35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Сабырлыҡ үҫтереүегеҙҙе дауам итегеҙ
«Сабыр булығыҙ» (КОЛ. 3:12).
114-СЕ ЙЫР «Сабыр булығыҙ»
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Ни өсөн беҙгә сабыр кешеләр оҡшай?
БАРЫБЫҘ ҙа түҙемле кешеләрҙе яратабыҙ. Теләгәненә өлгәшә алмаһа ла, сығырынан сыҡмаған кешеләрҙе беҙ хөрмәт итәбеҙ. Беҙ хаталарыбыҙға сабыр булғандарҙы ҡәҙерләйбеҙ. Әлбиттә, шулай уҡ беҙҙең менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргән ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлебеҙ. Беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе шунда уҡ аңламаһаҡ та һәм ҡулланмаһаҡ та, улар беҙгә ҡул һелтәмәгән. Ә иң мөһиме, беҙгә ҡарата ҙур сабырлыҡ сағылдырған Йәһүә Аллабыҙға беҙ бик рәхмәтле (Рим. 2:4).
2. Ниндәй осраҡтарҙа беҙгә сабыр булыу еңел түгел?
2 Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, беҙ башҡаларҙың сабырлығын ҡәҙерләһәк тә, үҙебеҙгә был сифатты сағылдырыу еңел түгел. Мәҫәлән, ашыҡҡанда сиратта торорға тура килһә, тыныс ҡалыу еңел түгел. Йәиһә башҡалар асыуыбыҙҙы сығарған берәй нәмә эшләһә, беҙҙең ярһып китеүебеҙ бар. Ә ҡайһы саҡта Йәһүә вәғәҙә иткән яңы донъяны көтөүе бик ауыр. Һеҙ сабырыраҡ булырға теләр инегеҙме? Был мәҡәләлә сабырлыҡ нимә ул һәм ни өсөн ул бик мөһим икәне тураһында һөйләшербеҙ, шулай уҡ был сифатты тағы ла яҡшыраҡ сағылдырырға нимә ярҙам иткәнен белербеҙ.
САБЫР БУЛЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?
3. Сабыр кешенең асыуын сығарһалар, ул үҙен нисек тота?
3 Әйҙәгеҙ, сабыр кешенең дүрт үҙенсәлеген ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, сабыр кеше ярһымай. Хәл киҫкенләшһә лә һәм уның асыуын сығарһалар ҙа, ул үҙен ҡулда тота һәм үс алмай. Был яҡтан Йәһүә үҙе беҙгә өлгө булып тора. Ул «ярһырға ашыҡмай». Был һүҙбәйләнеш Изге Яҙмала беренсе тапҡыр Сығыш 34:6-ла ҡулланылған. Унда Алла тураһында «Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй» тип яҙылған.
4. Көтөргә кәрәк булғанда, сабыр кеше үҙен нисек тота?
4 Икенсенән, сабыр кеше көтә белә. Берәй нәмә уның уйлағандан күберәк ваҡытын алһа, ул тыныс ҡала һәм асыуланмай (Матф. 18:26, 27). Сабырлыҡ кәрәк булған осраҡтар бигерәк күп. Мәҫәлән, кемдер беҙгә нимәлер һөйләй икән, уны бүлдермәйенсә иғтибар менән тыңларға кәрәк (Әйүп 36:2). Шулай уҡ өйрәнеүсегә Изге Яҙмалағы тәғлимәтте аңларға йәки насар ғәҙәтенән арынырға ярҙам иткәндә лә, сабырлыҡ кәрәк булыр.
5. Сабыр кешенең тағы ниндәй үҙенсәлеге бар?
5 Өсөнсөнән, сабыр кеше эште ашығып эшләмәй. Әлбиттә, тормошта тиҙ эш итергә кәрәк булған осраҡтар булғылай. Ләкин ундай кеше мөһим эште уйламайынса һәм ашыҡ-бошоҡ эшләмәй. Киреһенсә, ул барыһын да яҡшы планлаштырыр өсөн етерлек ваҡыт бүлә. Ә шунан һуң, был эште үтәр өсөн, күпме кәрәк булһа, шул тиклем ваҡыт бағышлай.
6. Сабыр кеше ауырлыҡтар менән осрашҡанда үҙен нисек тота?
6 Дүртенсенән, сабыр кеше ауырлыҡтарға зарланмай. Был яҡтан сабырлыҡ менән сыҙамлыҡ бик тығыҙ бәйле. Әлбиттә, яҡын дуҫыңа борсолоуҙарың тураһында һөйләүҙең бер насарлығы ла юҡ. Ләкин сабыр кеше тормошонда булған яҡшы нәмәләрҙе күрә белә һәм ауырлыҡтар менән осрашҡанда шатлығын юғалтмай (Кол. 1:11). Беҙ, мәсихселәр, сабыр кешегә хас булған ошо үҙенсәлектәрҙең беҙҙә лә булыуын теләйбеҙ. Ни өсөн? Әйҙәгеҙ, бер нисә сәбәпте ҡарап сығайыҡ.
НИ ӨСӨН САБЫРЛЫҠ ШУЛ ТИКЛЕМ МӨҺИМ?
7. Яҡуб 5:7, 8-ҙә әйтелгәнсә, сабырлыҡ ни өсөн шул тиклем мөһим? (Рәсемде ҡарағыҙ.)
7 Сабыр булыу ҡотолоуыбыҙға бәйле. Боронғо ваҡытта йәшәгән Алланың тоғро хеҙмәтселәре уның үҙ вәғәҙәләрен үтәгәнен түҙемлек менән көткән. Беҙгә лә шулай уҡ эш итергә кәрәк (Евр. 6:11, 12). Изге Яҙма мәсихселәрҙе игенсенән өлгө алырға саҡыра. (Яҡуб 5:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Игенсе тырышып орлоҡ сәсә һәм уға һыу һибә. Ләкин орлоҡтоң ҡасан шытасағын ул белмәй, шуға күрә ул уңыш йыйып аласағына бер ҙә шикләнмәй һәм сабырлыҡ менән көтә. Беҙ ҙә, Мәсихтең «ҡайһы көндә килерен белмәһәк» тә, уның йөкләмәһен тырышып үтәйбеҙ (Матф. 24:42). Йәһүәнең ул вәғәҙә иткән нәмәләрҙе үҙ ваҡытында үтәйәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ һәм был ваҡытты сабырлыҡ менән көтәбеҙ. Әгәр түҙемлегебеҙ бөтһә, беҙгә көтөү ауыр булыр һәм Йәһүәнән йыраҡлаша башларбыҙ. Йәиһә беҙ ләззәтле тормош алып барырға теләрбеҙ. Ләкин сабыр булһаҡ, аҙаҡҡа тиклем ныҡ ҡалырбыҙ һәм ҡотолорбоҙ (Миҡ. 7:7; Матф. 24:13).
8. Сабырлыҡ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға нисек ярҙам итә? (Колосстарға 3:12; Ефестарға 4:32).
8 Сабырлыҡ ярҙамында беҙ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдыра алабыҙ. Сабыр кеше башҡаларҙы иғтибар менән тыңлай белә (Яҡ. 1:19). Сабырлыҡ шулай уҡ тыныслыҡҡа ла булышлыҡ итә. Ул беҙҙе уйламайынса әйтеүҙән һәм стресс кисергәндә ҡаты итеп яуап биреүҙән һаҡлай. Өҫтәүенә, кемдер беҙҙе рәнйетһә, беҙ ярһып китмәйбеҙ. Үс алыу урынына, беҙ Изге Яҙмалағы «бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итәбеҙ. (Колосстарға 3:12; Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.)
9. Сабыр булыу ҡарарҙар ҡабул иткәндә нисек ярҙам итә? (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5).
9 Сабыр булһаҡ, был ҡарарҙарыбыҙға тәьҫир итер — улар күпкә яҡшыраҡ булыр. Беҙ ашығып йәиһә хистәргә бирелеп эш итмәҫбеҙ. Бөтә мөмкинлектәрҙе тикшерербеҙ һәм иң яҡшыһын һайларбыҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5-те уҡығыҙ.) Әйтәйек, беҙ эш эҙләйбеҙ, ти. Моғайын, беҙ тәҡдим ителгән эшкә шунда уҡ ризалашырға әҙер булырбыҙ, хатта бының өсөн осрашыуҙарҙы ҡалдырырға һәм вәғәздә әҙ ҡатнашырға тура килһә лә. Ләкин сабыр булһаҡ, был ҡарарҙың төрлө яҡтарын тикшерербеҙ. Мәҫәлән, эш урыны ҡайһы ерҙә, нисә сәғәт эшләргә тура килер, нисек был эш ғаиләбеҙгә һәм рухи сәләмәтлегебеҙгә тәьҫир итер. Ҡарарҙарҙы ашыҡмайынса ҡабул итһәк, һуңынан үкенергә тура килмәҫ.
НИСЕК САБЫРЫРАҠ БУЛЫРҒА?
10. Мәсихсегә сабырлыҡ үҫтерергә һәм уны һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам итер?
10 Сабырлыҡ һорап доға ҡылығыҙ. Сабырлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Гал. 5:22, 23). Тимәк, беҙ был күркәм сифатты үҙ көсөбөҙ менән үҫтерә алмайбыҙ. Әгәр ниндәйҙер осраҡта сабыр ҡалыу еңел булмаһа, беҙ Алланан изге рух һорайбыҙ (Лука 11:9, 13). Шулай уҡ беҙ Йәһүәнән бөтә нәмәгә уның күҙлегенән ҡарарға ярҙам итеүен һорай алабыҙ. Ә доға ҡылғандан һуң сабыр булыр өсөн көн һайын көс һалырға кәрәк. Сабырлыҡ тураһында йышыраҡ доға ҡылһаҡ һәм сабыр булырға тырышһаҡ, был сифат күңелебеҙҙә тамырланып китер һәм шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китер.
11, 12. Йәһүә нисек сабырлыҡ сағылдыра?
11 Изге Яҙмалағы миҫалдар өҫтөндә уйланығыҙ. Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған байтаҡ кешеләр тураһында әйтелгән. Уларҙың миҫалдары беҙҙе күпкә өйрәтә ала. Ләкин был кешеләр тураһында әйтеп китер алдынан, әйҙәгеҙ, сабырлыҡтың өлгөһө — Йәһүә тураһында беләйек.
12 Эден баҡсаһында Шайтан Йәһүәнең исеменә тап төшөргән һәм уны кешеләрҙе яратмауҙа, шулай уҡ улар менән насар мөғәмәлә итеүҙә ғәйепләгән. Йәһүә, сабырлыҡ һәм тотанаҡлыҡ сағылдырып, был Яла яғыусыны шунда уҡ юҡ итмәгән. Алла үҙенең идара итеүе иң яҡшы икәнен иҫбатлар өсөн ваҡыт кәрәк булыуын яҡшы аңлаған. Шулай итеп ул инде меңәрләгән йылдар Шайтан таратҡан мыҫҡыллауҙарҙы сыҙамлыҡ менән түҙә. Бынан тыш, Йәһүә сабыр итә, сөнки мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең мәңге йәшәүҙәрен теләй (2 Пет. 3:9, 15). Һөҙөмтәлә миллионлаған кеше уның дуҫтары булып киткән. Әгәр Йәһүәнең ни өсөн сабырлыҡ сағылдырғанын иҫтә тотһаҡ, беҙгә уның яуызлыҡты юҡ итеүен көтөүе еңелерәк булыр.
13. Ни өсөн Ғайса камил рәүештә Атаһының сабырлығынан өлгө алған тип әйтеп була? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
13 Ғайса камил рәүештә Атаһының сабырлығынан өлгө ала. Ерҙә хеҙмәт иткән осорҙа уға сабыр булыу еңел булмағандыр. Айырыуса ике йөҙлө ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар менән эш иткәндә (Яхъя 8:25—27). Шулай ҙа Ғайса, Атаһынан өлгө алып, асыуланырға ашыҡмаған. Уны мыҫҡыл иткәндә, ул мыҫҡыл итмәгән һәм үҙен бәхәскә тартыуға юл ҡуймаған (1 Пет. 2:23). Ул ауырлыҡтарға зарланмаған һәм сабыр ҡалған. Шуға күрә Изге Яҙмала «гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе Кисереүсе тураһында уйлап ҡарағыҙ» тип әйтелгәненә иғтибар итергә кәрәк (Евр. 12:2, 3). Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҙә һәр ауырлыҡты сабырлыҡ менән еңеп сыға алырбыҙ.
14. Ибраһимдың сабырлығы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Еврейҙарға 6:15). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 Бәлки, беҙ был донъяның ахырын күп йылдар көтәбеҙҙер һәм, ул беҙ йәшәгән ваҡытта булмаҫ инде, тип борсолабыҙҙыр. Беҙгә сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам итер? Ибраһимдың миҫалы. Уға 75 йәш булғанда һәм уның әле балалары булмағанда, Йәһүә уға: «Һинән бөйөк халыҡ үрсетәсәкмен», — тигән (Баш. 12:1—4). Ибраһим был вәғәҙәнең үтәлешен күргәнме? Тулыһынса түгел. Ибраһим Евфрат йылғаһын кисеп сыҡҡандан һуң тағы 25 йылдан һуң ғына уның улы Исхаҡ тыуған. Был ысын мөғжизә булған! Шунан тағы 60 йыл үткәндән һуң ғына уның ейәндәре Ғаяз менән Яҡуб тыуған. (Еврейҙарға 6:15-те уҡығыҙ.) Әммә Ибраһим үҙ тоҡомоноң бөйөк халыҡ булып киткәнен һәм Вәғәҙә ителгән ерҙе мираҫҡа алғанын күрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан ул ғүмеренең аҙағына тиклем Йәһүә менән йылы һәм яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлаған (Яҡ. 2:23). Ибраһим терелгәс, уның иманы һәм сабырлығы аша бөтә халыҡтар фатихаланғанын белер (Баш. 22:18). Ул бик шатланыр! Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һабаҡ алабыҙ? Бәлки, беҙ ҙә Йәһүәнең ҡайһы бер вәғәҙәләренең үтәлешен шунда уҡ күрмәйбеҙҙер. Әммә Ибраһим һымаҡ сабыр булһаҡ, Йәһүәнең беҙҙе бөгөн бүләкләйәсәгенә, ә яңы донъяла тағы ла күберәк бүләктәр бирәсәгенә ышана алабыҙ (Марк 10:29, 30).
15. Шәхси өйрәнеүҙә нимә тикшерергә була?
15 Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған күп кешеләрҙең миҫалдары бар (Яҡ. 5:10). Уларҙың тормошон яҡшыраҡ белергә маҡсат ҡуйығыҙb. Мәҫәлән, Дауыттың миҫалын тикшерегеҙ. Үҫмер сағында Йәһүә уны Израилдең батшаһы итеп билдәләгән. Әммә батшалыҡты алғансы, уға күп йылдар көтөргә тура килгән. Симеон һәм Анна тиҫтәләгән йылдар дауамында Мәсихтең килеүен көткән һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам иткән (Лука 2:25, 36—38). Алланың тоғро хеҙмәтселәренең тормоштарын тикшергәндә, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Нимә ярҙамында был кеше сабыр булған? Был уға ниндәй файҙа килтергән? Мин унан нисек өлгө ала алам?» Шулай уҡ сабыр булмаған кешеләрҙең миҫалдарынан да күп һабаҡтар алып була (1 Сам. 13:8—14). Үҙегеҙҙән: «Ни өсөн ул түҙемлеген юғалтҡан? Был ниндәй эҙемтәләргә килтергән?» — тип һорағыҙ.
16. Сабыр булыуҙың ниндәй файҙаһы бар?
16 Сабыр булыуҙың файҙаһы тураһында уйлағыҙ. Сабыр кеше, ғәҙәттә, бәхетле һәм тыныс. Сабыр булып беҙ үҙебеҙҙең эмоциональ һәм физик сәләмәтлегебеҙгә файҙа килтерәбеҙ. Башҡаларға ҡарата сабыр булһаҡ, улар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы булыр, йыйылышыбыҙ берҙәмерәк булыр. Ә инде кемдер беҙҙең асыуыбыҙҙы сығарырға теләһә, беҙ ярһымаҫбыҙ һәм хәлде киҫкенләштермәҫбеҙ (Зәб. 37:8; Ғиб. һүҙ. 14:29). Ә иң мөһиме, сабырлыҡ сағылдырып, беҙ күктәге Атабыҙға оҡшаш булырбыҙ һәм уға тағы ла яҡыныраҡ булып китербеҙ.
17. Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуя алабыҙ?
17 Сабырлыҡ — һәр кешене биҙәгән һоҡландырғыс сифат. Сабыр булыу еңел булмаһа ла, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ уны тағы ла яҡшыраҡ сағылдыра алырбыҙ. Ә әлегә, яңы донъяны сабырлыҡ менән көткән арала, Йәһүәнең беҙгә ярҙам итәсәгенә һәм беҙҙе яҡлаясағына ышана алабыҙ (Миҡ. 7:7). Әйҙәгеҙ, сабырлыҡты артабан да үҫтерәйек һәм ул шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китһен!
41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет
a Бөгөнгө донъяла кешеләргә сабырлыҡ етмәй, ә Изге Яҙма беҙҙе сабырлыҡ үҫтерергә өндәй. Ошо мәҡәләнән беҙ был сифат ни өсөн мөһим икәнен һәм беҙгә нисек тағы ла сабырыраҡ булырға кәрәк икәнен ҡарап сығырбыҙ.
b Сабырлыҡ сағылдырған кешеләр тураһында күберәк мәғлүмәт табыр өсөн, «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексында» (урыҫ) «Түҙемлек» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ.