-
Алла кем ул?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
2. Изге Яҙма беҙгә Йәһүә хаҡында нимә аса?
Изге Яҙма буйынса, кешеләр табынған бөтә илаһтар араһында тик Йәһүә генә берҙән-бер хаҡ Алла. Ни өсөн шулай әйтеп була? Йәһүә иң юғары хакимлыҡҡа эйә, шуға күрә ул ғына «бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә». (Зәбур 83:18-ҙе уҡы.) Ул — «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе», сөнки уның теләгән һәр ҡайһы эште башҡарырға көсө бар. Ул бөтә нәмәне — Ғаләмде һәм Ер планетаһындағы бар тереклекте яратҡан (Асылыш 4:8, 11). Йәһүә генә һәр ваҡыт булған һәм һәр ваҡыт буласаҡ та (Зәбур 90:2).
-
-
Алла ниндәй динде хуплай?Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
-
-
Беҙ Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға тейеш, сөнки ул — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ (Асылыш 4:11). Был нимәне аңлата? Беҙгә Йәһүәне яратырға һәм уға ғына табынырға кәрәк. Беҙ ғибәҙәттә һүрәттәр йә боттар ҡулланырға тейеш түгел. (Ишағыя 42:8-ҙе уҡы.)
Ғибәҙәтебеҙ Аллаға яраҡлы һәм изге булырға тейеш (Римдарға 12:1). Тимәк, беҙгә Алланың әхлаҡи нормаларын тоторға кәрәк. Мәҫәлән, Йәһүәне яратҡан кешеләр уның енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы нормалары менән риза һәм улар буйынса йәшәй. Улар шулай уҡ зыянлы ғәҙәттәрҙән һаҡлана, мәҫәлән, тәмәке тартмай, наркотик ҡулланмай һәм иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш эсмәйa.
-