Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Еврейҙарға 11
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Еврейҙарға. Йөкмәтке

      • Имандың билдәләмәһе (1, 2)

      • Иман өлгөләре (3—40)

        • «Иман булмаһа, Аллаға ярап булмай» (6)

Еврейҙарға 11:1

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2019, 26 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 21—23, 27 бб.

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 5 б.

Еврейҙарға 11:2

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «ата-бабаларыбыҙ».

Еврейҙарға 11:3

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «дәүерҙәрҙең». Һүҙлектә «Заман» тигән мәҡәләне ҡ.

Еврейҙарға 11:4

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «хуплаған».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 9, 14—16 бб.

Еврейҙарға 11:5

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2017, 3 б.

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2017 12—13 бб.

Еврейҙарға 11:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 1 2021 9 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 12 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 24—28 бб.

    9/2016, 13 б.

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 5 б.

Еврейҙарға 11:7

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Алланан ҡурҡҡанын күрһәтеп».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 27—28 бб.

Еврейҙарға 11:8

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 3—4 бб.

Еврейҙарға 11:9

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 3—4 бб.

Еврейҙарға 11:10

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «архитекторы».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2020, 2—4 бб.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2016, 12 б.

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 32 б.

Еврейҙарға 11:11

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «балаға уҙыу өсөн ҡөҙрәт алған».

  • *

    Йәки «тоғро икәненә».

Еврейҙарға 11:13

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 22 б.

Еврейҙарға 11:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы)»,

    № 5 2017 12—13 бб.

Еврейҙарға 11:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2017, 6 б.

Еврейҙарға 11:18

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2017, 6 б.

Еврейҙарға 11:19

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2017, 6 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    2/2016, 11 б.

Еврейҙарға 11:21

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «табынған».

Еврейҙарға 11:22

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үҙен ерләүгә ҡағылышлы күрһәтмә биргән».

Еврейҙарға 11:25

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «аяуһыҙ мөғәмәләнән ғазап сигеүҙе».

Еврейҙарға 11:26

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «Мәсих».

Еврейҙарға 11:32

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 70—71 бб.

Еврейҙарға 11:33

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 23 б.

    «Имандарын өлгө итеп алығыҙ», 70—71 бб.

Еврейҙарға 11:34

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 23 б.

Еврейҙарға 11:35

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «йолом ярҙамында ҡотолоуҙан».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2017, 12 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 23—24 бб.

Еврейҙарға 11:36

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 23 б.

Еврейҙарға 11:38

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 23 б.

Башҡа тәржемәләр

Изге Яҙманан параллель аяттарҙы күрер өсөн кәрәкле аяттың һанына баҫығыҙ.
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
  • 34
  • 35
  • 36
  • 37
  • 38
  • 39
  • 40
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Еврейҙарға 11:1—40

Еврейҙарға

11 Иман — ул өмөтөбөҙҙөң ғәмәлгә ашасағына ныҡлы ышаныс, күҙгә күренмәгәндәрҙең барлығына асыҡ дәлил. 2 Имандары арҡаһында боронғо заманда йәшәгән кешеләр* Алланың үҙҙәрен хуплауына шаһитлыҡ алған.

3 Иманыбыҙ арҡаһында беҙ күктәге һәм ерҙәге нәмәләрҙең* Алла һүҙе буйынса урынлаштырылғанын, һөҙөмтәлә күҙгә күренмәгән нәмәләрҙән күҙгә күренгәндәр барлыҡҡа килгәнен аңлайбыҙ.

4 Иманы арҡаһында Һабил Аллаға Ҡабилға ҡарағанда ҡиммәтерәк ҡорбан килтергән. Иманы арҡаһында ул үҙенең Алла алдында тәҡүә булыуына шаһитлыҡ алған, сөнки Алла уның бүләктәрен ҡабул иткән*, һәм иманы аша ул, үлһә лә, һаман да һөйләй.

5 Иманы арҡаһында Ханух, үлем татымаһын өсөн, күсерелгән булған, һәм уны бер ҡайҙа ла табып булмаған, сөнки Алла уны күсергән. Ләкин, күсерелер алдынан, ул үҙенең Алла хуплауына эйә булғанына шаһитлыҡ алған. 6 Ә иман булмаһа, Аллаға ярап булмай, сөнки Аллаға яҡынлашырға теләгән һәр кем уның барлығына һәм уның үҙен ысын күңелдән эҙләгәндәрҙе бүләкләгәненә ышанырға тейеш.

7 Иманы арҡаһында Нух, әле күҙгә күренмәгән нәмәләр тураһында киҫәтеү алғас, Алланы тыңлап*, ғаиләһен ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы менән ул донъяны хөкөм иткән һәм иманы өсөн тәҡүә тип иғлан ителгән.

8 Иманы арҡаһында Ибраһим, Алла тарафынан саҡырылғас, уға буйһоноп, үҙенә мираҫ итеп биреләсәк ергә киткән. Ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, юлға сыҡҡан. 9 Иманы арҡаһында ул вәғәҙә ителгән ерҙә сит ерҙә йәшәгәндәй ғүмер иткән. Ул шул уҡ вәғәҙәнең вариҫташтары Исхаҡ һәм Яҡуп менән сатырҙарҙа йәшәгән, 10 сөнки булдырыусыһы* һәм төҙөүсеһе Алла булған ныҡ нигеҙле ҡаланы көткән.

11 Иманы арҡаһында Сара, инде өлкән йәштә булһа ла, ауырға ҡалған*. Ул вәғәҙә биреүсенең үҙ һүҙен тоторона* ышанған. 12 Шуға күрә асылда үле булған бер кешенән, Ибраһимдан, күп бала — күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөктәре кеүек күп бала тыуған.

13 Бөтә был кешеләр, вәғәҙә ителгәндәрҙе алмаһалар ҙа, имандарын һаҡлап үлгән. Улар вәғәҙә ителгәндәрҙе йыраҡтан ғына күреп шатланған һәм үҙҙәренең шул ерҙә сит кеше булыуҙары, унда ваҡытлыса йәшәүҙәре тураһында асыҡтан-асыҡ әйткән. 14 Шулай тип әйткән кешеләр үҙҙәренең йорто булып китәсәк урынды ихлас эҙләүҙәрен күрһәтәләр. 15 Әгәр ҙә улар, үҙҙәре ҡалдырып киткән урын тураһында гел уйлап йөрөгән булһалар, кире ҡайтыу әмәлен табырҙар ине. 16 Ләкин улар яҡшыраҡҡа — күктәгегә ҡараған урынға ынтыла. Шунлыҡтан Алла уларҙың Аллаһы тип аталырға оялмай, ул хатта улар өсөн ҡала әҙерләп ҡуйған.

17 Иманы арҡаһында Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, Исхаҡты ҡорбанға килтергән, тип әйтергә була. Эйе, вәғәҙәләрҙе шатланып ҡабул иткән кеше үҙенең берҙән-бер улын ҡорбанға килтерергә әҙер булған, 18 ә бит Алла уға: «Һиңә вәғәҙә ителгән тоҡомдар Исхаҡтан сығыр», — тип әйткән булған. 19 Әммә Ибраһим Алланың Исхаҡты терелтә алыуына ышанған, һәм улы, образлы итеп әйткәндә, уға үлемдән ҡайтарылған. Был символик мәғәнәгә эйә булған.

20 Иманы арҡаһында Исхаҡ Яҡуп менән Ғаязға киләсәктә нимә булырын һөйләп, уларҙы фатихалаған.

21 Иманы арҡаһында Яҡуп үлеме алдынан Йософтоң һәр улын фатихалаған һәм, таяғына таянып, Аллаға баш эйгән*.

22 Иманы арҡаһында Йософ ғүмеренең аҙағында исраилдарҙың Мысырҙан сығасағы тураһында әйткән һәм уларға үҙенең һөйәктәрен унан алып сығырға ҡушҡан*.

23 Иманы арҡаһында Мусаның ата-әсәһе, Муса тыуғас, уны өс ай буйы йәшереп тотҡан, сөнки улар баланың матур булыуын күргән һәм батша бойороғонан ҡурҡмаған. 24 Иманы арҡаһында Муса, үҫеп еткәс, фирғәүен ҡыҙының улы тип аталыуҙан баш тартҡан 25 һәм гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап сигеүҙе* өҫтөн күргән. 26 Ул бит майланған* булараҡ хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазиналарына ҡарағанда ҙурыраҡ байлыҡ тип һанаған, сөнки уның ҡарашы бүләккә төбәлгән булған. 27 Иманы арҡаһында Муса, батша асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан сығып киткән, сөнки ул күҙгә күренмәгән Алланы күргәндәй ныҡ булып ҡалған. 28 Иманы арҡаһында ул Ҡотҡарылыу байрамын үткәргән һәм, Алла фәрештәһе исраилдарҙың баш балаларын үлтермәһен өсөн, ишек яңаҡтарына ҡан һирпкән.

29 Имандары арҡаһында улар Ҡыҙыл диңгеҙ аша ҡоро ерҙән үткәндәй үткән, ә мысырҙар, шуны уҡ эшләргә маташҡас, батып үлгән.

30 Иман арҡаһында Йәрихәнең стеналары, исраилдар ҡаланы ете тапҡыр урап сыҡҡандан һуң, ишелеп төшкән. 31 Иманы арҡаһында фәхишә Рәхәб Аллаға буйһонмаған кешеләр менән һәләк булмаған, сөнки шымсыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡабул иткән.

32 Тағы нимә тип өҫтәйем? Ғидиун, Бараҡ, Шәмсун, Ифтах, Дауыт, шулай уҡ Шамуил һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡыт етмәҫ. 33 Имандары арҡаһында улар батшаларҙы еңгән, тәҡүәлек урынлаштырған, Алланан вәғәҙәләр алған, арыҫландарҙың ауыҙҙарын япҡан, 34 ут көсөн буйһондорған, ҡылыстан ҡотолған, көсһөҙҙән көслөгә әйләнгән, батырҙарса һуғышҡан, илбаҫарҙарҙы ҡасырға мәжбүр иткән. 35 Ҡатындарға үлгән туғандары терелтеп ҡайтарылған, ә башҡалары язалап үлтерелгән, сөнки улар, яҡшыраҡ терелеүгә эйә булыр өсөн, үҙҙәренә тәҡдим ителгән ҡотолоуҙан* баш тартҡан. 36 Кемдер башҡа һынауҙар менән осрашҡан: уларҙан мыҫҡыллап көлгәндәр, ҡамсылағандар, хатта сылбыр менән бығаулағандар һәм төрмәгә ташлағандар. 37 Уларҙы таш менән бәргесләп үлтергәндәр, имандарын һынауға дусар иткәндәр, урталай бысҡандар, ҡылыс менән үлтергәндәр, улар һарыҡ һәм кәзә тиреләренә төрөнөп йөрөгән, мохтажлыҡ кисергән, бәлә-ҡаза күргән һәм аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән. 38 Улар сүлдәр һәм тауҙар гиҙеп, мәмерйәләрҙә һәм ҡая ярыҡтарында йәшенеп йөрөгән. Ләкин донъя уларға лайыҡ булмаған.

39 Имандары арҡаһында Алланың үҙҙәрен хуплауына шаһитлыҡ алһалар ҙа, уларҙың береһе лә вәғәҙә ителгәнде алмаған. 40 Улар беҙһеҙ камил булып китмәһен тип, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ нәмә ниәтләгән.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу