Матфай яҙған
12 Бер ваҡыт Ғайса шәмбе көндө иген баҫыуҙары аша үтеп барғанда, уның шәкерттәре, асығып, башаҡтар өҙөп ашай башланы. 2 Быны күргәс, фарисейҙар уға: «Ҡара, һинең шәкерттәрең шәмбе көндө эшләргә ярамағанды эшләй», — тине. 3 Ғайса уларға әйтте: «Дауыт үҙенең кешеләре менән асыҡҡанда, уның нимә эшләгәне тураһында уҡыманығыҙмы ни? 4 Ул Алла йортона ингән, һәм улар изге икмәкте* ашаған. Ә Ҡанун буйынса, уны руханиҙарҙан башҡа һис кемгә — Дауыттың үҙенә лә, уның кешеләренә лә ашарға ярамаған. 5 Шулай уҡ Ҡанунда руханиҙарҙың шәмбе көнө ғибәҙәтханала эшләп тә ғәйепһеҙ булып ҡалғаны тураһында уҡыманығыҙмы ни? 6 Әммә һеҙгә әйтәм: бында ғибәҙәтхананан бөйөгөрәк берәү бар. 7 Ләкин әгәр ҙә һеҙ „миңә ҡорбандар түгел, ә шәфҡәт кәрәк“ тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. 8 Әҙәм Улы — шәмбе көнөнөң Хужаһы бит».
9 Ғайса унан китте лә синагогаға килде. 10 Унда ҡулы ҡороған* бер кеше бар ине. Ғайсаны ғәйепләр өсөн сәбәп табырға теләп, унан: «Шәмбе көндө һауыҡтырырға яраймы?» — тип һоранылар. 11 Ул былай тине: «Әгәр һеҙҙең бер генә һарығығыҙ булып, ул шәмбе көнө соҡорға ҡолап төшһә, һеҙ уны сығармаҫ инегеҙме ни? 12 Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шуға күрә шәмбе көндө изгелек эшләргә ярай». 13 Шунан ул теге кешегә: «Ҡулыңды һуҙ», — тине. Тегеһе ҡулын һуҙҙы, һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк һап-һау булды. 14 Ә фарисейҙар, сығып, Ғайсаны үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 15 Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Уға күп кеше эйәрҙе, һәм ул барыһын да һауыҡтырҙы, 16 ләкин үҙе тураһында башҡаларға һөйләүҙән ҡәтғи тыйҙы.
17 Шулай итеп Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр үтәлде:18 «Бына минең һайлап алған хеҙмәтсем, мин уны яратам һәм хуплайым. Мин уға үҙемдең рухымды бирермен, һәм ул халыҡтарға ғәҙеллектең нимә икәнен аңлатыр. 19 Ул бәхәсләшмәҫ һәм ҡысҡырмаҫ, төп урамдарҙа уның тауышын һис кем ишетмәҫ. 20 Ғәҙеллек урынлаштырғансы, ул бөгөлгән ҡамышты һындырмаҫ һәм быҫҡып ятҡан филтәне һүндермәҫ. 21 Халыҡтар уның исеменә өмөт бағлар».
22 Бер көндө Ғайса янына ендәр эйәләшкән һуҡыр һәм телһеҙ кешене килтерҙеләр. Ғайса уны һауыҡтырҙы, һәм шул кеше һөйләшә һәм күрә башланы. 23 Бөтә кешеләр, таң ҡалып: «Дауыт Улы ошо түгелме икән?» — тиештеләр. 24 Быны ишеткәс, фарисейҙар: «Ул ендәрҙе ендәр башлығы Билзибул* көсө менән ҡыуып сығара», — тинеләр. 25 Уларҙың нимә уйлағандарын белеп, Ғайса былай тине: «Дошманлыҡ арҡаһында бүленгән һәр батшалыҡ емерелер, дошманлыҡ арҡаһында бүленгән һәр ҡала йә өй харап булыр. 26 Шуның шикелле, Шайтан Шайтанды ҡыуып сығара икән, тимәк, ул үҙ-үҙе менән дошманлаша. Шулай булғас, уның батшалығы нисек имен торһон? 27 Әгәр мин ендәрҙе Билзибул көсө менән ҡыуып сығарам икән, улайһа, һеҙҙең шәкерттәрегеҙ быны кемдең көсө менән эшләй? Шунлыҡтан һеҙҙе улар хөкөм итер. 28 Әгәр ҙә мин ендәрҙе Алла рухы менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, Алла Батшалығы килгән, әммә һеҙ быны аңламай ҡалғанһығыҙ*. 29 Берәйһе көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәйенсә, мөлкәтен талай алырмы ни? Шул кешене бәйләгәс кенә, уны талай алыр. 30 Кем минең менән түгел, шул миңә ҡаршы. Кем минең менән кешеләр йыймай, шул уларҙы ҡыуып ебәрә.
31 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешенең һәр ҡайһы гонаһы һәм яман һүҙе кисерелер, әммә Алла рухына ҡаршы әйтелгән яман һүҙҙәр кисерелмәҫ. 32 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше кисерелер, әммә изге рухҡа ҡаршы һүҙ әйткән кеше хәҙер ҙә, киләсәктә* лә кисерелмәҫ.
33 Әгәр ағасығыҙ яҡшы булһа, емештәре лә яҡшы булыр, ә серек булһа, емештәре лә серек булыр, сөнки ағасты емешенә ҡарап таныйҙар. 34 Ҡара йылан тоҡомо, нисек һеҙ, яуыз була тороп, яҡшы нәмәләр тураһында һөйләй алаһығыҙ? Кешенең күңелендә ни булһа, телендә лә шул була бит. 35 Яҡшы кеше күңелендә яҡшы нәмәләр һаҡлай, шуға унан яҡшылыҡ сыға. Ә яуыз кеше күңелендә яуыз нәмәләр һаҡлай, шуға унан яуызлыҡ сыға. 36 Һеҙгә әйтәм: Хөкөм көнөндә кеше һәр буш һүҙе* өсөн Алла алдында яуап тотор, 37 сөнки үҙ һүҙҙәрең өсөн тәҡүә тип иғлан ителерһең һәм үҙ һүҙҙәрең өсөн хөкөм ителерһең».
38 Шунда ҡайһы бер ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар: «Остаз, Алланан килгәнеңде иҫбатлаған берәй билдә күрһәт», — тинеләр. 39 Ул иһә яуапланы: «Аллаға тоғро булмаған яуыз тоҡом һәр ваҡыт билдә һорай, әммә уға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа бер ниндәй билдә бирелмәҫ. 40 Юныс ғәйәт ҙур балыҡтың эсендә өс көн һәм өс төн булған кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн булыр. 41 Хөкөм көнөндә был быуын кешеләре менән бергә Нинәбә халҡы терелеп тороп, уларҙы ғәйепләр, сөнки Нинәбә халҡы Юныс вәғәзләгән хәбәрҙе ишетеп, тәүбә иткән. Әммә бында Юныстан бөйөгөрәк берәү бар. 42 Хөкөм көнөндә был быуын кешеләре менән бергә көньяҡ батшабикәһе лә терелеп тороп, уларҙы ғәйепләр, сөнки ул, Сөләймәндең аҡыллы һүҙҙәрен ишетер өсөн, ер сигенән килеп еткән. Әммә бында Сөләймәндән бөйөгөрәк берәү бар.
43 Шаҡшы рух, кешенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, әммә таба алмағас: 44 „Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле“, — ти һәм, ҡайтҡас, уның буш торғанын, һеперелеп-биҙәлеп ҡуйылғанын күрә. 45 Шунда ул бара ла үҙенән дә яуызыраҡ башҡа ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шул өйҙә йәшәй башлай. Ахырҙа кешенең хәле элеккегә ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр».
46 Ғайса халыҡ менән һөйләшеп торғанда, уның әсәһе менән ҡустылары килде. Улар, Ғайса менән һөйләшергә теләп, тышта тора ине. 47 Шунда бер кеше Ғайсаға: «Тышта әсәйең менән ҡустыларың тора, улар һинең менән һөйләшергә теләй», — тине. 48 Ғайса шул кешегә: «Кем минең әсәйем һәм кем минең ҡустыларым?» — тип әйтте. 49 Шунан ҡулы менән шәкерттәренә күрһәтеп, былай тине: «Бына минең әсәйем һәм ҡустыларым! 50 Кем күктәге Атайымдың ихтыярын үтәй, шул миңә ағай-эне лә, апай-һеңле лә, әсәй ҙә».