйһегеҙ? Батшаға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙме?“ — тип әйтә башланылар. Ләкин мин бындай яуап ҡайтарҙым: „Күктәр Аллаһы үҙе беҙҙе уңышлы итер, һәм беҙ, уның хеҙмәтселәре, торорбоҙ ҙа төҙөрбөҙ. Ә һеҙҙең Иерусалимда өлөшөгөҙ ҙә, хоҡуҡығыҙ ҙа, үҙегеҙ тураһында иҫкә төшөрөрлөк бер нәмәгеҙ ҙә юҡ“».