1 Яхъя
4 Алланан килгән кеүек тойолған һәр хәбәргә* ышанмағыҙ. Хәбәрҙәрҙең* ысынлап та Аллананмы икәнен күрер өсөн, уларҙы тикшерегеҙ, сөнки донъяла күп ялған пәйғәмбәрҙәр хасил булды.
2 Алланан килгән хәбәрҙе ошолай белеп була: Ғайса Мәсихтең ергә кеше булып килгәнен таныған хәбәр — Алланан. 3 Ә Ғайсаны танымаған хәбәр — Алланан түгел. Был Мәсих дошманының хәбәре. Һеҙ ишеткәнсә, был хәбәр килергә тейеш ине, һәм ул инде донъяла.
4 Һөйөклө балаларым, һеҙ Алланан һәм ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙең менән берҙәмлектә булған Алла донъя менән берҙәмлектә булған Иблистән көслөрәк. 5 Улар — донъянан, шуға күрә донъя һөйләгәнде һөйләйҙәр, һәм донъя уларҙы тыңлай. 6 Беҙ — Алланан. Алланы белгән* кеше беҙҙе тыңлай, ә Алланан булмаған кеше беҙҙе тыңламай. Шуға ҡарап, беҙ хаҡ хәбәрҙе ялғандан айырабыҙ.
7 Ҡәҙерлеләрем, бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки яратыу — Алланан. Яратҡан һәр кеше — Алла балаһы, ул Алланы белә. 8 Яратмаған кеше Алланы белмәй, сөнки Алла — мөхәббәт ул. 9 Алла беҙгә яратыуын бына нисек күрһәтте: донъяға үҙенең берҙән-бер Улын ебәреп, беҙгә уның аша тормошҡа юл асты. 10 Мөхәббәттең асылы шул: беҙ Алланы түгел, ә ул беҙҙе яратты һәм үҙ Улын гонаһтарыбыҙ өсөн татыулаштырыу* ҡорбаны итеп ебәрҙе.
11 Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙгә шундай яратыу күрһәткән икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейеш. 12 Алланы бер кем дә бер ҡасан да күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙең менән һәм уның яратыуы беҙҙә камиллыҡҡа өлгәшкән. 13 Беҙ үҙебеҙҙең уның менән берҙәмлектә икәнебеҙҙе һәм уның беҙҙең менән берҙәмлектә икәнен беләбеҙ, сөнки ул беҙгә үҙ рухын бирҙе. 14 Өҫтәүенә, Атаның үҙ Улын донъяны ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен үҙебеҙ күрҙек һәм был хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ. 15 Ғайсаның Алла Улы булыуын таныған кеше менән Алла берҙәмлектә, һәм ул үҙе лә Алла менән берҙәмлектә. 16 Беҙ Алланың беҙҙе яратҡанын белдек һәм быға ышандыҡ.
Алла — мөхәббәт ул. Өҙлөкһөҙ яратҡан кеше — Алла менән, ә Алла уның менән берҙәмлектә ҡала. 17 Шулай итеп, хөкөм көнөндә беҙ ҡыйыулыҡ менән һөйләй алһын* өсөн, мөхәббәт беҙҙә камиллыҡҡа өлгәшә, сөнки беҙ был донъяла Мәсих кеүек. 18 Алланы яратҡан кешелә ҡурҡыу юҡ. Ҡурҡыу бығау һала, әммә камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыҫырыҡлап сығара. Ҡурҡҡан кеше мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән. 19 Беҙ яратабыҙ, сөнки Алла беҙҙе беренсе булып яратты.
20 «Мин Алланы яратам», — тип әйткән, ләкин шул уҡ ваҡытта ҡәрҙәшен нәфрәт иткән кеше — алдаҡсы. Сөнки үҙе күреп йөрөгән ҡәрҙәшен яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. 21 Бына ул беҙгә биргән әмер: Алланы яратҡан кеше үҙенең ҡәрҙәшен дә яратырға тейеш.