Матфай яҙған
21 Йәрүсәлимгә етеп килгәндә, Ғайса үҙенең шәкерттәре менән Зәйтүн тауындағы Бәйтфәғи янында туҡтаны. Шунан ул ике шәкертен ебәреп, 2 уларға былай тине: «Ҡаршығыҙҙағы анау ауылға барығыҙ. Унда барып еткәс тә, һеҙ бәйләүле торған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы бәйҙән ысҡындырып, миңә алып килегеҙ. 3 Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: „Улар Хужабыҙға кәрәк“, — тип әйтегеҙ. Ул шунда уҡ уларҙы һеҙгә биреп ебәрер».
4 Шулай итеп пәйғәмбәр аша әйтелгән бындай һүҙҙәр үтәлде: 5 «Сион ҡыҙына әйтегеҙ: „Бына, һиңә Батшаң килә! Ул йыуаш. Ул йәш ишәккә — йөк йөрөтә торған ишәктең балаһына атланған“».
6 Шәкерттәр барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне. 7 Улар инә ишәк менән йәш ишәкте алып килеп, үҙҙәренең өҫ кейемдәрен уларҙың өҫтөнә һалды, һәм Ғайса йәш ишәккә атланды. 8 Күп кешеләр үҙҙәренең өҫ кейемдәрен юлға түшәне, башҡалары иһә ағас ботаҡтары ҡырҡып алып, уларҙы юлға һалды. 9 Уның алдынан һәм артынан күп халыҡ: «Ялбарып һорайбыҙ, Дауыт Улын ҡотҡар! Йәһүә исеме хаҡына килеүсе фатихалы! Күктә йәшәүсе, уны ҡотҡар, ялбарабыҙ!» — тип ҡысҡырып барҙы.
10 Ғайса Йәрүсәлимгә ингәс, бөтә ҡалала шау-шыу күтәрелде, һәм кешеләр: «Был кем ул?» — тиеште. 11 Ә уның менән китеп барған кешеләр: «Был — Ғәлиләйәләге Назара ҡалаһынан Ғайса пәйғәмбәр», — тиҙәр ине.
12 Ғайса ғибәҙәтханаға инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуып сығарҙы. Ул аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен һәм күгәрсен һатыусыларҙың эскәмйәләрен ауҙарып ташланы. 13 Ғайса уларға: «Яҙмаларҙа „минең йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр“ тиелгән, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ», — тине. 14 Ғибәҙәтханала уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
15 Өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаның ҡылған мөғжизәләрен, шулай уҡ «Дауыт Улын ҡотҡар, ялбарып һорайбыҙ!» тип ҡысҡырған малайҙарҙы күргәс, бик ныҡ асыуланды 16 һәм уға: «Уларҙың нимә әйткәнен ишетәһеңме?» — тине. «Эйе, — тип яуапланы Ғайса, — һеҙ бер ҡасан да „балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең“ тип яҙылғанды уҡыманығыҙмы ни?» 17 Шунан һуң Ғайса ҡаланан китеп, Бәйтәнигә килде һәм шунда ҡунырға ҡалды.
18 Иртән иртүк кире ҡалаға китеп барғанда, Ғайса асыҡты. 19 Ул юл буйындағы инжир ағасын күреп ҡалды ла уның янына килде, ләкин унда япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы. «Һинең бүтән бер ҡасан да емешең булмаһын», — тине ул. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно. 20 Быны күреп, шәкерттәрҙең иҫе китте. «Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно ул?» — тине улар. 21 Ғайса уларға әйтте: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, мин инжир ағасы менән эшләгәндән күберәкте эшләй алырһығыҙ, хатта бынау тауға: „Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан“, — тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. 22 Доғала иман менән нимә генә һораһағыҙ ҙа, алырһығыҙ».
23 Ғайса ғибәҙәтханаға инеп, шунда өйрәтеп ултырғанда, уның янына өлкән руханиҙар менән халыҡ аҡһаҡалдары килеп: «Һинең быларҙы эшләргә ниндәй хаҡың бар? Ундай хакимлыҡты һиңә кем бирҙе?» — тип һораны. 24 «Мин дә һеҙҙән бер нәмә һорайым, — тип яуапланы Ғайса. — Әгәр яуап ҡайтарһағыҙ, мин дә һеҙгә быларҙы эшләргә ниндәй хаҡым булғанын әйтермен. 25 Яхъяға һыуға сумдырырға хакимлыҡ ҡайҙан бирелгән: Аллананмы* йә кешеләрҙәнме?» Улар үҙ-ара фекер алыша башланы: «Әгәр „Алланан“ тиһәк, ул беҙҙән: „Нишләп, улайһа, уға ышанманығыҙ?“ — тип һорар, 26 ә „кешеләрҙән“ тип әйтеү ҡурҡыныс, сөнки халыҡ Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй». 27 Шуның өсөн улар: «Белмәйбеҙ», — тип яуап бирҙе. Шунда Ғайса былай тине: «Мин дә һеҙгә быларҙы эшләргә ниндәй хаҡым барлығын әйтмәйем.
28 Ә бына был хаҡта ни тиерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһе янына килеп, ул: „Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле“, — тигән. 29 Тегеһе: „Бармайым“, — тигән, ләкин һуңынан быға үкенеп, эшләргә киткән. 30 Икенсе улына килеп, ул шуны уҡ әйткән. Тегеһе: „Барам, атай*“, — тигән, ләкин бармаған. 31 Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән?» «Беренсеһе», — тип яуап бирҙе улар. Ғайса былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр Алла Батшалығына һеҙҙән алда инәсәк. 32 Сөнки Яхъя һеҙгә килеп, дөрөҫ юл* күрһәтте, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ, ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Быны күргәндән һуң да, һеҙ үкенмәнегеҙ һәм уға ышанманығыҙ.
33 Тағы бер ғибрәтле хикәйә тыңлағыҙ. Бер кешенең ер биләмәһе булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, унда йөҙөм иҙгес яһаған һәм ҡарауыл манараһы төҙөгән. Шунан һуң ул баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға* биреп, үҙе сит илгә сығып киткән. 34 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңыштан үҙ өлөшөн алыр өсөн, ул йөҙөм үҫтереүселәргә үҙенең хеҙмәтселәрен ебәргән. 35 Ләкин йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп алып, ҡайһыһын туҡмаған, ҡайһыһын үлтергән, ҡайһыһын үлтергәнсе таш менән бәргесләгән. 36 Шунда йөҙөм баҡсаһының хужаһы уларға тағы ла күберәк хеҙмәтселәр ебәргән, әммә улар менән дә шулай эшләгәндәр. 37 Ахырҙа ул: „Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр“, — тип уйлап, уларға үҙенең улын ебәргән. 38 Улын күргәс, йөҙөм үҫтереүселәр бер-береһенә: „Был — вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә мираҫын үҙебеҙгә алайыҡ“, — тиешкән. 39 Улар уны тотоп алған да йөҙөм баҡсаһынан һөйрәп сығарып, үлтергән. 40 Шулай итеп, хужа ҡайтҡас, йөҙөм үҫтереүселәрҙе ни эшләтер?» 41 Улар яуап бирҙе: «Ул был яуыз әҙәмдәрҙе үлемгә дусар итер, ә баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улар уға уңышты ваҡытында биреп торор».
42 Ғайса уларға былай тине: «Яҙмаларҙа бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни: „Төҙөүселәр кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы* булып китте. Был Йәһүәнең эше, һәм ул беҙҙең өсөн ғәжәп“? 43 Шуға күрә һеҙгә шуны әйтәм: Алла Батшалығы һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа бирелер. 44 Кем был ташҡа ҡолай, шул селпәрәмә килер, ә таш, кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙер».
45 Өлкән руханиҙар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ғибрәтле хикәйәләрен ишеткәс, уның үҙҙәре хаҡында һөйләгәнен аңлап ҡалды. 46 Улар уны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ уны пәйғәмбәр тип һанай ине.