Еврейҙарға
10 Ҡанун — фатихаларҙың үҙе түгел, ә буласаҡ фатихаларҙың күләгәһе генә. Шуға күрә ул* йылдан-йыл килтерелгән бер үк ҡорбандар ярҙамында Аллаға табынғандарҙы камил итә алмай. 2 Камил итә алһа, артабан да ҡорбандар килтерергә кәрәк булыр инеме ни? Бер тапҡыр таҙарынғас, Алла хеҙмәтселәре гонаһтары өсөн бүтән ғәйеп тойғоһо кисермәҫтәр ине. 3 Ләкин был ҡорбандар йылдан-йыл кешеләргә гонаһтарын иҫтәренә төшөрөп тора, 4 сөнки үгеҙ һәм кәзә ҡаны гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай.
5 Шуға күрә донъяға килгәндә Мәсих былай ти: «„Һин ҡорбандар һәм бүләктәр теләмәнең, ләкин миңә тән әҙерләнең. 6 Тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа күңелеңә хуш килмәне“. 7 Шунда мин: „Эй Аллам, мин (минең хаҡта төргәктә яҙылған) һинең ихтыярыңды үтәр өсөн килдем“, — тинем». 8 Тәүҙә ул: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең, һәм улар күңелеңә хуш килмәне», — тигән. (Был Ҡанун буйынса килтерелгән ҡорбандар.) 9 Шунан ул: «Мин һинең ихтыярыңды үтәргә килдем», — ти. Ул, яңы тәртип урынлаштырыр өсөн, иҫкеһен юҡҡа сығара. 10 Алланың ошо «ихтыяры» буйынса, беҙ Ғайса Мәсихтең үҙ тәнен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбанға килтергәне арҡаһында изгеләндерелдек.
11 Һәр рухани көндән-көн үҙ урынына баҫып хеҙмәт итә һәм гонаһтарҙы тулыһынса юҡ итә алмаған бер үк ҡорбандарҙы ҡат-ҡат килтерә. 12 Ләкин Мәсих гонаһтарҙы мәңгегә юҡ иткән бер ҡорбан килтерҙе. Шунан һуң ул Алланың уң яғына ултырҙы 13 һәм шул ваҡыттан алып ул дошмандарының үҙ аяҡтары аҫтына һалыныуын көтә. 14 Бер ҡорбан менән ул изгеләндерелгәндәрҙе мәңгегә камил итте. 15 Изге рух та беҙҙе шуға ышандырып, былай ти: 16 «„Бына, шул көндәрҙән һуң мин улар менән төҙөйәсәк килешеү, — ти Йәһүә. — Мин ҡанундарымды уларҙың йөрәктәренә һалырмын һәм аҡылдарына яҙырмын“». 17 Шунан һуң ул: «Мин бүтән уларҙың гонаһтарын һәм яуыз эштәрен иҫемә төшөрмәм», — ти. 18 Ә гонаһтар кисерелгән икән, гонаһ өсөн ҡорбан инде кәрәкмәй.
19 Ҡәрҙәштәр, Ғайсаның ҡаны арҡаһында беҙ ҡурҡмайынса* изге* урынға инә алабыҙ, 20 унда илтеүсе юлды ул беҙгә шаршау аша, йәғни үҙ тәне аша, үтеп асты. Был — тормошҡа илтеүсе яңы юл. 21 Беҙҙең Алла йорто өҫтөнән ҡуйылған бөйөк руханийыбыҙ бар икән, 22 әйҙәгеҙ, күңелдәребеҙҙе һәм боҙоҡ выжданыбыҙҙы сафландырып*, тәндәребеҙҙе таҙа һыу менән йыуып, Аллаға ихлас күңелдән ныҡлы иман менән хеҙмәт итәйек*. 23 Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт икеләнмәйенсә өмөтөбөҙ тураһында һөйләйек, сөнки вәғәҙә биреүсе тоғро. 24 Яратыуға һәм яҡшы эштәргә дәртләндерер өсөн, бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ*. 25 Ҡайһы берәүҙәрҙең ғәҙәтенә инеп киткәнсә, осрашыуҙарыбыҙҙы ҡалдырмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе рухландырайыҡ. Шул көндөң яҡынлашҡанын күреп, бының барыһын тағы ла тырышыбыраҡ эшләйек.
26 Сөнки әгәр ҙә беҙ, хәҡиҡәтте теүәл белгәс, белә тороп гонаһ ҡылабыҙ икән, гонаһтарыбыҙ өсөн килтерә алырлыҡ башҡа ҡорбан юҡ. 27 Ул саҡта ҡурҡыныс хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын юҡ итәсәк ялҡынлы ярһыуҙы көтөргә генә ҡала. 28 Муса ҡанунын һанға һуҡмаған кешене ике йә өс кешенең шаһитлығы нигеҙендә аямайынса үлемгә дусар итәләр. 29 Нисек уйлайһығыҙ, Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған, үҙен изгеләндергән килешеү ҡанының ҡәҙерен белмәгән һәм сикһеҙ игелек рухын мыҫҡыл иткән кеше тағы ла ҡатыраҡ язаға лайыҡ түгелме ни? 30 «Үс алыу — минең эш, язаһын мин бирермен» һәм тағы «Йәһүә үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип әйтеүсене беҙ беләбеҙ. 31 Тере Алланың ҡулына эләгеү ҡот осҡос!
32 Үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, ул ваҡытта һеҙ хәҡиҡәтте белгәндән һуң ғазаптар сигеп, ҡаты көрәштә ныҡ булып ҡалдығыҙ. 33 Ҡайһы саҡта барыһының күҙ алдында* һеҙҙе мәсхәрәләнеләр һәм һеҙҙең менән аяуһыҙ мөғәмәлә иттеләр, ә ҡайһы саҡта һеҙ шундай һынауҙар менән осрашҡандарҙың ғазаптарын уртаҡлаштығыҙ*. 34 Һеҙ төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙең хәленә индегеҙ һәм мал-мөлкәтегеҙ тартып алынғанда, яҡшыраҡ һәм мәңгелек мираҫығыҙ барлығын белеп, шатлығығыҙҙы юғалтманығыҙ.
35 Шуға күрә ҡыйыу булып ҡалығыҙ*, шул саҡта мул итеп бүләкләнерһегеҙ. 36 Һеҙгә, Алла ихтыярын үтәп, вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн, сыҙамлыҡ кәрәк. 37 Сөнки тағы «әҙ генә» ваҡыт, һәм «килеүсе килеп етер, тотҡарланмаҫ». 38 «Ә минең тәҡүә кешем иманы арҡаһында йәшәр», ләкин «ул сигенһә, мин уның менән ҡәнәғәт булмам». 39 Беҙ иһә сигенеп, һәләк булғандарҙан түгел, ә ышанып, үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалғандарҙан.