Лука яҙған
24 Аҙнаның беренсе көнөндә иртән-иртүк ҡатындар алдан әҙерләп ҡуйылған хуш еҫле үләндәрҙе алып, ҡәбер янына килде. 2 Әммә килгәс, улар ҡәбер ауыҙындағы таштың шылдырып ҡуйылғанын күрҙе. 3 Ҡәбергә ингәс, ҡатындар Хужабыҙ Ғайсаның кәүҙәһен тапманы. 4 Улар аптырап торған саҡта, ҡапыл алдарында ялтырап торған кейем кейгән ике ир хасил булды. 5 Ҡатындар ҡурҡыуға төшөп, күҙҙәрен күтәреп ҡарарға ҡыймай торҙо. Ә теге ирҙәр уларға былай тине: «Ниңә терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6 Ул бында юҡ. Ул терелде. Уның әле Ғәлиләйәлә булған саҡта әйткәндәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. 7 Ул һеҙгә, Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырылып, бағанаға ҡаҙаҡланырға, ә өсөнсө көнгә үленән терелергә тейеш, тип әйткәйне». 8 Шунда улар уның һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө 9 һәм ҡайтып, барыһын 11 илсегә һәм башҡа шәкерттәргә һөйләп бирҙе. 10 Илселәргә был хаҡта Мағдалалы Мәрйәм, Йәхнә, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән бергә булған башҡа ҡатындар ҙа һөйләне. 11 Әммә ҡатындарҙың һөйләгәндәре уларға буш һүҙ булып күренде, улар быға ышанманы.
12 Ә Петер һикереп тороп, ҡәбергә табан йүгерҙе. Унда ул, эйелеп эскә ҡараһа, етен кәфен генә ята ине. Петер, был хәлгә таң ҡалып, ҡайтып китте.
13 Шул уҡ көндө ике шәкерт Йәрүсәлимдән 11 саҡрым* самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан Иммаус ауылына китеп бара ине. 14 Улар булып үткән бөтә ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барҙы.
15 Фекер алышып барған саҡтарында, уларға Ғайса килеп ҡушылды, 16 ләкин улар уны таныманы. 17 Ул уларҙан: «Нимә тураһында шул тиклем ҡыҙыу итеп һөйләшеп бараһығыҙ?» — тип һораны. Улар туҡтаны, йөҙҙәре моңһоу ине. 18 Уларҙың береһе, Клиопа исемлеһе, уға былай тине: «Һин нимә, Йәрүсәлимдә килмешәк булып, бер кем менән дә аралашмай йәшәйһеңме әллә? Ошо көндәрҙә ҡалала булып үткән ваҡиғалар тураһында ысынлап та белмәйһеңме ни?»* 19 Ул: «Ниндәй ваҡиғалар тураһында?» — тип һораны. Улар былай тип яуап бирҙе: «Назаралы Ғайса менән булған ваҡиғалар хаҡында. Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла эше менән дә, һүҙе менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. 20 Өлкән руханиҙарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙҙың ҡотортоуҙары арҡаһында уны үлемгә хөкөм иттеләр һәм бағанаға ҡаҙаҡлап үлтерҙеләр. 21 Ә беҙ уны, Исраилды азат итергә тейешле кеше, тип өмөтләнгәйнек. Өҫтәүенә, был ваҡиғаларҙың булғанына бөгөн өсөнсө көн инде. 22 Шулай уҡ арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың һүҙҙәре лә беҙҙе ғәжәпләндерҙе. Улар иртән-иртүк ҡәбергә барған, 23 ләкин кәүҙәне тапмаған. Әйләнеп ҡайтҡас, улар фәрештәләрҙең хасил булып, уның тере икәнен хәбәр итеүҙәре тураһында һөйләнеләр. 24 Шунда арабыҙҙан ҡайһы берәүҙәр ҡәбергә барып, уның, ҡатындар әйткәнсә, буш икәнен күргәндәр. Ғайсаны иһә улар күрмәгән».
25 Шул саҡ Ғайса былай тине: «Эй төшөнмәүсән кешеләр! Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныу ҡайһылай ауыр һеҙгә! 26 Әллә Мәсих бөтә ошо ғазаптарҙы кисерергә, шунан данға өлгәшергә тейеш түгел инеме?» 27 Шунда уларға Мусанан һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙән башлап Яҙмаларҙа үҙенә ҡағылған бөтә нәмәне аңлатып бирҙе.
28 Шул арала улар үҙҙәре китеп барған ауылға яҡынлашты, ә Ғайса, йәнәһе, юлын дауам итмәксе булды. 29 Шунда улар: «Беҙҙең менән ҡалсы, сөнки ҡояш байып бара, оҙаҡламай ҡараңғы төшә», — тип ҡат-ҡат үтенде, һәм ул улар менән китте. 30 Табын артында ултырған саҡта, ул икмәк алып, доға ҡылды* ла уны бүлгеләп, уларға бирҙе. 31 Шунда шәкерттәрҙең күҙҙәре асылды, һәм улар Ғайсаны таныны, ләкин ул күренмәҫ булды. 32 Шәкерттәр бер-береһенә: «Ул юлда беҙҙең менән һөйләшеп барғанда һәм Яҙмаларҙы аңлатҡанда*, йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни?» — тине. 33 Улар шунда уҡ Йәрүсәлимгә юлланды һәм унда 11 илсене һәм башҡа шәкерттәрҙе тапты. 34 Тегеләре: «Хужабыҙ ысындан да үленән терелгән һәм Шимунға күренгән», — тине. 35 Теге ике шәкерт үҙҙәре менән юлда нимә булғанын һәм икмәк һындырған сағында уны нисек танығандарын һөйләп бирҙеләр.
36 Улар был хаҡта һөйләшкәндә, араларында Ғайса хасил булып: «Именлек һеҙгә!» — тине. 37 Ләкин шәкерттәрҙең ҡоттары осто, һәм улар ҡурҡыштан, рухи зат күрәбеҙ, тип уйланылар. 38 Ғайса уларға: «Нишләп ҡурҡып киттегеҙ? Нишләп күңелдәрегеҙҙә шиктәр тыуҙы? — тине. — 39 Минең аяҡ-ҡулдарыма күҙ һалығыҙ, был — мин. Миңә ҡағылығыҙ һәм ҡарағыҙ. Рухтың тәне һәм һөйәктәре юҡ. Ә минең, күреүегеҙсә, бар». 40 Быны әйткәс, ул уларға аяҡ-ҡулдарын күрһәтте. 41 Улар шатланып һәм ғәжәпләнеп һаман да ышанмай торғанға, ул: «Һеҙҙең берәй ниндәй ризығығыҙ бармы?» — тип һораны. 42 Шәкерттәр уға ҡыҙҙырылған балыҡ киҫәге бирҙе. 43 Ғайса уны уларҙың күҙ алдында ашаны.
44 Шунан ул былай тине: «Әле һеҙҙең менән булған сағымда, Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәр китаптарында һәм Зәбурҙа минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла үтәлергә тейеш, тип һөйләгәйнем». 45 Шунда Ғайса, Яҙмаларҙы аңлаһындар өсөн, уларҙың зиһендәрен асты 46 һәм былай тине: «Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Мәсих ғазап сигәсәк, ә өсөнсө көнгә үленән тереләсәк, 47 һәм уның исеме нигеҙендә Йәрүсәлимдән башлап бөтә халыҡтарға гонаһтар кисерелһен өсөн тәүбә итергә кәрәклеге тураһында вәғәзләнәсәк. 48 Һеҙ бының шаһиттары булырһығыҙ. 49 Мин һеҙгә Атайым вәғәҙә иткәнде бирермен. Ә һеҙ юғарынан көс алғанға тиклем ҡалала ҡалығыҙ».
50 Ғайса шәкерттәрҙе ҡаланан алып сығып, улар менән Бәйтәнигә тиклем барып етте, шунан ҡулдарын күтәрҙе лә уларға фатихаһын бирҙе. 51 Фатиха биргәндә, ул уларҙан йыраҡлаша башланы, һәм Алла уны күккә алды. 52 Шунда шәкерттәр йөҙ түбән ҡапланды*, шунан һуң шатлана-шатлана Йәрүсәлимгә ҡайтты. 53 Улар гел ғибәҙәтханала булды һәм Алланы данланы.