Дүшәмбе, 2 ноябрь
Әгәр кемегеҙгәлер аҡыллылыҡ етмәһә, барыһына ла тәнҡитләмәйенсә, мул итеп биргән Алланан һораһын (Яҡ. 1:5).
Бөгөнгө аяттың һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә үҙ зирәклеген йәшермәй, ә йомарт уртаҡлаша. Ул быны шелтәләмәйенсә эшләй. Йәһүә, унан ярҙам һорағаныбыҙ өсөн, беҙҙе бер ҡасан да оятҡа ҡалдырмай һәм тәнҡитләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙе унан кәңәш һорарға дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 2:1—6). Йәһүәнән өлгө алып, беҙ зирәклегебеҙ менән нисек бүлешә алабыҙ? (Зәб. 31:8). Башҡаларҙы өйрәтеп. Мәҫәлән, беҙ йыш ҡына яңыларҙы вәғәзләргә өйрәтәбеҙ. Йыйылыш аҡһаҡалдары сабырлыҡ менән хеҙмәт ярҙамсыларын һәм һыуға сумдырылған башҡа ир ҡәрҙәштәрҙе төрлө йөкләмәләрҙе үтәргә өйрәтә. Ойошмабыҙҙың биналарын төҙөү һәм хеҙмәтләндереү эшендә тәжрибәһе булған ҡәрҙәштәр башҡаларға был яҡтан оҫтарып китергә ярҙам итә. w24.09 28—29 бб., 11, 12 абз.
Шишәмбе, 3 ноябрь
Һеҙҙе бик ныҡ яраттыҡ (1 Тис. 2:8).
Аҡһаҡал булып хеҙмәт итер өсөн, һиңә, ир ҡәрҙәшебеҙ, «намыҫлы», йәғни ҡәрҙәштәр араһында яҡшы абруй ҡаҙанған һәм тәртибе тел тейҙермәҫлек кеше булырға кәрәк (1 Тим. 3:2). Бынан тыш, һинең «сит кешеләр араһында ла даның яҡшы булыуы» мөһим. Әлбиттә, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр һинең ҡараштарыңды тәнҡитләргә мөмкин, әммә уларҙың намыҫлы һәм әҙәпле булыуыңа шикләнер өсөн нигеҙле сәбәптәре булырға тейеш түгел (Дан. 6:4, 5). Үҙеңдән: «Ҡәрҙәштәр һәм Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр араһында минең абруйым ниндәй?» — тип һора. Аҡһаҡал «яҡшылыҡты» яратырға тейеш. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул башҡаларҙың игелекле, ыңғай сифаттарын күрә һәм уларҙы бының өсөн маҡтай (Тит. 1:8). Шулай уҡ ул башҡаларға игелек ҡыла һәм йыш ҡына көтөлмәгәнде лә эшләргә әҙер. Ни өсөн был сифат аҡһаҡалдар өсөн мөһим? Әгәр ир ҡәрҙәш яҡшылыҡты яратһа, ул ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыр өсөн һәм йөкләмәләрен үтәр өсөн күп ваҡыт бүлер (1 Пет. 5:1—3). Быға күп көс китһә лә, башҡаларға хеҙмәт итеү уға күп шатлыҡ килтерер (Илс. 20:35). w24.11 20—21 бб., 3—5 абз.
Шаршамбы, 4 ноябрь
Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк (Илс. 20:35).
Хеҙмәт ярҙамсылары йыйылышта мөһим эш башҡара. Илсе Пауыл Алланың был тоғро хеҙмәтселәрен бик ҡәҙерләгән. Мәҫәлән, Филипи ҡалаһында йәшәгән мәсихселәргә хат яҙғанда, ул аҡһаҡалдарҙы ғына түгел, хеҙмәт ярҙамсыларын да сәләмләгән (Флп. 1:1). Һыуға сумдырылған төрлө йәштәге ир ҡәрҙәштәр хеҙмәт ярҙамсылары булып хеҙмәт итә ала. Мәҫәлән, Де́ван ҡәрҙәш 18 йәшендә хеҙмәт ярҙамсыһы булып киткән, ә Лу́ис 50 йәштән үткәс был хеҙмәтте башлаған. Был хөрмәтле вазифа ир ҡәрҙәштәргә ҙур шатлыҡ килтерә. Луис былай ти: «Мин имандаштарыма хеҙмәт итә алғаным өсөн бик бәхетлемен! Улар мине ярата, һәм мин дә улар өсөн нимәлер эшләргә теләйем». Бөтә донъя буйынса йәшәгән күп ир ҡәрҙәштәр уның хистәрен уртаҡлаша. Әгәр һин һыуға сумдырылған ир ҡәрҙәш булһаң, әммә әлегә хеҙмәт ярҙамсыһы булмаһаң, үҙеңә ундай маҡсат ҡуя алыр инеңме? w24.11 14 б., 1—3 абз.