Еврейҙарға
13 Артабан да бер-берегеҙҙе туғандарса яратығыҙ. 2 Ҡунаҡсыллыҡ* тураһында онотмағыҙ, сөнки ҡайһы берәүҙәр, ҡунаҡсыл булғанға күрә, үҙҙәре лә белмәйенсә, фәрештәләрҙе ҡабул иткән. 3 Төрмәлә ултырғандарҙы үҙегеҙ ҙә улар менән бергә ултырғандай иҫегеҙҙә тотоғоҙ, шулай уҡ аяуһыҙ мөғәмәләнән интеккәндәрҙе онотмағыҙ, сөнки үҙегеҙҙең дә аяуһыҙ мөғәмәләгә дусар булыуығыҙ мөмкин*. 4 Бөтәһе лә никахҡа хөрмәт менән ҡараһын һәм ир менән ҡатын бер-береһенә тоғро булһын*, сөнки Алла енси әхлаҡһыҙлыҡта* ғәйепле булғандарҙың барыһын да, никахтамы улар, юҡмы, хөкөм итәсәк. 5 Тормошоғоҙҙа аҡса яратыуға урын булмаһын, булғанына ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ. Алла бит: «Һине бер ҡасан да ҡалдырмам һәм бер ҡасан да ташламам», — тигән. 6 Шуға күрә беҙ ныҡлы ышаныс менән: «Йәһүә — минең ярҙамсым, мин ҡурҡмам. Кеше миңә ни эшләй алһын?» — тип әйтәбеҙ.
7 Үҙегеҙҙе етәкләгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, улар бит һеҙгә Алла һүҙен һөйләне. Уларҙың нисек эш иткәнен һәм бының ниндәй емеш килтергәнен күҙәтеп, имандарын өлгө итеп алығыҙ.
8 Ғайса Мәсих кисә лә, бөгөн дә һәм мәңгегә шул уҡ.
9 Таныш булмаған төрлө тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәкте ризыҡ тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә сикһеҙ игелек менән нығытыу яҡшыраҡ, сөнки ундай ҡағиҙәләр уларҙы тотоусыларға файҙа килтермәй.
10 Беҙҙең ҡорбан усағыбыҙ бар, әммә сатырҙа хеҙмәт иткәндәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ. 11 Баш рухани салынған хайуандарҙың ҡанын изге* урынға гонаһ йолоу ҡорбаны итеп индерә, ә түшкәләре туҡталыу урынынан ситкә сығарып яндырыла. 12 Шуға күрә Ғайса ла, халыҡты үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡаланан* ситтә ғазап кисергән. 13 Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, уның янына туҡталыу урынынан ситкә сығайыҡ, 14 сөнки беҙҙең бында даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, әммә беҙ түҙемһеҙлек менән буласаҡ ҡаланы көтәбеҙ. 15 Әйҙәгеҙ, Ғайса аша һәр ваҡыт Аллаға маҡтау ҡорбаны килтерәйек, йәғни уның исемен башҡаларға телебеҙ менән иғлан итәйек. 16 Шулай уҡ изгелек эшләргә һәм үҙегеҙҙә булғанды башҡалар менән бүлешергә онотмағыҙ, сөнки шундай ҡорбандар Алланың күңеленә хуш килә.
17 Үҙегеҙҙе етәкләгән кешеләргә тыңлаусан булығыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ, сөнки улар һәр ваҡыт һеҙҙең турала ҡайғырта һәм бының өсөн Алла алдында яуап тотасаҡтар. Улар быны көрһөнөп түгел, ә ҡыуанып эшләһендәр өсөн, шулай итегеҙ*, юғиһә көрһөнөп эшләүҙәре үҙегеҙгә зыян килтерер.
18 Беҙҙең турала доға ҡылығыҙ, сөнки беҙ, бар нәмәлә үҙебеҙҙе намыҫлы тоторға теләгәнгә, выжданыбыҙҙың саф* икәнен беләбеҙ. 19 Әммә бигерәк тә янығыҙға тиҙерәк ҡайта алыуымды һорап доға ҡылыуығыҙҙы үтенәм.
20 Мәңгелек килешеү ҡанына эйә булған Хужабыҙ Ғайсаны — бөйөк көтөүсене терелткән тыныслыҡ Аллаһы, 21 һеҙ уның ихтыярын үтәй алһын өсөн, һеҙгә кәрәк булғандың барыһын бирһен, шулай уҡ Ғайса Мәсих аша беҙҙе үҙе хуп күргәнде эшләргә дәртләндерһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан! Амин.
22 Ҡәрҙәштәр, был рухландырыу һүҙҙәрен сабырлыҡ менән тыңлауығыҙҙы үтенәм, сөнки мин һеҙгә әллә ни күп яҙманым. 23 Ҡәрҙәшебеҙ Тимәтиҙең азат ителеүен белеүегеҙҙе теләйем. Әгәр ул оҙаҡламай яныма килһә, һеҙгә уның менән бергә килеп китербеҙ.
24 Үҙегеҙҙе етәкләгәндәрҙең барыһына һәм бөтә изгеләргә сәләм әйтегеҙ. Һеҙгә Италиялағы ҡәрҙәштәр сәләм ебәрә.
25 Бөтәгеҙгә лә Алланың сикһеҙ игелеге күрһәтелһен!